Нил: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
40 юл:
Нил аҫҡы ағымда йылға буйын тулыһынса батыра. Абиссин ҡалҡыулығынан аҡҡан ҡушылдыҡтар бик күп ләм алып килә. Был ашламалар бик кәрәкле.
Нилдың һыу ресурстары борондан баҫыуҙарға һыу ҡойоу өсөн, балыҡсылыҡ, судоходство өсөн әһәмиәтле. Мысыр өсөн йылға үтә әһәмиәтле, сөнки йылға буйында илдең 97% халҡы йәшәй.
Нилда ҙур ҡалалар Хартум, Асуан, Луксор (Фива), Каир-Гиза ҡала агломерацияһы [[Ҡәһир (ҡала)|; дельтаһында  — [[Александрия]]]] тора. Асуандан төньяҡҡа Нил йылғаһы — иң билдәле туристик маршрут.
Нил (''Iteru'' боронғо мысыр телендә) Таш быуаттарҙан алып йәшәү сығанағы булған. Уның үҙәнендә Египеттың бөтә ҡалалары урынлашҡан һәм күпселек халыҡ йәшәй. Әммә 1970 йылда Бейек Асуан быуаһын һәм ГЭС-ты төҙөп бөткәс, ауыл хужалығы бик кәрәкле ашлама — ләмдән мәхрүм булған. Тик һыу кимәлен күҙәтеү аҫтында тотоу ғына йыл буйына һуғарыу һәм йылына өс тапҡыр уңыш алыуҙа ярҙам итә.
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Нил» битенән алынған