Юнысова Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә Робот: косметик үҙгәртеүҙәр
20 юл:
'''Гөлфиә Юнысова''' (Иҙелбаева) — [[1948 йыл]]дың 10 сентябрендә [[Башҡортостан]]дың [[Әлшәй районы]] [[Һарыш]] ауылында тыуған.
 
[[1966 йыл]]да Раевка урта мәктәбен тамамлай, артабан Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Студент йылдарында уҡ балалар өсөн шиғырҙар ижад итә, «Миңә бары өс кенә» (1969) һәм «Зәңгәр тубым» (1971) тигән ике йыйынтығы донъя күрә. 1971—1973 йылдарҙа Сибай педагогия училищеһында урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Шул йылдарҙа балалар өсөн тағы ла ике китап сығара. Г. Юнысова — ике тиҫтәнән артыҡ китап авторы, уның шиғырҙары бик күп телдәргә тәржемә ителгән.
 
Гөлфиә Юнысованың байтаҡ шиғырҙарына көйҙәр яҙылып, популяр йырҙар булып китте. Шағирә ижтимағи-сәйәси, ғаилә-тәрбиә хаҡында яҙған публицистик мәҡәләләре менән йыш ҡына радио-телевидение аша һәм гәзит-журнал биттәрендә сығыш яһай.