Ырымбур экспедицияһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Яңы: Ырымбур экспедицияһы – 1734 йылдың 1 майында императрица Анна Иоанновнаның Им...
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Ырымбур экспедицияһы''' – [[1734]] йылдың [[1май|1 майында]] императрица [[Анна Иоанновна| Анна Иоанновнаның]] Империя сиген Башҡортостан сигенә еткереү, Башҡорт ерҙәрен үҙләштереү өсөн комиссия төҙөү тураһындағы указы. Экспедицияның бурыстары түбәндәгеләрҙән ғибәрәт:
*Ур йылғаһының [[Яйыҡ|Яйыҡҡҡа]] ҡушылған ерендә нығытылған ҡәлғә төҙөү һәм Башҡортостанды көньяҡтан һәм көнсығыштан ҡәлғәләр теҙмәһе менән
уратып алыу.
*Башҡорт ихтилалдарын туктатыу.
*Империя сиген Башҡортостан сигенә еткереп, артабан Каҙағстан аша Урта Азияға үтеп инеү.
[[Рәсем:Annaioannovnarussia1693-2.jpg|thumb|200px]|left|Императрица Анна Иоанновна]]
 
 
Ошо маҡсатты тормошҡа ашырыуҙа өcөy [[Ырымбур]] ҡалаһы төҙөлөргә тейеш булған. Был пландың начальнигы Сенаттың обер-секретары [[И. К. Кирилов]] былай тигән: «Ырымбур Башҡортостандың сигендә төҙөлә. Ул башҡорттарҙы буйһондороу өсөн кәрәк. Башҡорттар йәшәгән ерҙәр стена менән уратылып алынған кеүек була».
Экспедиция начальнигы итеп И. К. Кирилов үҙе тәғәйенләнә. Уға ошо уңай менән статский советник титулы бирелә. Был звание хәрбиҙәрсә бригада- генералы тигән исемгә тиң. Кириловтың урынбаҫары итеп православие диненә күскән, сукынмыш татар мырҙаһы [[А. И. Тевкелев]] билдәләнә. Башҡорттар был палачты [[Тәфтиләү]] тип атаған. [[1734]] йылдың [[15 июнь|15 июнендә]] экспедиция Петербургтан юлға сыға, [[10 ноябрь|10 ноябрҙә]] И. К. Кириловтың 3,5 меңлек отряды [[Өфө|Өфөгә]] килеп етә, [[1735]] йылдың[[15 август|15 авгусында]] И. К. Кирилов Ур йылғаһының (урыҫса —Орь) Яйыҡҡа ҡойған урынында Оренбург тәлғәһенә (беҙҙеңсә — Ырымбур) нигеҙ һала. Ырымбур [[1740]] йылда Красная Гора тигән икенсе урынға, ә [[1743]] йылда өсөнсө (хәҙерге) урынға, [[Һаҡмар]] йылғаһының Яйыҡҡа ҡушылған еренә күсерелә. Тәүге Ырымбур Орск ҡәлғәһе тип атала башлай, хәҙер — ҡала.
 
[[XVIII]] быуаттың 30 — 50-се йылдарында Башҡортостанды уратып һәм илебеҙҙең эсендә 53 ҡәлғә һәм заводтар һалыу дауам итә. Экспедиция ойошторолғанға тиклем Башҡортостанда барлығы 10 завод булһа, XVIII быуат уртаһында уларҙың һаны 32-гә етә, Ырымбур экспедицияһы империяның көнсығыш сиктәрен [[Яйыҡ]] йылғаһынаса күсереу маҡсатын ҡуя. Ошо маҡсатта Ырымбур сик буйы линияһы төҙөлә. Уны төҙөү тормошҡа ашһа, Башҡортостандың бойондороҡһоҙлоғо тамам юҡҡҡа сыға икәнен башҡорттар бик яҡшы аңлаған. «Әгәр ҙә батша хөкүмәте уйлаған эшенән баш тартмаһа, башҡорттар үҙҙәренең хоҡуктарын ҡорал менән Һаҡлаясаҡ», — тигән улар. Хөкүмәт иҫкәртеүгә ҡолаҡ һалмағас, ҡоралға тотонорға мәжбур булғандар.
 
=Ырымбур экспедицияһының начальниктары=
#[[ И. К. Кирилов]] [[1734]]-[[1737]] йылдар;
# [[В. Н. Татищев]] [[1737]]-[[1739]] йылдар;
# [[В. А. Урусов]] [[1739]]-[[1741]] йылдар;
# [[И. И. Неплюев]] [[1741]] — [[1742]] йылдарза начальник, ә [[1742]]—[[1758]] йылдарҙа наместник, губернатор.
 
=Башҡорт ихтилалдары=
[[XVIII]] быуаттың 30 — 50-се йылдарында Башҡортостанды уратып һәм илебеҙҙең эсендә 53 ҡәлғә һәм заводтар һалыу дауам итә. Экспедиция ойошторолғанға тиклем Башҡортостанда барлығы 10 завод булһа, XVIII быуат уртаһында уларҙың һаны 32-гә етә, Ырымбур экспедицияһы империяның көнсығыш сиктәрен [[Яйыҡ]] йылғаһынаса күсереу маҡсатын ҡуя. Ошо маҡсатта Ырымбур сик буйы линияһы төҙөлә. Уны төҙөү тормошҡа ашһа, Башҡортостандың бойондороҡһоҙлоғо тамам юҡҡҡа сыға икәнен башҡорттар бик яҡшы аңлаған. «Әгәр ҙә батша хөкүмәте уйлаған эшенән баш тартмаһа, башҡорттар үҙҙәренең хоҡуктарын ҡорал менән Һаҡлаясаҡ», — тигән улар. Хөкүмәт иҫкәртеүгә ҡолаҡ һалмағас, ҡоралға тотонорға мәжбур булғандар.
 
[[1735]]—[[1736]] йылдарҙа [[Башҡорт ихтилалдары|ихтилалалға]] [[Килмәк]] абыҙ, [[1737]] — [[1738]] йылдарҙа [[Бәпәнәй]] батыр, [[1739]]—[[1740]] йылдарҙа [[Ҡараһакал]] етәкселек итә. Көстәр нисбәте тиң булмағас, еңеү хөкүмәт ғәскәре яғында була, әлбиттә. [[1735]]—[[1740]] йылдарҙа Башҡортостандың азатлығын һаҡлап ҡалыу өсөн күтәрелгән оло яуҙа халҡыбызҙың өстән бер өлөшө һәләк була. Шулай итеп, Рәсәйгә килешеү менән ҡушылған Башҡортостан, ике быуат үткәс, империяның колонияһына әүерелә. Америка тарихсыһы Үолтер Коларз «Рәсәй һәм уның колониялары» (1955) исемле китабыyда былай тип яҙа: «Ырымбур ҡалаһына нигеҙ һалыу Рәсәй тарихындағы иң күренекле ваҡиғаларҙың береһе булған. Ул ваҡиға үҙенең әһәмиәте буйынса [[Ҡазан|Ҡазан яулап алыуға тиң».
[[1744]] йылда Ырымбур экспедицияһы (комиссияһы) урынына [[Ырымбур губернаһы]] төҙөлә. [[1865]] йылға тиклем Ырымбур ҡалаһы Башкортостандың административ үҙәге була. 1865 йылдан Башҡортостандың төньяҡ өлөшө[[Өфө губернаһы| Өфө губернаһына]] бирелә, ә көньяҡ өлөшө Ырымбур губернаһы составында ҡала.
 
 
==Сығанаҡтар==