Урман: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
63 юл:
Болондар республиканың башлыса ҡырҡылған урмандар урынында, йыл һайын бесән сабыу йә мал көтөү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Тау болондарына бейек үләндәр хас (йылан тамыр, ҡымыҙлыҡ, ҡырҡҡолас һәм башҡалар), улар араһында һирәкләп ҡыяҡлы һәм ҡуҙаҡлы үләндәр ҙә үҫә. Был болондарҙа эт табаны үләне күп. Ҡоро болондар республиканың төньяғындағы тигеҙлектәрҙә урынлашҡан, уларҙа башлыса дала бажаты өҫтөнлөк итә.
 
Һаҙлыҡтар республикала аҙ майҙанды биләй. Бейек тауҙарҙа ([[Ирәмәл]], [[Ямантау]] баштарында) тау тундраларына хас булған күк көртмәле, һаҙ емеше, дриада һәм башҡа үҫемлектәр үҫә. Республиканың байтаҡ майҙандарында әрем, алабута, маҙа киндер, шайтан таяғы, ике өйлө кесерткән, дегәнәк, аҡ ҡандала һәм дарыу ҡандала үләндәре үҫә. Улар ауылдарҙа һәм ҡалаларҙа уңайлы экологик шарттар булдырыуҙа мөһим роль уйнай.<ref>[http://bash.bashkortostan450.ru/nature/flora/ Үҫемлектәр донъяһы]</ref>
 
==Ҡарағыҙ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Урман» битенән алынған