Һәжәр (Исмәғилдең әсәһе): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
50 юл:
Хаж ғәмәле башҡарғанда иҫкә алыныуға шулай лайыҡ булған бөйөк был ҡатын.
 
===Башҡорт һәжәрҙәре===
Аллаһ алдында бурысын үтәгән балаһын күҙ йәше ҡоймай ғына, фатиха биреп, сабырлыҡ менән изге юлға оҙатып ҡалыу Һәжәр Инәбеҙҙән мираҫ ителгән дә инде. Башҡорт халҡы ил өсөн, тыуған ер өсөн күпме ҡан ҡойған, әсәләр бит улдары артынан һөрән һалып илап ҡалмаған, барма, тип әйтмәгән.
 
- Ир булып тыуғас, хеҙмәт итәләр инде. Яуыз кеше яуҙан ҡасыр, тигән ололар. Көнө еткәнгә көн дә үлем - мейес башында ла ятып үлә. Алланың ҡушҡанынан уҙып булмай, яҙған булһа, хеҙмәт итер ҙә ҡайтырҙар, - бындай яуапты һалдат әсәләренән йыш ишетә торғайныҡ.
 
Ватанға һөйөү - имандан. Ватанды һаҡлау – Аллаһ алдындағы мөҡәддәс бурыс. Тимәк, яуҙан ҡасыу – Аллаһ һалған оло бурыстан ялтаныу, аманатҡа хыянат. Башҡорттар, мосолман булараҡ, тап шуның өсөн дә ҡаһармандарса һуғышҡан, аямаған йәнен, түккән ҡанын. Һаман да әле Рәсәйҙең иң ҡыйыу, иң тоғро һалдаттары булып ҡалалар. Яу ҡырында ятып ҡалыусыларҙы “шәһит”, тимәк, Аллаһ хаҡына йәнен ҡорбан итеүсе тип атаған халҡыбыҙ. Хатта дәһри совет осоронда ла был исемдең юғалғаны булманы.
 
Милләтебеҙҙең күпме Һәжәр Инәләре бәғер иткенәләре, күҙ нурҙары – шәһит киткән улдарын көтөп ала алмай донъя ҡуйған. Ожмах ҡапҡалары алдында осрашыуҙар насип ҡылһын уларға Хаҡ тәғәлә.
 
== Сығанаҡтар ==