Аҡ шыршы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
22 юл:
| ipni = 31959-1
}}
'''Аҡ шыршы''' ({{lang-lat|Abies}}) — ҡарағай һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған [[үҫемлек]] заты.
 
== Тасуирлама ==
Яҡынса 50 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. [[Башҡортостан]]да себер Аҡ шыршыһы үҫә. 200—250 йәшкә етеүсе күләгәгә сыҙамлы мәңге йәшел ылыҫлы ағас. Сатыры ҡуйы, тар конус һымаҡ; ҡайыры шыма, сайырлы оролары бар, олоно төҙ, бейеклеге 24—35 м, диам. 0,5 м тиклем. Ылыҫы йомшаҡ, яҫы, үҙәк үренделә радиаль, ситендәгеләрҙә — ике рәтләп урынлашҡан, 8—10 йылға тиклем ҡойолмай. Ата тубырсыҡ һарыраҡ төҫтә, сатырҙың урта һәм өҫкө өлөшөндә барлыҡҡа килә. Май башында, ылыҫланыр алдынан, һеркәләнә. Инә тубырсыҡ сатырҙың өҫкө өлөшөндә барлыҡҡа килә, йәш тубырсыҡ — йәшел йәки көрәнһыу ҡыҙыл, өлгөргәне — көрән, цилиндр формаһында, оҙонлоғо 5—9 см, киңлеге 2—4 см, төҙ; көҙөн өлгөрә һәм айырым тәңкәләргә бүленә, ағаста үҙәге генә тороп ҡала. Орлоғо ваҡ, ҡанатлы. Ағиҙел—Кама йй. араһында, [[Өфө]] яйлаһында, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының[[Урал]]ының үҙәк өлөшөндә һәм көнбайыш битләүендә шыршы һәм киң япраҡлы ағас төрҙәре м‑н ҡомло балсыҡлы тупраҡта үҫә. Төҙөлөштә, целлюлоза-[[ҡағыҙ]] сәнәғәтендә һәм муз. ҡоралдары эшләү өсөн файҙаланыла. Сайырынан А.ш. бәлзәме (медицинала һәм оптик микроскопияла ҡулланыла), йәш ботаҡтарынан Аҡ шыршы майы алына. Декоратив үҫемлек, ҡалала үҫә алмай. Интродуценттар араһында бәлзәм А.ш. айырыуса сыҙамлы.
 
== Әҙәбиәт ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Аҡ_шыршы» битенән алынған