Фабрика: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Вәхит (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Вәхит (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
10 юл:
=== XVIII—XIX быуаттар ===
[[Файл:Cromford_Mill_2008.jpg|ссылка=//upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/6/63/Cromford_Mill_2008.jpg/220px-Cromford_Mill_2008.jpg|мини|Аркрайттың Бонфордтағы фабрикаһы — тарихи яҡтан беренсе иләү фабрикаһы]]
Мануфактуранан фабрика етештереүенә күскән беренсе тармаҡ булып XVIII быуат аҙағы — XIX быуат башындағы инглиз еңел сәнәғәте тора. Төп яңылыҡтар — [[Уайт Уотсон]]дың [[пар машинаһы]] (1764), Харгривтың иләү станогы (1770), Картрайттың аяҡ ярҙамында хәрәкәткә килтерелгән механик [[Туҡыусылыҡ|туҡыу]] станогы (1785). Улар арҡаһында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бөтә тармаҡ тиерлек юғары кимәлдә механизацияланған етештереү формаларына күсә. Донъяла беренсе иләү фабрикаһы булып 1772—1775 йылдарҙа Аркрайт системаһы буйынса Косфордта төҙөлгән фабрика иҫәпләнә. Ул йылға буйында бер-береһе менән тоташҡан капиталь цех ҡоролмаларының буйға һуҙылыу рәүешендә ҡоролған, һуңынан уның тирәләй эш һәм офис биналары өсөн торлаҡ ҡаралтылары комплексы, үткәүелдәр һәм һыу үткәргес күперҙәр системаһы төҙөлә. Һуңғараҡ уның өлгөһөндә Деруэнт йылғаһы үҙәнендә фабрикаларҙың ҙур төркөмө барлыҡҡа килә. Күп тә үтмәҫтән, Англияла йылғалар һәм каналдар буйында туҡыу фабрикалары барлыҡҡа килә, тик иләү фабрикалары ғына Англияла 1790 йылда йөҙ ярым самаһы иҫәпләнә, уларҙың һәр береһендә 700 — 800-шәр хеҙмәткәр эшләй<ref name="historic2">{{книга|автор=|часть=Глава XX. Англия в XVIII в. Начало промышленного переворота|ссылка часть=http://historic.ru/books/item/f00/s00/z0000034/st020.shtml|заглавие=Всемирная история. Энциклопедия|место=М.|издательство=Олма|год=2006|том=5|isbn=5-373-00632-7}}</ref>.
 
Заводтарҙы һәм фабрикаларҙы производствоны ойоштороуҙың иртә формаларынан дифференциациялауҙа хеҙмәт бүленеше ([[Адам Смит]], 1770-се йылдар) һәм үҙ-ара алмашыныусанлыҡ (Эли Уитни, 1790-сы йылдар) концепцияларын аңлау мөһим осор булып тора. Хеҙмәт бүленеше эре мануфактураларға ла хас булһа ла, завод һәм фабрикаларҙа машиналар һәм цехтар системаһы башта функцияларҙы һәм операцияларҙы бүлеү юлы менән булдырыла, шулай итеп, уларҙа хеҙмәт бүленеше тәбиғи техник ихтыяж булып китә{{Sfn|БСЭ|1978}}. Үҙ-ара алмашыу идеяларының үтеп инеүе үҙ сиратында операцияларҙы ябайлаштырыуға, [[сеймал]] һәм ярымфабрикаттар менән тәьмин итеүселәр даирәһен киңәйтеүгә, продукцияны бер төргә килтереүгә, һәм, ахыр сиктә, үҙҡиммәтен кәметеү юлы менән күпләп етештереүҙе арттырырға булышлыҡ итә{{Sfn|Стивенсон|1999|с=42}}.
 
[[XIX быуаттыңбыуат]]тың тәүге яртыһында хеҙмәтте механизациялау [[машиналар эшләү]] һәм эшкәртеү тармаҡтарын үҙ эсенә ала — пар сүкештәре, токарь һәм фрезер станоктары барлыҡҡа килә, керамика һәм [[быяла]] етештереү фабрика-завод формаларын ала. Етеҙ үҫешкән завод һәм фабрикаларҙың ихтыяжы артыуы арҡаһында яңы тармаҡ — химия сәнәғәте барлыҡҡа килә, уның заводтары сәнәғәт масштабында көкөрт кислотаһы һәм [[кальцийланған сода]] етештерә. Эре фабрика һәм заводтар [[Көнбайыш Европа]]нан алып [[Рәсәй империяһы]]на һәм [[АҠШ]]-ҡа тиклем бөтә [[Донъя илдәре һәм территориялары|донъя]]ла барлыҡҡа килә.
 
