Яҡупова Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
17 юл:
}}
 
'''Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы Якупова, Гөлнур Яҡупова''' (24.06.1948) — шағирә, яҙыусы, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре. [[Рәсәй Федерацияһы]] һәм [[Башҡортостан Республикаһы]] Яҙыусылар берлеге ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (2006).
'''Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы Якупова''' 1948 йылдың 24 июнендә [[Башҡортостан]]дың [[Ғафури районы]] [[Сәйетбаба (ауыл)|Сәйетбаба]] ауылында тыуған.
 
== Тормош һәм хеҙмәт юлы ==
1948 йылдың 24 июнендә [[Башҡортостан]]дың [[Ғафури районы]] [[Сәйетбаба (ауыл)|Сәйетбаба]] ауылында тыуған. Сәйетбаба урта мәктәбен, [[Салауат педагогия училищеһы]]н, [[Башҡорт дәүләт университеты]]ның филология факультетын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын [[Ғафури районрайоны]]ның газетаһында«Йондоҙ» газитендә әҙәби хеҙмәткәр вазифаһында башлай, артабан мөхәррир урынбаҫары булып башлайэшләй. 1986 йылдан [[Башҡортостан ҡыҙы (журнал)|"Башҡортостан ҡыҙы"]] журналында эшләй. 1991 йылдан — [[Ағиҙел (журнал)|«Ағиҙел»]] журналының яуаплы сәркәтибе.
== Ижады ==
Әҙәби ижад һуҡмағына иртә аяҡ баҫа, журналист ҡәләмен дә ташламай. Шиғырҙары 1964-65 йылдарҙа уҡ [[Йәшлек (гәзит)|«Ленинсе»]], [[Башҡортостан (гәзит)|Совет Башҡортостаны]] гәзиттәрендә баҫыла башлай. Яҙыусы һөнәренә ныҡлап тотоноуы XX быуаттың 80-се йылдарына тура килә. «Йәш көстәр» (1982,1984) альманахында тәүге шиғри шәлкемдәре донъя күрә, «Нағыш» (1989) исемле китабы нәшер ителә. «Автограф» (1992) тигән йыйынтығы яҙыусы ҡәләменең көсөн һәм һәләтен ныҡлап иҫбатлай, уның ижадына һәр тарафтан ҡыҙыҡһыныу арта. [[Башҡортостан]]дың халыҡ шағиры [[Мостай Кәрим]]:«...Тел бәҫен тота белеү,сама тойғоһо,фекер асыҡлығы,сағыу буяуҙар — бөтәһе лә өлгөргән талант хаҡында һөйләй...», — тигән баһа биреп, йәш шағирәгә Яҙыусылар берлеге ағзалығына фатиха бирә.
«Мөхәббәткә мәҙхиә»(1996), «Йөрәк хаты» (1998), «Әҙәм вә Һауа»(2008) исемле тос йөкмәткеле китаптары шиғриәт майҙанында һынатманы, Гөлнур Яҡупованы үҙ йөҙө, үҙ стиле булған, фекер һәм хис гармонияһына өлгәшкән шағирә итеп танытты.
Уҡытыусы белеменә эйә авторҙың балалар әҙәбиәтендә лә хеҙмәттәре бар, кескәйҙәр өсөн ул «Ярғанат» (1993), «Ғәжәп хәбәр» (1995) тигән ҡыҙыҡлы һәм фәһемле китаптар яҙҙы. Ә инде «Башҡортостандың Ҡыҙыл китабы» фәнни баҫмаһынан сығып ижад ителгән «Ҡыҙыл китап аманаты»(2004,2006) исемле ике томлыҡтың, унда ингән хикәйәләр, әкиәттәр, йомаҡтар һәм шиғырҙар аша еткерелгән, нәфис әҙәбиәт теле менән һеңдерелгән тәрбиәүи нотоҡтоң әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Башҡортостан мәғариф министрлығының был баҫманы 2010 йылда мәктәптәр өсөн махсус нәшер итеүе лә быға дәлил.
Гөлнур Яҡупованың ижадында көтөлмәгән күренештәр булғылап тора. Мәҫәлән, үҙенең «Төш юрау китабы» (1998) менән дә аптыратты һәм ҡыуандырҙы ул уҡыусыларын. Ғәмәлдә был - заманса асҡыстар менән асылған, үҙ халҡыбыҙҙың йәшәйешен,ғөрөф-ғәҙәттәрен күҙҙә тотоп ҡоролған, [[башҡорт теле|башҡортса]] тәүге тәҡбирнамә.
Башҡорт шиғриәтендә үҙ урынын яулаған, абруйлы исеме булған Гөлнур Яҡупова ҡәләмен сәсмә әҫәр яҙып та һынамаҡ булды бер мәл. Һәм «Йыртҡыс ҡаны»(2003) тип аталған беренсе проза йыйынтығы менән үк уҡыусыларҙың күңелен яуланы. Татарстан китап нәшриәтендә лә донъя күрҙе был китаптағы повестар («Ерткыч каны», 2011).
Тел байлығы,образлы һүрәтләү маһирлығы, мауыҡтырғыс сюжеттар ҡороу һәләте Гөлнур Яҡупованың прозаһына тәм һәм ғәм бирә, уҡымлы итә. Һуңғы араларҙа әҙибә өс романдан торған «Ҡатындар» исемле трилогия ижад итте. Бер үк ваҡытта ул ижадының тағы бер йүнәлеше булған тәржемәселекте лә онотмай.
== Йәмәғәт эштәре ==
Әҙәби ижад менән бер рәттән яҙыусы төрлө йәмәғәт эштәрен дә атҡара. Яҙыусылар берлегенең идара ағзаһы, проза секцияһы сәркәтибе булып тора. Һәм бына 10 йыл инде Гөлнур Яҡупова тыуған [[Ғафури районы]] мәктәптәренең әҙәби ижад менән мауыҡҡан балалары араһында «Өмөтлө ҡәләм» бәйгеһе уҙғара, һөнәр серҙәре менән уртаҡлаша, нәфис әҙәбиәткә ылыҡтыра.
 
== Китаптары ==
Юл 37 ⟶ 47:
* «Нағыш»
* «Ҡатындар» — трилогия
== Бүләктәре ==
 
* Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
* Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (2006)
== Һылтанмалар ==
* Башҡортса Викитапханала Гөлнур Яҡупова әҫәрҙәре
:: [http://wikisource.org/wiki/%D2%A0%D0%B0%D1%82%D1%8B%D0%BD%D0%B4%D0%B0%D1%80_%D0%A2%D1%80%D0%B8%D0%BB%D0%BE%D0%B3%D0%B8%D1%8F_%D2%A0%D1%8B%D2%99_%D0%B1%D0%B0%D0%BB%D0%B0_%D0%91%D0%B5%D1%80%D0%B5%D0%BD%D1%81%D0%B5_%D0%BA%D0%B8%D1%82%D0%B0%D0%BF_%D2%92%D3%A9%D0%BB%D0%BD%D1%83%D1%80_%D0%AF%D2%A1%D1%83%D0%BF%D0%BE%D0%B2%D0%B0 Ҡатындар. Трилогия. Ҡыҙ бала. Беренсе китап.]
== Иҫкәрмәләр ==
<references/>
[[Категория:Башҡорт яҙыусылары]]