Әл-Бәҡара сүрәһе: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
62 юл:
# Ул — Ер йөҙөндәге бөтә нәмәне һеҙҙең өсөн барлыҡҡа килтерҙе, шунан Куккә йүнәлде, уны ете ҡат итеп төҙөнө, һәм Ул — һәр нәмәне белеүсе!
# Һәм бына Раббың фәрештәләргә: «Мин Ер йөҙөндә Үҙемдең урынбаҫарымды булдырасаҡмын»,— тине. Улар: «Һин әллә унда боҙоҡлоҡ ҡылыусыны һәм ҡан түгеүсене булдырмаҡсы булаһыңмы? Ә беҙ Һине маҡтайбыҙ, Һине изге тибеҙ»,— тинеләр. Ул: «Ысынлап та, Мин һеҙ белмәгән нәмәләрҙе беләм!» — тине.
31.# Һәм Ул Әҙәмгә барлыҡ исемдәрҙе өйрәтте һәм уларҙы фәрештәләр алдына ҡуйып: «Әгәр хаҡ һүҙле булһағыҙ, бына быларҙың исемдәрен Миңә әйтеп бирегеҙ әле!» —тип мөрәжәғәт итте.
32.# Улар: «Дан Һиңә! Беҙ бит ни бары Һин өйрәткәнде генә беләбеҙ. Ысынлап та, Һин беләһең, Һин хикмәтле!» — тинеләр.
33.# Ул: «Эй, әҙәм! Шуларҙың исемдәрен уларға әйтеп бир!»—тине. Уларҙың исемдәрен әйтеп биргәс, Ул: «Мин һеҙгә Ерҙәге һәм күктәрҙәге ғәйеп нәмәләрҙе лә беләм, һеҙҙең асыҡ ҡылған һәм йәшергәндәрегеҙҙе лә беләм тип әйтмәнемме ни?» — тине.
34.# Һәм бына Беҙ фәрештәләргә: «Әҙәмгә сәждә ҡылығыҙ!» — тип әйттек. Иблестән башҡаһы сәждә ҡылды. Ул ҡарышты, тәкәбберләнде һәм кафырҙарҙан булды.
35.# Һәм Беҙ: «Эй, Әҙәм, һин дә, халҡың да йәннәттә тороғоҙ. Теләгән ерҙә рәхәтләнеп ашағыҙ. Ләкин, залимдарҙан булмау өсөн, бына был ағасҡа яҡын килмәгеҙ!» — тинек.
# Ә шайтан уларҙы уға [ағасҡа] һөрөндөрҙө һәм уларҙы торған ерҙәренән сығарҙы. Һәм Беҙ: «Бер-берегеҙгә дошман булып, һөрөлөп китегеҙ! Һеҙгә урын һәм уаҡытына тиклем файҙаланыу [әйберҙәре] — Ер йөҙөндә»,— тинек.
# Һәм Әҙәм Раббыһынан һүҙҙәр, ә Ул уның тәүбәһен ҡабул итте. Ысынлап та, Ул рәхимле, тәүбәләрҙе ҡабул итеүсе!
# Беҙ: «Барығыҙ, унан бергә һөрөлөп китегеҙ! Әгәр һеҙгә Минән ҡулланма килһә, кем Минең - ҡулланмама эйәрә, шуға ҡурҡыныс та юҡ, ҡайғы-хәсрәт тә булмаҫ»,— тинек.
# Ә инде иман килтермәйенсә Беҙҙең аяттарыбыҙҙы ялғанға һанаусылар — тамуҡ киҫәүҙәре, улар мәңге шунда ҡалыр.
40.# Эй һеҙ, Исраил улдары! Минең һеҙгә күрһәткән ниғмәттәремде иҫкә алығыҙ, Миңә биргән үәғәҙәләрегеҙҙе теүәл үтәгеҙ. Мин дә Үҙ үәғәҙәмде үтәрмен. Минән ҡурҡығыҙ!
# Һәм һеҙҙең менән булғандың дөрөҫлөгөн иҫбат итеү өсөн Мин төшөргән нәмәгә иман килтерегеҙ. Уға ышанмаусы кафырҙарҙың тәүгеһе булмағыҙ. Минең аяттарым бәрәбәренә аҙ хаҡ алығыҙ һәм Минән ҡурҡығыҙ!
