Иләс: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
93 юл:
* Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай, Башҡортостан): 121 км
 
'''== Ауыл тарихы =='''
 
Иләс ауылы старшина Һағынбай Күҫәков командаһына ҡараған.
Тарихтан билдәле булыуынса, 1798 йылдан алып башҡорттар шулай уҡ Үҫәргәндәр ҙә, хәрби казачье сословиеға әүерелә. Улар үҙ сығышы иҫәбенә - үҙенең аты, һуғыш ҡоралы, аҙыҡ-түлеге, кейем-һалымы менән ил сиген һаҡларға тейеш булған. Ил сиге Яйыҡ (Урал) йылғаһы буйлап һуҙылған, ә Яйыҡ иләстәргә бары 25-35 километр самаһы алыҫлыҡта ғына ағып ята. Яйыҡ буйлап крепостар, уларға яҡын тирәлә дистанциялар, пикеттар барлыҡҡа килтергән, пикет - бәләкәй генә һаҡсы отряд, дозор торған урын. Ҡайһы бер дистанциялар, пикеттар урынында ауылдар үҫеп сыҡҡан. Мәҫәлән, Ырымбур өлкәһе сигендәге Новочеркасск-Разоренный ауылын элек башҡорт ҡарттары "Бикәт, Пикәт" тип атап йөрөткәндәр.
Иләс ҡарт XVIII быуат аҙағында (1787 йылда) үҙенең дүрт улы менән Ҡыҙыл Мәсет (Мораҡ) яғынан Һүрән буйынан күсеп ултырған. Башта Умань (урыҫ ауылы, хәҙер инде юҡ) эргәһенә нигеҙ һала, ә һуңынан хәҙерге урынына күскән.
109 юл:
1940 йылда – 394 кеше, 1989 йылда – 90 йортта 372 кеше, 2009 йылда – 318 кеше, шулар араһында: 134 ир-ат, 184 ҡатын-ҡыҙ.
 
'''Турат сағылы'''
 
Турат тип аталыуға килгәндә, бал туралағы легендаларҙы ситләтеп үтеү мөмкин түгел.
''Беренсе легенда (Таштуғай):''
Хәҙерге Иләс ауылына ҡыҙ күҙләргә бер кейәү-егете ҡанатлы туры толпарға атланып килә. Кеше күҙенә күрһәтмәҫкә күпме генә тырышһа ла, әрһеҙ еңгәйҙәрҙән ҡотола алмаған. Уларҙың күҙе тейеүҙән ҡанатлы туры толпар-аты йән бирә. Уны ауыл эргәһендәге сағылға күмәләр. Шуға ла ауылға Турат (Туры + ат) сағылы исеме бирелгән.
 
''Икенсе легенда - Таштуғай легендаһы''. Таштуғай ауылында кейәүҙә булып, Көнһылыу исемле ҡыҙ ҡаса. Ул ҡыҙҙы ҡыуа төшәләр, Турат тауында ҡыуып етһәләр, Көнһылыу ҡаянан ташлана. Шул ҡаяны "Көнһылыу ташы" тиҙәр беҙҙә.
Көнһылыуҙың атаһы был хәбәрҙе ишеткәс, ҡарт Туры аты менән сабып килә. Ат күбеккә бата, хужаһын алып килеп еткереп, йән бирә. Атты сағылға ерләйҙәр.Шунан бирле сағыл - Турат сағылы тип йөрөтөлә.
 
''Ѳсѳнсѳ легенда.'' Борон, халыҡ йөрмәгән саҡта, был яҡтарға ҡаҙаҡ-ҡалмыҡтар йәйләүгә килер булған. Бер ҡалмыҡ байы менән ошо яҡтың бер байы ҡоҙалаша. Кейәү егете ҡайны йортонда була, ҡыҙ менән күрешә. Ә ҡайтыр осорҙа: «Ҡара ҡаҙҙар ҡайтҡан саҡта, мине көт!» ти…
Ѳсѳнсѳ легенда.
Турат сағылы
Борон, халыҡ йөрмәгән саҡта, был яҡтарға ҡаҙаҡ-ҡалмыҡтар йәйләүгә килер булған. Бер ҡалмыҡ байы менән ошо яҡтың бер байы ҡоҙалаша. Кейәү егете ҡайны йортонда була, ҡыҙ менән күрешә. Ә ҡайтыр осорҙа: «Ҡара ҡаҙҙар ҡайтҡан саҡта, мине көт!» ти…
Бер көндө ҡыҙ, еңгәһе менән ҡымыҙ бешеп йөрөгәндә, көлөп ебәрә.
– Нимәгә көләһең? – тип еңгәһе аптырап ҡала.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Иләс» битенән алынған