Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
35 юл:
[[1909]] йылда, Өфө губернаһында тыуып үҫкән бөйөк рус яҙыусыһы [[Аксаков, Сергей Тимофеевич|С.Т. Аксаковтың]] вафат булыуына 50 йыл тулыуға, губернаторҙың тәҡдиме буйынса Өфөлә халыҡҡа сәнғәт, мәҙәниәт, аң-белем килтерерлек Аксаков халыҡ йорто төҙөргә ҡарар ителә. Бөтә Өфө губернаһынан, хатта күршеләрҙән дә аҡса йыйыла. Ленин (Үҙәк) һәм Пушкин урамдары мөйөшөндә ҡыҙыл кирбестән бина ҡалҡып сығыуға [[Беренсе бөтә донъя һуғышы|һуғыш]] та, [[Октябрь революцияһы|революциялар]] ҙа ҡамасаулай алмай. Бында [[Башҡорт дәүләт академия драма театры|башҡорт драма]], [[Башҡортостан Республикаһы Рус дәүләт академия драма театры|рус]], [[М. Кәрим исемендәге Башҡортостан Республикаһының милли йәштәр театры|йәш тамашасы]], [[Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры|ҡурсаҡ театрҙары]] эшләй башлай, хатта данлыҡлы ғәскәровсылар халыҡ бейеүҙәре ансамбле лә тәүге аҙымдарын ошо сәхнәлә яһай.
 
Театр [[1938]] йылдың [[14 декабрь|14 декабрендә]] тамашасы алдында тәүге тапҡыр үҙ шаршауын аса. Опера театрының тәүге йондоҙҙары, Мәскәү консерваторияһын тамамлаусы Б.Вәлиева, Ш.Вәлиәхмәтова, Х. Ғәлимов, В. Галкин һәм башҡалар беренсе спектакль – Д.Паизиеллоның «Прекрасная мельничиха» операһыопераһын ҡуйылакүрһәтә.
 
М. Сәлиғәскәрова, М. Хисмәтуллин һәм башҡа талантлы артистар труппаны тулыландыра. [[1941]] йылда Ленинград хореография училищеһын тамамлап, З.Насретдинова, Х.Сафиуллин, Ф.Саттаров килә. Театр эргәһендәге балет студияһында [[Рудольф Нуриев]] шөғөлләнә, ул Өфө опера һәм балет театрын бөтә донъяға таныта. Рудольф Нуриев [[1953]] йылда балет труппаһына ҡабул ителә, уның ижади карьераһы ошонда башлана.