Ғафури районы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
80 юл:
Тәү сиратта трилогиянан вариант диалектиздарҙы ҡарап үтәйек:
Эт балаһын еҙем һөйләшсәһендә көтөй тип атау бар: Ә ысын дөрөҫөн Әхмәҙин, әй, Бүреһуҡҡан бабай, үҙе генә белде: ниндәйҙер серле тәҡдир илә, бүре өйөрөндә аҙаштырған көтөйө – Һарыгүҙ үҫеп, хас та бүре булып ҡайтып ингәйне. Исемде көтөйгә үҙе ҡушҡайны, күҙенең төҫө сылт һары булғанға. Шәкәрҙе – бисүк, сөгөлдөрҙө – ысвикла тип йөрөтөү бар еҙем һөйләшсәһендә: Әйткәндәй, беҙҙә уны “ысвикла” тиергә өйрәнеш итеп алдылар, йәнәһе, урыҫсалап. Ә Толпарлының бөтә ҡатындары ла тиерлек хәҙер бер ҡушаматта йөрөй: “ысвикла бисәләре”. Бығаса өйрәнеп бөтөр инек “ысвикла бисәһе” булып. – Сөгөлдөр түгел – ысвикла! – тип ҡысҡыра бирҙе Ишбирҙе, үҙен туҡтатып алырлыҡ түгел, саң күтәреп һөрөп бара баҫыуҙы тәпке менән.
“Ҡатындар” трилогияһында лексик диалектизмдар йәғни башҡорт әҙәби теленең һүҙҙәре менән сағыштырғанда, бөтөнләй башҡа сығанаҡлы һүҙҙәр ҙә бик күп һәм урынлы ҡулланыла. Трилогиялағы миҫалдарҙа ҡарап үтәйек:
Бәләһен һалырға яратыусы кешене еҙем һөйләшсәһендә бәләсник тип атайҙар: - Бәләсник. Шул кәүҙәң менән.
Мәш килеү – донъяңды онотоп нимәлер эшләү, шуның менән генә булышыу: Мәш килеп донъя көтөп, ашлыҡ һуғып йөрөүҙәре. Беҙ ҙә Зөлхизә янында мәш киләбеҙ.