Башҡортостан Республикаһы Башлығы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Башҡортостан Республикаһы Президенты''' — [[Башҡортостан Республикаһы]]ның башлығы һәм Башҡортостан Республикаһының иң юғары вазифалы кешеһе. [[Башҡортостан Хөкүмәте|Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте]] етәксеһе<ref>Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы</ref><ref>Башҡортостан Республикаһының 2001 йылдың 19 апрелендәге “Башҡортостан Республикаһы Президенты тураһында” 215-з һанлы Законы (Башҡортостан Республикаһының 2003 йылдың 13 мартындағы 471-з һанлы, 2006 йылдың 8 декабрендәге 386-з һанлы, 2007 йылдың 30 майындағы 430-з һанлы закондары редакцияһында)</ref>.
[[Файл:BashkirWhiteHouse1.jpg|300px|thumb|right| Республика Йорто – Башҡортостан Президентының резиденцияһы (бинанын көнсығыш өлөшө).]]
 
Башҡортостан Республикаһы Президенты Рәсәй Федерацияһы Президенты, Федерация Советы һәм Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте, башҡа федераль дәүләт власы органдары, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдары, Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдары, урындағы үҙидара органдары, йәмәғәт берләшмәләре, башҡа ойошмалар һәм вазифалы кешеләр менән мөнәсәбәттәрҙә, шул иҫәптән халыҡ-ара һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр алып барғанда, Башҡортостан Республикаһы исеменән сығыш яһай.
 
Юл 8 ⟶ 9:
- кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын бойомға ашырыуҙы гарантиялай, Башҡортостан Республикаһының иҡтисади һәм сәйәси мәнфәғәттәрен яҡлай, уның территорияһында законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итә;
 
- Башҡортостан Республикаһы социаль-иҡтисади үҫешенең төп йүнәлештәрен билдәләй; республика Хөкүмәтен ойоштора һәм уның эшмәкәрлегенә етәкселек итә, [[Башҡортостан Хөкүмәте|Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте]] Премьер-министрын тәғәйенләй, [[Башҡортостан Хөкүмәте|Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтен]] отставкаға ебәреү тураһында ҡарар ҡабул итә;
 
- республика башҡарма власть органдары структураһын билдәләй, республика башҡарма власть органдары етәкселәрен, Рәсәй Федерацияһы, Рәсәй Федерацияһы субъекттары дәүләт власы органдары ҡарамағындағы, шулай уҡ сит федератив дәүләттәр субъекттарында һәм сит дәүләттәрҙең административ-территориаль берәмектәрендә Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкилдәрен тәғәйенләй һәм вазифаһынан бушата;
 
- [[Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай|Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға]] закон проекттары индерә, Башҡортостан Республикаһы закондарын халыҡҡа еткерә йә уларҙы кире ҡаға;
 
- [[Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай|Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға]] Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫеш программаларын, республикалағы хәл тураһында доклад тәҡдим итә, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай;
 
- [[Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай|Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға]] Башҡортостан Республикаһы Конституция суды рәйесе, рәйес урынбаҫары, судьялары, Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил, Башҡортостан Республикаһының Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы квалификация коллегияһында йәмәғәтселек вәкилдәре вазифаһына тәғәйенләү өсөн кандидатуралар, мировой судьялар һайлау өсөн кандидатуралар тәҡдим итә;
 
- үҙ вәкәләттәренә ярашлы Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаларын тәғәйенләй;
Юл 30 ⟶ 31:
Башҡортостан Республикаһы Президенты ваҡытлыса (ауырыу йәки отпускыла булыу сәбәпле) үҙ бурыстарын башҡара алмаған осраҡтарҙа уларҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры тормошҡа ашыра.
 
Башҡортостан Республикаһы Президенты вәкәләттәре, федераль закон һәм [[Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы]] менән ҡаралған осраҡтарҙан тыш, Башҡортостан Республикаһы һайланма дәүләт власы органдарын һәм урындағы үҙидара органдарын таратыу йәки уларҙың эшмәкәрлеген туҡтатыу өсөн файҙаланыла алмай.
 
== Президент ҡарамағындағы ойошмалар, консультатив һәм кәңәш органдары ==