Ҡаҙаҡ теле: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Робот: косметик үҙгәртеүҙәр
27 юл:
Морфологик тибы буйынса агглютинатив телдәр иҫәбенә инә.
 
== Ҡаҙаҡ теле донъя кимәлендә ==
Донъяла ҡаҙаҡ телендә һөйләшеүселәр һаны 11 млн ашыу кеше ; БР‑ҙа 4 меңдән ашыу (2010). Ҡарағалпаҡ теленә яҡын. Боронғо ҡыпсаҡ ҡәбиләләре теленә барып тоташа. Әҙәби ҡаҙаҡ теле 16 быуатта үҫешә башлай, ҡаҙаҡ йәнле һөйләү теле һәм Урта Азия төрки теленигеҙендә 19 быуаттың 2‑се яртыһында тулыһынса формалаша. Ҡаҙаҡ теленең аныҡ ҡына диалект бүленеше юҡ.
 
== Һөйләштәре ==
 
Ҡаҙағстанда 4 һөйләш төркөмөн айырып йөрөтәләр:
* көнсығыш
* көнбайыш
* үҙәк‑төньяҡ
* көньяҡ
 
Ҡаҙаҡ теле фонетикаһы өсөн, башҡорт телендәге кеүек үк, палаталь гармония хас, сағыштырыу: ''ҡаҙаҡса “жасушыларымыз” – башҡортса “яҙыусыларыбыҙ”''; [с] һәм [ж] тартынҡылары башҡорт телендәге [ш] һәм [й] тартынҡыларына тура килә, сағыштырыу.: ''ҡаҙаҡса “бас” ба[с] – башҡортса “баш” ба[ш]; “жакшы” [ж]акшы – “яҡшы” [йа]ҡшы'' һ.б. Ҡайһы бер ғәрәп һәм фарсы сығанаҡлы һүҙ яһаусы аффикстар ''(‑кар/‑кер, ‑ғар/‑гер, ‑кор, ‑паз'' һ.б.) төрки сығанаҡлы нигеҙҙәрҙән яңы һүҙҙәр яһауҙа ҡулланыла: ''“iскер” (эшлекле), “арбакеш” (ылаусы), “бiлiмпаз” (ғалим)'' һ.б.
 
== Морфологияһы ==
Морфологияла башҡорт телендәге бергәлек, ниәт-маҡсат һәм ҡорал мәғәнәләрен белдереүсе “менән” бәйләүесе ‑мен/‑пен һәм ‑менен/‑пенен аффикстары аша бирелә, улар параллель ҡулланыла, сағ.: ҡаҙаҡса “атпенен” һәм “атпен” – башҡортса “ат менән”, “менiменен” һәм “менiмен” – “минең менән”. Юҡлыҡ формалары башҡ. телендәге “түгел” модаль һүҙенә тура килгән “емес” киҫәксәһе м‑н бирелә, сағ.: ҡаҙаҡса “кәрi емес” – башҡортса “ҡарт түгел” һ.б.
 
== Һүҙлек составы ==
Ҡаҙаҡ теле һүҙлек составы нигеҙендә дөйөм төрки лексикаһы ята; ғәрәп теленән, иран теленән, урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр бар. Синтаксиста сифат ҡылым, хәл ҡылым менән төҙөлгән конструкциялар киң ҡулланыла. 1929 йылға тиклем яҙыу ғәрәп яҙмаһы нигеҙендә, 1929 йылдан алып латиницала, 1940 йылдан кириллицала башҡарыла. Хәҙерге ҡаҙаҡ алфавиты 42 хәрефтән тора.
 
== Әҙәбиәт ==
* Кайдаров А.Т. Казахский язык //Языки мира. Тюркские языки. Бишкек, 1997.
 
{{башланғыс}}
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡаҙаҡ_теле» битенән алынған