Туҡтамыш Ишбулатов: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Haqmar (фекер алышыу | өлөш)
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''ИР АЗАМАТЫ'''
Туҡтамыш Ишбулатов - Уложенная комиссия (1767–1768 йй.) депутаты. Мөғдөн

Мәғдән сәнәғәтен етәкләүсе ҙур шәхес, 20 йыл тиерлек башҡорттарҙың иң күп халыҡлы, иң алдынғы [[Ғәйнә]] өлкәһе старшинаһы була. Өфө провинцияһы башҡорттарының наказдары авторы. Башҡортостандың Рәсәйгә ингәндән алып XVII быуатҡа тиклемге тарихын һәм закондарын үҙләштергән. Башҡорт һәм урыҫ телдәрендә уҡый-яҙа белгән. Наказдарҙы ул урыҫ телендә әҙерләгән.
Өфө дворяндары башҡорт ерҙәренә дәғүә иткәндә: «Башҡорт ерҙәрен талау етер һеҙгә! Һеҙ шул тиклем күп таланығыҙ, хатта, башҡорттарҙың үҙҙәренә ер ҡалманы», - тип белдерә. Күҙ алдына килтерегеҙ: XVIII быуат, Екатерина Икенсе заманы. Ниндәйҙер башҡорт, Петербургка килеп, шулай сығыш яһаһын әле!
[[Өфө]] сауҙагәрҙәре Өфө провинцияһында сауҙала монополияға эйә булыуҙы талап иткәндә: «Һеҙ Өфөнө хеҙмәтләндереп өлгөрмәйһегеҙ. Бер генә урыҫ сауҙагәре лә беҙҙең Ғәйнә өлкәһенә килеп етә алғаны юҡ. Үҙебеҙҙең хужалыҡ продукттары менән уҙебеҙгә сауҙа итергә рөхсәт бирегеҙ!» - тип шарт ҡуя.
1836 йылдың 11 февралендәге Указ менән башҡорт старшиналарын күҙәтергә мишәр писарҙарын ҡуялар. Ошо ваҡиғанан һуң 30 йыл үткәс, Туҡтамыш Петербургтағы Дума бинаһында былай тип сығыш яһай: «Беҙҙең, башкорттарҙың, уҙебеҙҙең уҡымышлы кешеләребеҙ етерлек, беҙгә башҡорт писарҙарын ҡуйығыҙ, башҡорт старшиналарын күҙәтеп, провинция канцелярияһына ошаҡлау етер».