Ағиҙел (йылға): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
33 юл:
}}
 
'''Ағиҙел''', [[Башҡортостан|Башҡортостандағы]] иң ҙур йылға һәм төп һыу юлы. [[Кама (йылға)|Кама]] йылғаһының һул яҡ ҡушылдығы. [[Уралтау]] итәгенән башлана. Оҙонлоғо — 1430 км, бассейнының майзанымайҙаны — 141900 км<sup>2</sup>. Көмөштәй аҡ был йылға [[Ирәмәл (тау)|Ирәмәлтау]] тирәһенән баш ала. Үрендә һаҙамыҡлы үҙәндәрҙән үтә, [[Тирлән]] ҡасабаһынан түбәндәрәк ҡырҡа тарая, иңкеүҙәре текәрә. [[Белорет]], [[Бөрйән]] ерҙәренән [[Урал (тау)|Урал]] тауҙары, ҡаялар араһынан аға. Уң ҡушылдығы [[Нөгөш (йылға)|Нөгөштө]] юлдаш итеп китә биргәс, иркен туғайлыҡтарға барып сығыр ерҙәрҙә үҙәне яйлап киңәйә. [[Ҡариҙел (йылға)|Ҡариҙел]] ҡушылғандан һуң Ағиҙел тигеҙлектәрҙән йәйрәп аға, иркен туғайҙарҙа ағымында боролмалар, бөгөлдәр яһап, тармаҡланып та киткеләй. Күп урында уң яҡ яры ҡалҡыуыраҡ.
 
Иң ҙур ҡушылдыҡтары:
45 юл:
Башҡорт халыҡ ижадында һәм йәнле һөйләштә Ағиҙел Иҙел тип тә йөрөтөлә. «[[Урал батыр, ҡобайыр|Урал батыр]]» ҡобайырында «Көмөштәй бер аҡ йылға», «Иҙел батыр таҡҡан, ай, Аҡ йылғаһы» тигән юлдар бар.
Боронғо төрки халыҡтарында Иҙел «һыу, йылға» тигәнде аңлата. Ағиҙелдең русса «Белая» тигән аты башҡортсанан туры күсермә: [[1627]] йылда сыҡҡан «Ҙур һыҙма китабы»нда һәм башҡа тарихи яҙмаларҙа Ағиҙел "Белая Воложка" тип атала.
 
 
== Әҙәбиәт ==