Фабрика: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Вәхит (фекер алышыу | өлөш)
"Фабрика" битен тәржемә итеп төҙөлгән
 
Вәхит (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
 
[[Файл:Solnhofer_Zementwerke_002.JPG|ссылка=//upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/8/8d/Solnhofer_Zementwerke_002.JPG/220px-Solnhofer_Zementwerke_002.JPG|мини|Зольнхофендағы цемент заводы]]
'''Фабрика''' ([[Латин теле|лат]]. ''fabrica''  — оҫтахана; завод<ref>{{Из|БЭС|заглавие=Фабрика}}: ''«С экономической точки зрения между фабрикой и заводом нет различий»''</ref>{{Sfn|БСЭ|1978|loc=В политико-экономическом смысле понятие «Ф.» тождественно понятию «завод»}})  — [[машина]]<nowiki/>лар ҡулланыуға нигеҙләнгәнигеҙләнгән<ref>{{Словарь Ушакова|Фабрика}}</ref>н, ҙур масштаблы етештереү менән ҡылыҡһырланған [[сәнәғәт]] предприятиеһы. Ҡағиҙә булараҡ, бер-береһенә яҡын урынлашҡан бер йәки бер нисә ҡаралтынан тора, уларҙа функцияһы йәки тауар төрө буйынса барлыҡҡа килгән цехтар, шулай уҡ келәт һәм офис биналары бар. «Фабрика» термины, ғәҙәттә, еңел һәм сеймал табыу сәнәғәтендә (трикотаж фабрикаһы, байыҡтырыу фабрикаһы), башҡа тармаҡтарҙа йышыраҡ «завод» термины ҡулланыла (икмәк заводы, автозавод, механика заводы); дөйөм территориаль-етештереү комплексы һәм берҙәм тәьмин итеү сылбыры менән берләштерелгән, берҙәм структураға буйһонған заводтар һәм фабрикалар төркөмдәрен комбинаттар (тау-байыҡтырыу комбинаты, металлургия комбинаты) тип атайҙар.
 
XVIII—XIX быуаттарҙа фабрикалар һәм заводтарҙың барлыҡҡа килеүе, уларҙың ҡул хеҙмәте өҫтөнлөк иткән мануфактураларҙы алмаштырыуы  — былар беренсе [[сәнәғәт инҡилабы]]<nowiki/>ның төп айырмалы үҙенсәлеге; ваҡыт үтеү менән, заводтар һәм фабрикалар сәнәғәт предприятиеларының төп формаһына әүерелә.
 
Фабрика һәм заводтарҙың төп үҙенсәлектәре: тармаҡ йүнәлеше, етештереү тибы, етештереү ҡеүәте, натураль һәм аҡсалата сағылышта ваҡыт берәмегенә ярашлы продукция етештереү, хеҙмәткәрҙәр һаны, төп фондтарҙың хаҡы һәм уларҙың туҙыуы, участканың майҙаны, етештереү биналарының дөйөм майҙаны, энергия ҡеүәте, хеҙмәтте механизациялау һәм автоматлаштырыу кимәле, инеү юлдар.
Юл 10 ⟶ 9:
 
=== XVIII—XIX быуаттар ===
[[Файл:Cromford_Mill_2008.jpg|ссылка=//upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/6/63/Cromford_Mill_2008.jpg/220px-Cromford_Mill_2008.jpg|мини|Аркрайттың Бонфордтағы фабрикаһы - — тарихи яҡтан беренсе иләү фабрикаһы]]
Мануфактуранан фабрика етештереүенә күскән беренсе тармаҡ булып XVIII быуат аҙағы  — XIX быуат башындағы инглиз еңел сәнәғәте тора. Төп яңылыҡтар - — [[Уайт Уотсон]]<nowiki/>дың [[пар машинаһы]] (1764), Харгривтың иләү станогы (1770), Картрайттың аяҡ ярҙамында хәрәкәткә килтерелгән механик туҡыу станогы (1785). Улар арҡаһында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бөтә тармаҡ тиерлек юғары кимәлдә механизацияланған етештереү формаларына күсә. Донъяла беренсе иләү фабрикаһы булып 1772 - 17751772—1775 йылдарҙа Аркрайт системаһы буйынса Косфордта төҙөлгән фабрика иҫәпләнә. Ул йылға буйында бер-береһе менән тоташҡан капиталь цех ҡоролмаларының буйға һуҙылыу рәүешендә ҡоролған, һуңынан уның тирәләй эш һәм офис биналары өсөн торлаҡ ҡаралтылары комплексы, үткәүелдәр һәм һыу үткәргес күперҙәр системаһы төҙөлә. Һуңғараҡ уның өлгөһөндә Деруэнт йылғаһы үҙәнендә фабрикаларҙың ҙур төркөмө барлыҡҡа килә. Күп тә үтмәҫтән, Англияла йылғалар һәм каналдар буйында туҡыу фабрикалары барлыҡҡа килә, тик иләү фабрикалары ғына Англияла 1790 йылда йөҙ ярым самаһы иҫәпләнә, уларҙың һәр береһендә 700 - — 800-шәр хеҙмәткәр эшләй<ref name="historic2">{{книга|автор=|часть=Глава XX. Англия в XVIII в. Начало промышленного переворота|ссылка часть=http://historic.ru/books/item/f00/s00/z0000034/st020.shtml|заглавие=Всемирная история. Энциклопедия|место=М.|издательство=Олма|год=2006|том=5|isbn=5-373-00632-7}}</ref>.
 
