Юрматы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Юрматылар Хәҙерге [Мәләүез|Мәләүез районы], Федоровка, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ…" исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
Юрматылар
 
Хәҙерге [[Мәләүез|Мәләүез районы]], Федоровка, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, һәм Ғафури райондарында Юрматы ҡәбиләләренең вариҫтары йәшәй. Юрматы ауылдары шулай уҡ Ырымбур өлкәһендәге Туҡ һәм Соран йылғалары буйында ла бар.
Юрматылар – башҡорттарҙың иң эре һәм иң боронғо ҡәбиләләренең береһе. Был ҡәбиләгә Тәлтим, Тәтәгәс, Ҡармыш, Юрматы, Нуғай-юрматы йәки Арлар һәм Мишәр-юрматы ырыуҙары ҡараған. Һәр ырыуҙың үҙ тамғаһы булған. Мәҫәлән, тәлтимдәрҙең – һәнәк, тәтәгәстәрҙең – тараҡ, ҡармыштарҙың – ҡаҙ тәпәйе, ә мишәр-юрматыларҙың сыбыҡ кеүек. Был ҡәбилә башҡорттарының ҡошо – торна. Әйткәндәй, бөгөнгө венгр­ҙарҙың ҡошо ла – торна. Ҡәбиләнең ағасы – миләш. Үкенескә күрә, тарихи документтарҙа ҡәбиләнең ораны осрағаны юҡ, әммә халыҡ хәтерендә ҡалғаны – «Айтайлаҡ».
Юрматыларҙың тарихын ХIII – ХIV быуаттарҙан күҙәтергә мөмкин. Шәжәрәләрҙән күренеүенсә, юрматылар ул ваҡытта Зәй һәм Шешмә йылғаларының үрге ағымында күсеп йөрөгән. Хәҙер был ерҙәр Татарстанға ҡарай. ХIV быуат аҙағында, Тимурҙың Туҡтамыш менән көрәшенең көсәйеүе арҡаһында, юрматылар Шәғәли бей етәкселегендә Зәй, Шешмә буйҙарын ташлап китеп, Кама йылғаһының уң яғына сыҡҡан. Бер аҙ Ҡара йылғаһы буйынса күсенеп йөрөгәндән һуң, улар Шатлыҡ үҙәненә килеп сыҡҡан. Шәғәли бей вафат булғас, юрматылар Ғәли Шәйех етәкселегендә Зәй һәм Шешмә буйҙарына кире әйләнеп ҡайтҡан.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Юрматы» битенән алынған