# Хәҡиҡәтте йәшереү өсөн уны ялған менән ҡапламағыҙ, үҙегеҙ белә тороп та.
100 юл:
# Һәм бына Муса үҙ халҡына: «Ысынлап та, Алла һеҙгә һыйыр боғаҙларға бойора!» — тине. Улар: «Һин беҙҙе көлкөгә ҡалдырмаҡсы булаһыңмы әллә?» — тинеләр. Ул: «Наҙандарҙан булмау өсөн мин Аллаға һыйынам»,— тине.
# Улар: «Раббыңды беҙгә саҡыр. Ул беҙгә уның ниндәй һыйыр икәнлеген аңлатһын!» — тинеләр. Ул: «Бына, Ул әйтә: «Ул һыйыр ҡарт та түгел, тана ла түгел, ошо икеһенең араһында урта йәштәрҙә», ти. Һеҙгә нимә ҡушылған, шуны эшләгеҙ!»,— тине.
69.# Улар: «Раббыңды беҙгә саҡыр. Ул беҙгә һыйырҙың ни төҫлө икәнен аңлатһын»,— тинеләр. Ул: «Бына Ул әйтә: «Ҡарап тороусыларҙы төҫө шатландыра торған ҡоба һыйыр»,— тине.
70.# Улар: «Раббыңды беҙгә саҡыр, Ул беҙгә һыйырҙың ниндәй икәнлеген аңлатһын, сөнки беҙҙең өсөн һыйырҙар бер-береһенә оҡшаш һәм беҙ, Алла теләһә, тура юлда булырбыҙ»,— тинеләр.
71.# Ул: «Бына Ул: «Был ер һөрөү һәм баҫыуға һыу һибеү өсөн өйрәтелмәгән һыйыр, ул таҙа, бер ниндәй ҙә етешһеҙлеге юҡ»,— тип әйтә»,— тине. Улар: «Бына һин хәҙер хәҡиҡәт килтерҙең»,— тинеләр. Улар һыйырҙы боғаҙланы, гәрсә быны эшләмәҫкә лә әҙерҙәр ине.
72.# Бына һеҙ йән эйәһен үлтерҙегеҙ һәм шул турала һүҙ көрәштерҙегеҙ, ә Алла һеҙ йәшергәндәрҙе асып һалыусы.
73.# Беҙ: «Уны [мәйетте] һыйырҙың берәй нәмәһе менән һуғығыҙ!»—тинек. Алла үлектәрҙе шулай терелтә һәм һеҙгә Үҙенең аяттарын күрһәтә. Ихтимал, һеҙ аңларһығыҙ!
74.# Бынан һуң һеҙҙең күңелдәрегеҙ ҡатты, улар таш кеүек, хатта унан да ҡатыраҡ. Эйе, таштар араһында шундай таштар бар, уларҙан шишмәләр урғылып сыға, һәм таштар бар — улар ярылып, уларҙан һыу сыға, һәм таштарҙың шундайҙары бар, улар Алланан ҡурҡып түбән төшәләр. Алла һеҙ эшләгән эштәргә иғтибарһыҙ түгел! Алла һүҙен ишетеп аңлағас, белгән көйө ошо һүҙҙәрҙе боҙоусы фирҡә була
75.# Әллә һеҙ уларҙың һеҙгә ышаныуҙарын өмөт итәһегеҙме? Араларында, тороп та?
76.# Улар, иман килтергән кешеләрҙе осратһалар: «Беҙ иман килтерҙек»,— тиҙәр. Ә аулаҡта бер-береһе менән осрашҡанда: «Алла һеҙгә асып һалғанды уларға һөйләмәҫһегеҙме һуң, Раббығыҙ ҡаршыһында улар уның тураһында һеҙҙең менән бәхәсләшмәһен өсөн?» — тинеләр. Аңламайһығыҙмы ни һеҙ?
77. Улар үҙҙәренең йәшерен эштәрен дә, асыҡ эштәрен дә Алланың белгәнен белмәйҙәрме һуң?
78. Улар араһында китапты белмәгән наҙандар бар, уларҙа хыял-шәһүәт кенә, һәм улар тик фараз ғына ҡылалар.