Туберкулёз: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
60 юл:
== Туберкулёз сиренең билдәлере ==
Ауырыу төрлөсә башлана. Ҡайһы бер осраҡта ул һиҙҙермәй генә әкренләп башлана. Тиҙ арыу, аппетит һәм йоҡо боҙолоу, әҙ генә йүтәл булыуы мөмкин. Башҡа ауырыуҙарҙың да шундай уҡ билдәләре булыуы сәбәпле кеше уға әлләни иғтибар ҙа итмәй. Күп осраҡта туберкулез ауырыуы кинәт башлана: температура 38—39 градусҡа күтәрелә, хәлһеҙлек арта, йүтәл көсәйә, йүткергәңдә ҡаҡрыҡ килә башлай. Ауырыу кеше төндәрен тирләп уяна. Үпкә сиренең башланғыс осорында грипп, үпкә ялкынһынуы кеүек ауырыуҙар тип уйланыла. Туберкулез йыш ҡына ҡан төкөрөү менән дә башлана, ләкин башҡа ауырыуҙар ҙа, мәҫәлән, яман шеш, абцесс һ.б. ваҡытында да ҡан төкөрөү күҙәтелә.
 
Температура күтәрелеү – сирҙең беренсе симптомы. Башҡа йоғошло ауырыуҙарҙан айырмалы булараҡ, туберкулез менән ауырыусының температураһы әлләни юғары булмай һәм кискә табан күтәрелә. Кешелә хәлһеҙлек һиҙелә. Ул кеше әҙ генә хәрәкәтләнһә лә тиҙ арый. Туберкулез менән сирләгән кешенең аппетиты боҙолмаһа ла ул әкренләп ябыға бара, ләкин баштараҡ ул үҙе һиҙмәй. Һуңға табан, ауырыуҙың башҡа билдәләре лә асыҡлангас, ауыру кеше үҙенең шактай ябығыуын аңлай. Үпкә сирле кеше тиҙ тирләй. Тирләү кеше эш эшләгәнгә йәки көн эҫе булганға түгел, бәлки төндә йоҡлаганда, башлыса таң алдынан була. Тын кыҫылу, үпкә ауырыуҙарының бар төрлөрөнә лә хас билдә булса ла, туберкулездың башланғыс осорында бөтөнләй һизелмәй ҙә, сөнки был осорҙа үпкә үҙенең резерв мөмкинлекләрен эшкә егә. Шулай ук, күкрәк ауырытуы ла баштарак бик һиҙелмәй. Һуңыраҡ арҡала, ҡалаҡ һөяге тирәһендә сәнсеү һизелә. Йүтәлләү туберкулез ауырыуына хас билдә.
66 юл:
Туберкулезды диагнозлау өсөн [[флюорография]] үтәләр.
 
Флюорография бер яктан ауырыуны башлангыс осоронда уҡ асыҡларға мөмкинлек бирһә, икенсе яҡтан уның ярҙамында башҡа төрле ауырыуларҙы ла белергә була. Мәҫәлән, үпкә ялһынһынуы, үпкә [[рак|рагы]], [[киста]], [[яман булмаған шеш]]тәр һ.б.
 
== Дауалау ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Туберкулёз» битенән алынған