Рәсүлев Талха Ғайса улы: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
||
1 юл:
'''Талха Ғайса улы Рәсүлев''' – Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, Зәки Вәлидиҙең яҡын көрәштәштәренең береһе. Ырымбур губернаһы Верхнеуральск өйәҙенең (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы) Әүәз ауылында тыуған булһа кәрәк. Атаһы Ғайса Фәтҡулла улы Рәсүлев арҙаҡлы шәхес. Мәшһүр “Илсе Ғайса” йырының авторы. Ахун дәрәжәһен ала. 1904–1905 йылдарҙағы рус-япон һуғышында ҡатнаша. 3-сө Манжур армияһы штабында мулла булып хеҙмәт итә. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн 3-сө дәрәжә Изге Станислав ордены менән бүләкләнә.
Талха Рәсүлев ике туған ағаһы – башҡорттоң арҙаҡлы ишаны Зәйнулла Рәсүлевтың Троицкиҙағы “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә белем ала. Беренсе донъя һуғышына алынып, герман фронтында йөрөп ҡайта. 1917 йылда Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушыла. Талха Рәсүлевтың исеме Зәки Вәлидиҙең “Хәтирәләр”ендә йыш телгә алына.
1918 йылдың апрелендә Ырымбур төрмәһенән, большевиктар ҡулынан ҡотолғас, З. Вәлиди Тамъян-Ҡатай кантонына килә. Бында уны Талха Рәсүлев оҙатып йөрөй. ''“Ҡайнағам буласаҡ Талха Рәсүлев менән, Силәбе һәм Ялан (хәҙерге Ҡурған башҡорттары – А.Я.) аша Кустанай ҡалаһына барыу өсөн, уның улысы Туңғатарға киттек. Түләк ауылында алтын йыйыу руднигы
Был осорҙа Талха Рәсүлев Зәки Вәлидиҙең яҡын көрәштәше, ныҡлы терәгенә әүерелә. Вәлиди Т. Рәсүлевҡа үтә лә яуаплы бурыс менән Алыҫ Көнсығышҡа ебәрмәксе була. “''Талхаға ҡағыҙҙарҙы, алтын һәм ҡағыҙ аҡсаларҙы биреп, шул уҡ көндәме, иртәгеһенәме Чумляк станцияһына оҙаттыҡ. әгәр Владивостоктағы Япония консуллығында һөйләшеү һөҙөмтә бирмәһә, Японияға сығып, уларҙың булышлығында Көнсығыш Рәсәй мосолмандарының фажиғәле хәлен донъяға белдереү бурысын йөкмәттек''”, – тип яҙа Зәки Вәлиди.
Талха Рәслүлев Силәбе ҡалаһында Чехословак корпусы большевиктарға ҡаршы
1918 йылдың июнь башында Силәбе ҡалаһында Башҡорт хөкүмәте яңынан тергеҙелә. Башҡорт эшмәкәрҙәре Чехословактар ярҙамында башҡорт ғәскәрҙәрен ойоштороу эшенә тотона. Оҙаҡламай Башҡорт армияһын ойоштороу буйынса идара органы – Башҡорт хәрби шураһы булдырыла. Талха Рәсүлев хәрби шураның ағзаһы итеп һайлана. 1918 йылдың июнь-июль айҙарында ул Башҡорт хәрби шураһы рәйесе Вәлидиҙең махсус йомоштарын үтәүсе вазифаһын башҡара. Июль аҙағында тыуған яғына ҡайтып Тамъян-Ҡатай кантонының эшен яйға һалыу менән мәшғүл була.
1. Кантональная управа, после изгнания большевиков, приступила к отправлению своих функций на выборных началах с 1 августа сего года в составе следующих лиц: председателя Талхи Расулева (он же начальник кантона) – гражданина дер. Авязовой Тунгатаровской волости и членов: Мусы Шамситдинова, Хайбуллы Казаккулова – деревни Казаккуловой Кубеляк-Телевской волости и Исмагила Султанова – дер. Кутуевой той же волости. Сығанаҡ: Ярмуллин А.Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Өфө, 2009. 202-204 биттәр.
2. Организованы при управе следующие отделы:
18 юл:
1919 йылдың 21 февралендә Темәс ауылында 1-се Бөтөн Башҡорт хәрби съезы үтә. Съезд барышында Башҡортостандың ваҡытлы революцион хөкүмәте – Башревком ойошторола. Элекке Башҡорт хөкүмәте үҙенең бөтә вәкәләттәрен яңы идара органына тапшыра. Талха Рәсүлев милли хәрәкәт эшмәкәрҙәре М. Халиҡов, Я. Салихов, Н. Таһиров, Ғ. Айытбаев һәм Ғ. Мөхәмәтйәровтар менән бергә Башревкомға ағзалыҡҡа кандидат итеп һайлана.
Оҙаҡламай Талха Рәсүлевҡа тағы ла яуаплыраҡ бурыс йөкмәтелә. Ул, Мәскәүгә киткән Абдулла Әҙеһәмовтың урынына, Башҡорт Совет Республикаһының аҙыҡ-түлек буйынса халыҡ комиссары итеп тәғәйенләнә. Башҡортостан автономияһы өсөн үтә лә ауыр осорҙа, 1919 йылдың февраль-март айҙарында, Т. Рәсүлев аҙыҡ-түлек мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Тиҙҙән Колчак армияһы ҡыҙылдарҙы Башҡортостандан ҡыҫырыҡлай башлай. Темәстә урынлашҡан Башревком тәүҙә Мораҡҡа, Иманғолға күсенергә, артабан Саранский ҡалаһына эвакуацияланырға мәжбүр була.
1919 йылдың авгусында Башревком Башҡортостанға ҡайта. Республиканың урындағы власть органдары эшмәкәрлеге яңынан тергеҙелә башлай. Талха Рәсүлев, тыуған яғына ҡайтып Тамьян-Ҡатай кантонында эшләй. 1920 йылдың май аҙағында Т. Рәсүлев Башсовнархоз Президиумы ағзаһы итеп һайлана. Әммә бында уға оҙаҡ эшләргә тура килмәй. 16 июнь Башревком ағзалары Үҙәк Совет власының мәкерле милли сәйәсәтенә ҡаршы ризаһыҙлыҡ белдереп, эштән китә. Зәки Вәлиди кәңәше буйынса башҡорт эшмәкәрҙәре Төркөстанға юллана. “Хәтирәләр”ҙән күренеүенсә, Талха Рәсүлев Төркөстанда Зәки Вәлиди янында йөрөй. Әммә уның артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. журналист-публицист Рәүеф Насиров яҙыуынса, Талха Рәсүлев Төркөстандағы милли хәрәкәт уңышһыҙлыҡҡа осрағас, Алыҫ Көнсығышҡа киткән, аҙаҡ Ҡытайға сыҡҡан.
Сығанаҡ: Ярмуллин А.Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәре тураһында ҡыҫҡаса биографик очерктар. Өфө, 2009. 202-204 биттәр.
|