Златоуст өйәҙе: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Златоуст өйәҙе''' – Өфө виләйәтенә (1922 йылдың 14 июленә тиклем), Башҡорт АССР-ы…" исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Златоуст өйәҙе''' – Өфө виләйәтенә (1922 йылдың 14 июленә тиклем), [[Башҡорт АССР-ы|Башҡорт АССР-ына]] (1922 йылдың 17 авгусына тиклем), Силәбе виләйәтенә (1923 йылдың 31 майына тиклем) ҡараған хакимиәт биләмәһе. 1865 йылда Өфө виләйәте менән берлектә төҙөлгән (Сенат ҡарары, № 42058, 1865 йыл 31 май). 1923 йылдың 12 нояберендә округ итеп үҙгәртелә һәм Урал өлкәһенә инә.
== Сиктәре ==
Өфө виләйәтенә ҡараған осорҙа төньяҡтан Пермь виләйәте Красноуфим өйәҙе, көнсығыштан һәм көньяҡ-көнсығыштан Ырымбур виләйәте Силәбе өйәҙе, көньяҡ-көнбайыштан һәм көнбайыштан Өфө виләйәтенең Өфө һәм Бөрө өйәҙҙәре менән сиктәш.