Сәхәүетдинов Венер Ғәзиз улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә Робот: косметик үҙгәртеүҙәр
22 юл:
}}
 
'''Венер Ғәзиз улы Сәхәүетдинов''' - хирург, [[Башҡортостан Фәндәр Академияһы|БР Фәндәр академияһы]] ағза-корреспонденты (1995), медицина фәндәре докторы (1975), профессор (1975), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, СССР уйлап табыусыһы, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1991).
 
== Биографияһы ==
Венер Ғәзиз улы Сәхәүетдинов 1939 йылдың 1 ғинуарында [[Башҡорт АССР-ы]] Мәләүез районы элекке Кинйәбай ауылында тыуа.
 
1962 йылда [[Башҡорт дәүләт медицина университеты|Башҡорт дәүләт медицина институтын]] тамамлай. 1962-1966 йылдарҙа, юғары белемле белгес булараҡ, Сибай ҡала дауаханаһында табип-хирург булып эшләй. 1966-1968 йылдарҙа СССР медицина фәндәре академияһы аспирантураһында уҡый.