Искәндәр Зөлҡәрнәй: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә r2.7.2+) (бот изменил: pa:ਸਿਕੰਦਰ на pa:ਸਿਕੰਦਰ ਮਹਾਨ
Assele (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
42 юл:
Б.э.т. 340 йылда, Филипп [[Византия|Византияға]] ҡаршы һөжүмде етәкләгәс, Искәндәр 16 йәшлек сағында Македонияның хакимы булып ҡала. Б.э.т. 339 йылда Филипп бишенсе мәртәбә [[Клеопатра (Филипптың ҡатыны)|Клеопатраға]] өйләнә. Искәндәрҙең әсәһе Олимпия Эпирҙан (Грек утрауының көнсығыш өлөшөндә, ул Македонияға кермәй), ә Клеопатра Македонияның үҙенән була, был Искәндәрҙең тәхеткә хоҡуғын бәхәсле итә. Төрлө фараздар буйынса, туй мәжлесе ваҡытында кәләштең ағаһы [[Аттал]] үҙенең Македония тәхетенә хоҡуҡ алыуы хөрмәтенә тост тәҡдим итә. Искәндәр уға үҙенең бокалын елләй һәм: «Мин кем улайһа, никахтан тыш тыуғанмы?» — тип ҡысҡыра. Искәндәрҙең байтаҡҡа иҫергән атаһы ҡылысын сығарып Искәндәргә табан бара башлай, әммә ҡолай. Искәндәр шунда: «Был кеше Грециянан алып Азияға тиклемге ерҙәрҙе баҫып алырға ниәтләй, әммә бер өҫтәлдән икенсеһенә барып етә алмай», — ти. Искәндәр һәм уның әсәһе асыуынан Македониянан китә, ә уның һеңлеһе [[Клеопатра (Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең һеңлеһе)|Клеопатра]] тороп ҡала.
 
Филипп улы менән яраша һәм Искәндәр кире ҡайта, Олимпиада иһә Эпирҙа ҡала. Б.э.т 338 йылда Искәндәр атаһына [[Афина]] һәм [[Фива]] ҡала-дәүләттәренә ҡаршы хәл иткес [[ХеронеяХероней яуы|ХеронеяХероней яуында]] ярҙам итә. Грек ҡала-дәүләттәре биш айға Македония хакимлығы аҫтында ҡала, һуңынан [[Коринф лигаһы]] булдырыла.
 
Б.э.т. 336 йылда Филипптың үлеменән һуң Искәндәр Македонияның яңы хакимы тип иғлан ителә. Яңы хаким тәхеткә ултырыу менән, Афина һәм Фива һымаҡ ҡала-дәүләттәр үҙаллылыҡ алыу мөмкинлегенә өмөт итә. Бигерәк тә Фива Искәндәргә ҡаршы әүҙем күтәрелә, әммә Искәндәр уның ҡапҡаһы төбөндә пәйҙа булғас, бер һүҙһеҙ буйһона. [[Коринф]] йыйылышында гректар Искәндәрҙе [[Фарсы империяһы]]на ҡаршы яуҙа етәксе итеп һайлай.
 
Б.э.т. 335 йылда Искәндәр Македонияның төньяҡ сиген нығытыр өсөн фракийҙарғафракия һәм иллирийҙарғаиллирия ҡәбиләләренә ҡаршы ҡуҙғала. Уның уңышлы хәрәкәте ваҡытында Афина, Фива һәм бүтән ҡалалалар тағы баш күтәрә. Искәндәр тиҙ арала килеп етә, башҡа ҡалалар икеләнгән арала, Фива ҡаршылашыуын дауам итә. Һөҙөмтәлә Фива ҙур ҡан ҡойош менән буйһондорола, ә уның халҡы ҡоллоҡҡа һатыла.
 
== Баҫып алыу осоро ==
56 юл:
Артабан ул [[Урта диңгеҙ]] буйындағы ҡалаларға һөжүм итә һәм [[Тир]], [[Газа]] ҡалаларын ала.
 
