Өфө эсперанто клубы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә 208.27.234.156 (фекер алышыу) эшләгән үҙгәртеүҙәр Assele өлгөһөнә к
7 юл:
[[Рәсем:Ufa Esperanto Klub In Salavat.jpg|thumb|Салауат ҡалаһында Өфө эсперанто клубы ойошторған Урал эсперантистары осрашыуы]]Мәҫәлән, 1986 йылда [[Алтай|Алтайҙың]] [[Телецк күле]] буйында йыйылған лагерь Өфө эсперантистарының хәтерендә оҙаҡҡа ҡала. Киләһе йылда лагерҙы украин эсперантистары [[Карпат тауҙары|Карпат тауҙарында]] Славско ауылы янында ойоштора. Бында Өфөнән килгән төркөм иң күләмлеһе була. Ә 1970 йылда Өфө клубы үҙе Кушнаренко ауылы янында Бөтә Союз слетын ойоштора. Өфө клубы шулай уҡ Урал эсперантистары, [[Башҡортостан]] ҡалалары эсперантистары осрашыуҙарын даими рәүештә ойоштора.
 
Өфө эсперанто клубы ҡатнашыусылары йыл һайын уҙғарылған ижади ярыштарҙа әүҙем ҡатнашып, эсперанто теленә иң яҡшы тәржемә, иң яҡшы башҡарыу һымаҡ төрлө номинацияларҙа еңеүсе булып сыға. Эсперанто телендә яҙыусы билдәле шағир Ғ. Ғәзизов ([[Ғәфүр Ғәзизи]]) эшмәкәрлеген Өфө эсперанто клубында башлай. Әлеге мәлдә [[Франция|Францияла]] йәшәүсе Өфө эсперантисты [[Нина Ивановна Корженевская-Гуриу|Н. Корженевская]] әлеге көндә [[Сан-Марино халыҡ-ара фәндәр академияһы|Сан-Марино халыҡ-ара фәндәр академияһының]] ағзаһы булып тора. Шулай уҡ Өфө эсперанто клубының бүтән ҡатнашыусылары (мәҫәлән, Н. Шигаев, Н. Цвиленева) эсперанто телен ҡулланыусы фәнни эшмәкәрҙәр йәмғиәтендә тора.
 
Бөгөнгө көндә эсперантистар аралашыу өсөн [[Интернет]] селтәрен ҡуллана, эсперанто телендәге төрлө интернет-форумдарҙа ҡатнаша, ә ижади ярыштар слеттарҙа ғына түгел, Интернет аша ла үткәрелә.