=== XX быуат ===
XX быуаттың тәүге ун йыллыҡтарҙа завод һәм фабрикаларҙа етештереүҙе арттырыу электрлаштырыу менән бәйле. Ул электр химияһы ярҙамында [[алюмин]], [[хлор]], натрий гидроксидын киң күләмдә етештереү мөмкинлеген тәьмин итә. Электр двигателдәре барлыҡҡа килеү менән, етештереү линиялары булдырыу һәм етештереүҙә конвейер булдырыу мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Көсөргәнеште көйләгестәрҙе уйлап табыу механизациялауҙан автоматлаштырыуға күсергә мөмкинлек бирә. былБыл эш 1920—1930 йылдарҙа башлана һәм 1950—1960 йылдарҙа киң ҡолас ала. Завод һәм фабрика проекттары күп осраҡта һайланған етештереү схемаһына бәйле була башлай. Үҙенсәлекле миҫалдар — башнялы бетон заводтары һәм 1930 йылдарҙа икмәк бешереүҙә Георгий Марсаковтың ҡулса схемаһы, Мәскәү һәм Ленинград икмәк заводтары цилиндр формаһында эшләнгән<ref>{{книга|автор=Н. Ф. Гатилин|заглавие=Проектирование хлебозаводов|издание=|место=М.|издательство=Пищевая промышленность|год=1975|страниц=375|тираж=18000|ref=Гатилин}}</ref>. Әгәр беренсе фабрикаларҙы һәм заводтарҙы урынлаштырыуҙың мөһим критерийы һыуға яҡынлыҡ һәм хеҙмәт ресурстарының асыҡлығыяҡынлығы булһа, XX быуатта генерациялау ҡеүәттәренең һәм сеймал сығанаҡтарының яҡынлығы билдәләй. Дөйөм технологик процесс менән берләштерелгән заводтар һәм фабрикалар тупланғандан һуң, вертикаль интеграция тенденциялары таралыу ала. Ул ваҡытта завод һәм фабрикалар төркөмдәре вертикаль интеграцияланған холдингтар идаралығында комбинаттарға берләшә.
 
1970—1990 йылдарҙа төрлө факторҙар арҡаһында ҡайһы бер тармаҡтарҙа һәм төбәктәрҙә деиндустриялаштырыу процестары билдәләнә. Улар фабрика һәм заводтарҙың ябылыуына, ташландыҡ хәлгә килтереүгә йәки профилле булмаған биналар итеп йыһазландырыуға, ә ҡайһы бер осраҡта төбәктә [[Демография|демографик]] үҙгәрештәргә килтерә. Американың ҡорос һәм машиналар эшләү заводтары тупланған «тут билбауының» («ржавого пояса») бөлгөнлөккә төшөүе сағыу миҫал булып тора. XX быуаттар аҙағында — XXI быуаттар башында ҡалаларҙан заводтарҙы һәм фабрикаларҙы ҡыҫырыҡлап сығарған тағы бер күренеш — джентрификация: эре мегаполистар үҙәгендә булған участкаларҙы һәм биналарҙы индустриаль булмаған файҙаланыу менән сағыштырғанда, традицион сәнәғәт производстволарының рентабеллелеге сағыштырмаса ҙур булмай. Өҫтәүенә, әгәр элек сәнәғәт тәғәйенләнешен юғалтҡан ҡоролма йыш ҡына һүтелһә, XX быуат аҙағында фабрика биналарын һаҡлау, уларҙы үҙгәртеп ҡороу, яңыртыу (реновациялау) һәм уларҙа офис-сауҙа һәм күргәҙмә үҙәктәре, [[ҡунаҡхана]]лар, [[торлаҡ]] биналар төҙөү тенденцияһы барлыҡҡа килә, ошоға бәйле үҙенсәлекле архитектура стиле — софт формалаша.{{Кратное изображение}}{{Кратное изображение|зона=center|направление=horizontal|изобр2=Khlebozavod 9 from Butyrskaya.jpeg|ширина2=300|подпись2=9-сы икмәк заводы - Мәскәүҙә цилиндр формаһындағы икмәк заводтары серияһының береһе, ул айырым етештереү схемаһы өсөн проектланған; шулай уҡ тәүге икмәк заводы-автомат булып иҫәпләнә (1934)|изобр1=Millville, New Jersey - Glass bottles. Whitall Tatum Co. Second shot of a worker taking a bottle of of an I. S.... - NARA - 518660.jpg|ширина1=320|подпись1=Нью-Джерсиҙағы быяла заводында шешә өрөү буйынса автоматик линияла (АҠШ, 1937)|изобр3=Sapporo Factory2.JPG|ширина3=305|подпись3=[[Саппоро]]лағы элекке һыра заводы бинаһында Сауҙа-офис үҙәге}}
 
== Ҡоролошо ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Фабрика» битенән алынған