Юрматы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Юрматылар''' — Хәҙерге [[Мәләүез районы|Мәләүез]], [[Федоровка районы|Федоровка]], [[Стәрлебаш районы|Стәрлебаш]], [[Стәрлетамаҡ районы|Стәрлетамаҡ]], [[Ишембай районы|Ишембай]], [[Ҡырмыҫҡалы районы|Ҡырмыҫҡалы]], [[Ауырғазы районы|Ауырғазы]], һәм [[Ғафури районы|Ғафури]] райондарында Юрматы ҡәбиләләренең вариҫтары йәшәй. Юрматы ауылдары шулай уҡ Ырымбур өлкәһендәге Туҡ һәм Соран йылғалары буйында ла бар.
Юрматылар
 
Хәҙерге [[Мәләүез районы|Мәләүез]], [[Федоровка районы|Федоровка]], [[Стәрлебаш районы|Стәрлебаш]], [[Стәрлетамаҡ районы|Стәрлетамаҡ]], [[Ишембай районы|Ишембай]], [[Ҡырмыҫҡалы районы|Ҡырмыҫҡалы]], [[Ауырғазы районы|Ауырғазы]], һәм [[Ғафури районы|Ғафури]] райондарында Юрматы ҡәбиләләренең вариҫтары йәшәй. Юрматы ауылдары шулай уҡ Ырымбур өлкәһендәге Туҡ һәм Соран йылғалары буйында ла бар.
Юрматылар – башҡорттарҙың иң эре һәм иң боронғо ҡәбиләләренең береһе. Был ҡәбиләгә Тәлтим, Тәтәгәс, Ҡармыш, Юрматы, Нуғай-юрматы йәки Арлар һәм Мишәр-юрматы ырыуҙары ҡараған. Һәр ырыуҙың үҙ тамғаһы булған. Мәҫәлән, тәлтимдәрҙең – һәнәк, тәтәгәстәрҙең – тараҡ, ҡармыштарҙың – ҡаҙ тәпәйе, ә мишәр-юрматыларҙың сыбыҡ кеүек. Был ҡәбилә башҡорттарының ҡошо – торна. Әйткәндәй, бөгөнгө венгр­ҙарҙың ҡошо ла – торна. Ҡәбиләнең ағасы – миләш. Үкенескә күрә, тарихи документтарҙа ҡәбиләнең ораны осрағаны юҡ, әммә халыҡ хәтерендә ҡалғаны – «Айтайлаҡ».
Юрматыларҙың тарихын ХIII – ХIV быуаттарҙан күҙәтергә мөмкин. Шәжәрәләрҙән күренеүенсә, юрматылар ул ваҡытта Зәй һәм Шешмә йылғаларының үрге ағымында күсеп йөрөгән. Хәҙер был ерҙәр Татарстанға ҡарай. ХIV быуат аҙағында, Тимурҙың Туҡтамыш менән көрәшенең көсәйеүе арҡаһында, юрматылар Шәғәли бей етәкселегендә Зәй, Шешмә буйҙарын ташлап китеп, Кама йылғаһының уң яғына сыҡҡан. Бер аҙ Ҡара йылғаһы буйынса күсенеп йөрөгәндән һуң, улар Шатлыҡ үҙәненә килеп сыҡҡан. Шәғәли бей вафат булғас, юрматылар Ғәли Шәйех етәкселегендә Зәй һәм Шешмә буйҙарына кире әйләнеп ҡайтҡан.
Юл 8 ⟶ 6:
Игенселек юрматылар өсөн төп һөнәр түгел. Сәсеүлек майҙандары ла әллә ни ҙур булмаған. ХIХ быуаттың 80-се йылдарына юрматылар тамам ултыраҡ тормошҡа күсә. Ошонан һуң игенселек уларҙың төп йәшәү сығанағына әүерелә.
 
=== Әҙәбиәт= ==
 
=== Һылтамалар= ==
 
[[Категория:Башҡорт ырыуҙары]]
===Һылтамалар===
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Юрматы» битенән алынған