Нәбиуллин Рәфил Рауил улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
3 юл:
[[Илеш районы]]ның [[Иҫке Хажи]] ауылында [[1952 йыл]]дың [[26 ғинуар|26 ғинурында]] тыуған. Бер аҙҙан уларҙың ғаиләһе Өфөгә күсеп килә.
 
Сәхнә менән Рәфил Рауил улы бала сағынан уҡ ҡыҙыҡһына: 19-сы мәктәптә уҡығанда Пионерҙар йортонда Валентина Тараканова етәкселегендәге балалар драма түңәрәгенә йөрөй башлай. Урта мәктәпте тамамлағас, [[Өфө дәүләт сәнғәт институтыныңинституты]]ның театр факультетына килә. Унан һуң [[Совет Армияһы]] сафында хеҙмәт итә.
 
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килгәс (1973 йыл), тәүге көндәрҙән үк үҙен талантлы, талапсан актер итеп күрһәтә. Репертуарында драма комедия менән үрелеп бара: «Медея»ла (Еврипид) — Ясон, «Ҡыҙ урлау»ҙа (М. Кәрим) — Шәрәй, «Аҫылйәр»ҙә (М. Фәйзи) — Ғәбдрәшит, «Йәрем минең, Алиһәм»дә (Р. Байбулатов) — Адам Федорович, «Әкәмәтле һөйөү»ҙә (Лопе де Вега) — Рикардо, «Аты барҙың — дәрте бар»ҙа (Н. Ғәйетбай) — Ҡотлобай, «Әйҙәгеҙ, танышайыҡ»та (Г. Әхмәтҡужина) — Самат һәм башҡалар.