Айытбаев Ғәлиәхмәт Ямалетдин улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Ғәлиәхмәт Айытбаев''' – Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенең тәүге осоронда әү…" исемле яңы бит булдырылған
 
викилаштырыу
1 юл:
'''Ғәлиәхмәт Айытбаев''' – Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенең тәүге осоронда әүҙем ҡатнашҡан эшмәкәрҙәрҙең береһе. 1917 йылдың 20–27 июлендә Ырымбурҙа үткән 1-се Башҡорт ҡоролтайында Башҡорт үҙәк шураһына ағза итеп һайлана. Уға Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәктенең башҡарма органында үтә лә яуаплы һәм мөһим эш йөкмәтелә – Башҡорт үҙәк шураһының Ер һәм урман эштәре буйынса бүлек мөдире итеп тәғәйенләнә. Был осорҙа ул башҡорттоң ер мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелгән проект, положениелар өҫтөндә әүҙем эшләй.
1917 йылдың ноябрендә Ғ. Айытбаев тарафынан башҡорт улыстарында ер эштәре буйынса бүлектәр ойоштороу һәм уларҙың эшмәкәрлеге тураһында положение эшләнә.
 
8–21 декабрҙә, Каруанһарайҙа[[Ҡаруанһарай]]ҙа үткән 3-сө Дөйөм Башҡорт ойоштороу ҡоролтайында Ғәлиәхмәт Айытбаев башҡорттоң ер мәсьәләһе буйынса ҙур доклад менән сығыш яһай. Ошо доклад нигеҙендә оло йыйын ер буйынса резолюция ҡабул итә. Унда башҡорт ерҙәре менән файҙаланыу хоҡуҡтары, ҡуртым (аренда), Башҡортостан территорияһына күсенеп килеүселәр, Башҡортостандың ер һәм мөлкәте менән идара итеү һ. б. мәсьәләләр яҡтыртыла. Күскенселәр мәсьәләһе буйынса ҡоролтайҙың ҡарарында былай тиелә:
{{цитата башы}}{{цитата аҙағы|сығанаҡ=}}
“''16. Правом поселения на Башкирской территории пользуются только башкиры и другие мусульмане тюркского племени, оставшиеся вне пределов автономной Башкирии.
 
19. Все переселенцы, заселившие Башкирию после 20 апреля 1898 года путем принудительного отчуждения им земли, как результат хищнических законоположений и распоряжений царского правительства, должны обмениваться землями с теми из башкир и мусульман, которые остались вне пределом Башкирии и которые пожелают поселиться в ней.
20. Первыми обмену подвергаются переселенцы, поселившиеся в Башкирии по законам 9 ноября 1906 г., 14 июня 1910 г., 29 мая 1911 года.
21. Земли находящиеся в пользовании переселенцев, насильственно захвативших наделы башкир, пользуюясь покровительством старого правительства, передаются прежним владельцам – башкирам''”.
{{цитата башы}}{{цитата аҙағы|сығанаҡ=<ref>http://www.lib.csu.ru/vch/096/44.pdf</ref>}}
Ойоштороу йыйынында Башҡортостан автономияһының 22 кешенән торған закондар сығарыу органы – Кесе ҡоролтайы (предпарламент) ойошторола. Милли хәрәкәттең лидерҙары Зәки Вәлиди, Шәриф Манатов, Сәғит Мерәҫов, Аллабирҙе Йәғәфәровтар менән бергә Ғәлиәхмәт Айытбаев та Кесе ҡоролтай ағзаһы итеп һайлана, Башҡорт хөкүмәте составына инә. Айытбаев хөкүмәттең ауыл хужалығы бүлеге мөдире, итеп тәғәйенләнде, тип яҙа [[Әхмәтзәки Вәлиди Туған|З. Вәлиди]].
 
1918 йылдың 4 февралендә Башҡорт хөкүмәте ағзалары, шул иҫәптән Ғ. Айытбаев большевиктар тарафынан ҡулға алып, төрмәгә ябыла. Әммә уны оҙаҡ тотмайҙар. Төрмәнән сығыу менән Айытбаевты, совет платфмаһындағы Башҡортостан автономияһы яҡлы башҡорт большевиктары үҙҙәренә эшкә йәлеп итә. Башҡортостандың Ваҡытлы Революцион Советына (БВРС) ағза итеп алалар. Бында уға оҙаҡ эшләргә тура килмәй. 1918 йылдың 30 мартында Ырымбур мосолман комитеты тарафынан БВРС таратыла. Башҡортостанға автономия яулау идеяһы бының менән генә һүрелеп ҡалмай. Башҡорт эшмәкәрҙәре Милләттәр эштәре буйынса комиссариатҡа (Наркомнац) ҙур өмөт бағлай.
Апрелдә Айытбаев Мәскәүҙә Наркомнац янындағы Үҙәк мосолман комиссариатына эшкә алына. Был осорҙа комиссариатта башҡорт эшмәкәрҙәренән Шәриф Манатов, [[Ғәбитов Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы|Хәбибулла Ғәбитовтар]] эшләй. Ғ. Айытбаевты комитетың ер эштәре һәм сәнәғәт бүлеге мөдире вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләйҙәр. Бер үк ваҡытта комиссариаттың башҡорт эштәре буйынса комиссары вазифаһын башҡара. Әҙерәк Мәскәүҙә эшләгәндән һуң, ул комиссариаттың урындағы органдарының эшен юлға һалыу өсөн Башҡортостанға ҡайта.
 
1918 йылдың йәйендә, Башҡорт хөкүмәте тергеҙелгәс, Айытбаев ҡабат Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушыла. Зәки Вәлиди уны бәйләнештәр ойоштороу өсөн Төркиәгә[[Төркиә]]гә ебәрергә уйлай. Әммә уның сит илдә йөрөп ҡайтҡанлығы тураһында мәғлүмәттәр юҡ.
1919 йылдың февралендә Башҡорт хөкүмәте ғәскәрҙәре Совет власы яғына сыҡҡандан һуң, Ғәлиәхмәт Айытбаев Башҡортостандың ваҡытлы революцион хөкүмәте – Башревкомға ағзалыҡҡа кандидат итеп һайлана. 23 февраль Автономиялы Башҡорт Совет республикаһының ер эштәре (земледелия) буйынса комиссар итеп һайлана. 1920 йылда ул Тамъян-Ҡатай кантонының ғәҙәттәш тыш комиссияһы (КантЧК) рәйесе булып эшләй. Ғәлиәхмәт Айытбаевтың артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Сығанаҡ; Ярмуллин А.Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәре хаҡында ҡыҫҡаса биографик очерктар. Өфө, 2009. 169-170 биттәр.
1919 йылдың февралендә Башҡорт хөкүмәте ғәскәрҙәре Совет власы яғына сыҡҡандан һуң, Ғәлиәхмәт Айытбаев Башҡортостандың ваҡытлы революцион хөкүмәте – Башревкомға ағзалыҡҡа кандидат итеп һайлана.
 
23 февраль [[Башҡорт АССР-ы|Автономиялы Башҡорт Совет республикаһының]] ер эштәре (земледелия) буйынса комиссар итеп һайлана. 1920 йылда ул Тамъян-Ҡатай кантонының ғәҙәттәш тыш комиссияһы (КантЧК) рәйесе булып эшләй.
 
Ғәлиәхмәт Айытбаевтың артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.
 
== Сығанаҡ==
* Ярмуллин А.Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәре хаҡында ҡыҫҡаса биографик очерктар. Өфө, 2009. 169-170 биттәр.
== Иҫкәрмәләр ==
<references/>