Б.э.т. 332-331 йылдарҙа Искәндәрҙе [[Мысыр|Мысырҙа]] азат итеүсе тип ҡабул итәләр һәм Мысыр руханиҙары уны Зевс улы тип иғлан итә. Искәндәр Мысырҙа [[Александрия]] ҡалаһына нигеҙ һала, был ҡала ул үлгәндән һуң [[Птолемей династияһы|Птолемей династияһының]] баш ҡалаһы булараҡ үҫеш ала. Мысырҙан һуң Искәндәр көнсығышҡа – [[Ассирия|Ассирияға]] табан юллана һәм [[ГавгамеллаГавгамел яуы|ГавгамеллаГавгамел яуында]] Дарий етәкселегендәге фарсы ғәскәрен тармар итә. Дарий тағы ла ҡаса, Искәндәр уны [[Эрбиль|Эрбилгә]] ҡәҙәр ҡыуалап бара.
Артабан Искәндәр [[Вавилон|Вавилонға]], унан [[Суза|Сузаға]] табан юллана. Б.э.т. 330 йылда Искәндәрҙең ғәскәре Фарсы империяһының баш ҡалаһы [[Персеполь|Персеполде]] баҫып ала. Ҡала талана, ә һуңынан яндырыла.
 
64 юл:
=== [[Һиндостан]]ға һөжүм ===
[[Рәсем:MacedonEmpire.jpg|thumb|300px|Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең Азияға сәфәре]]
Б.э.т. 326 йылда Искәндәр [[сапратсатрап|сапраттарсатраптар]] менән бәйләнешен нығытыр өсөн [[Роксана|Роксанаға]] өйләнә. Артабан ул иғтибарын Һиндостанға йүнәлтә. Искәндәр бөтә [[Гандхара]] сатраптарының башлыҡтарын уның хакимлығын ҡабул итергә саҡыра. Ҡайһы берҙәр ҡаршылыҡһыҙ ризалашһа ла, [[Камбоджа]] ҡәбиләләрелең башлыҡтары уның хакимлығын танырға баш тарта. Искәндәр был ҡәбиләләргә ҡаршы яу аса. Был ҡаты алыштарҙа Искәндәр үҙе лә яралана, ахырҙа урындағы ҡәбиләләр еңелә.
 
Артабан Искәндәр [[Һинд]] йылғаһы аша үтә һәм б.э.т. 326 йылда [[Панджаб]] дәүләтенең хакимы [[Пор]]ға ҡаршы яуҙа еңеп сыға. Был яуҙан һуң ул Порҙың батырлығына һоҡланып, уның менән килешеү төҙөй һәм Порҙы үҙ ерҙәренә сатрап итеп билдәләй, бынан тыш, уның биләмәләлен киңәйтә. Бында уның яратҡан аты үлеп ҡала һәм Искәндәр нигеҙ һалған ике ҡалаһына Буцефала исемен бирә.
81 юл:
Искәндәр "Krater'oi" ([[Кратер]]) тип әйткән булыуы ла мөмкин. Ҡайһы бер ғалимдар Искәндәр вариҫы итеп ғәскәр етәкселәренең береһен ҡалдырырға теләүе тураһында раҫлай. Уның Кратер булыуы ла мөмкин, сөнки ул ғәскәрҙең күпселек өлөшө менән етәкселек итә һәм үҙен бик яҡшы башлыҡ итеп күрһәтә. Әммә Кратер был ваҡытта яҡында булмай, ә бүтәндәр «Иң көслөһө» тип ишетеүҙе уңайлыраҡ күрә. Искәндәрҙең нимә тип яуаплауына ҡарамаҫтан, Кратер үлтерелә, ә империяны ғәскәр башлыҡтары бүлгеләй ([[диадохтар]]).
 
== КитаптарИҫкәрмәләр ==
<references/>
 
== Һылтанмалар ==
* [http://шонкар.рф/shonkarrubrikalari/128-shexes/1649-iskender-zolkerney Азат ЮЛАН «Искәндәр Зөлҡәрнәй. (Александр Македонский)». "Шоңҡар", №7, 2011 йыл.]
 
[[Категория:Шәхестәр]]
[[Категория:Боронғо Греция]]
 
{{Link FA|ar}}