Заводтарҙы һәм фабрикаларҙы производствоны ойоштороуҙың иртә формаларынан дифференциациялауҙа хеҙмәт бүленеше ([[Адам Смит]], 1770-се йылдар) һәм үҙ-ара алмашыныусанлыҡ (Эли Уитни, 1790-сы йылдар) концепцияларын аңлау мөһим осор булып тора. Хеҙмәт бүленеше эре мануфактураларға ла хас булһа ла, завод һәм фабрикаларҙа машиналар һәм цехтар системаһы башта функцияларҙы һәм операцияларҙы бүлеү юлы менән булдырыла, шулай итеп, уларҙа хеҙмәт бүленеше тәбиғи техник ихтыяж булып китә{{Sfn|БСЭ|1978}}. Үҙ-ара алмашыу идеяларының үтеп инеүе үҙ сиратында операцияларҙы ябайлаштырыуға, [[сеймал]] һәм ярымфабрикаттар менән тәьмин итеүселәр даирәһен киңәйтеүгә, продукцияны бер төргә килтереүгә, һәм, ахыр сиктә, үҙҡиммәтен кәметеү юлы менән күпләп етештереүҙе арттырырға булышлыҡ итә{{Sfn|Стивенсон|1999|с=42}}.
 
XIX быуаттың тәүге яртыһында хеҙмәтте механизациялау [[машиналар эшләү]] һәм эшкәртеү тармаҡтарын үҙ эсенә ала - — пар сүкештәре, токарь һәм фрезер станоктары барлыҡҡа килә, керамика һәм [[быяла]] етештереү фабрика-завод формаларын ала. Етеҙ үҫешкән завод һәм фабрикаларҙың ихтыяжы артыуы арҡаһында яңы тармаҡ - — химия сәнәғәте барлыҡҡа килә, уның заводтары сәнәғәт масштабында көкөрт кислотаһы һәм к[[Кальцийланған сода|альцийланғанкальцийланған сода]] етештерә. Эре фабрика һәм заводтар [[Көнбайыш Европа]]<nowiki/>нан алып [[Рәсәй империяһы]]<nowiki/>на һәм [[АҠШ]]-ҡа тиклем бөтә [[Донъя илдәре һәм территориялары|донъя]]<nowiki/>ла барлыҡҡа килә.
 
=== XX быуат ===
XX быуаттың тәүге ун йыллыҡтарҙа завод һәм фабрикаларҙа етештереүҙе арттырыу электрлаштырыу менән бәйле. Ул электр химияһы ярҙамында [[алюмин]], [[хлор]], натрий гидроксидын киң күләмдә етештереү мөмкинлеген тәьмин итә. Электр двигателдәре барлыҡҡа килеү менән, етештереү линиялары булдырыу һәм етештереүҙә конвейер булдырыу мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Көсөргәнеште көйләгестәрҙе уйлап табыу механизациялауҙан автоматлаштырыуға күсергә мөмкинлек бирә. был эш 1920 - 19301920—1930 йылдарҙа башлана һәм 1950 - 19601950—1960 йылдарҙа киң ҡолас ала. Завод һәм фабрика проекттары күп осраҡта һайланған етештереү схемаһына бәйле була башлай. Үҙенсәлекле миҫалдар - — башнялы бетон заводтары һәм 1930 йылдарҙа икмәк бешереүҙә Георгий Марсаковтың ҡулса схемаһы, Мәскәү һәм Ленинград икмәк заводтары цилиндр формаһында эшләнгән<ref>{{книга|автор=Н. Ф. Гатилин|заглавие=Проектирование хлебозаводов|издание=|место=М.|издательство=Пищевая промышленность|год=1975|страниц=375|тираж=18000|ref=Гатилин}}</ref>. Әгәр беренсе фабрикаларҙы һәм заводтарҙы урынлаштырыуҙың мөһим критерийы һыуға яҡынлыҡ һәм хеҙмәт ресурстарының асыҡлығы булһа, XX быуатта генерациялау ҡеүәттәренең һәм сеймал сығанаҡтарының яҡынлығы билдәләй. Дөйөм технологик процесс менән берләштерелгән заводтар һәм фабрикалар тупланғандан һуң, вертикаль интеграция тенденциялары таралыу ала. Ул ваҡытта завод һәм фабрикалар төркөмдәре вертикаль интеграцияланған холдингтар идаралығында комбинаттарға берләшә.
 
1970 - 19901970—1990 йылдарҙа төрлө факторҙар арҡаһында ҡайһы бер тармаҡтарҙа һәм төбәктәрҙә деиндустриялаштырыу процестары билдәләнә. Улар фабрика һәм заводтарҙың ябылыуына, ташландыҡ хәлгә килтереүгә йәки профилле булмаған биналар итеп йыһазландырыуға, ә ҡайһы бер осраҡта төбәктә [[Демография|демографик]] үҙгәрештәргә килтерә. Американың ҡорос һәм машиналар эшләү заводтары тупланған «тут билбауының» («ржавого пояса») бөлгөнлөккә төшөүе сағыу миҫал булып тора. XX быуаттар аҙағында - — XXI быуаттар башында ҡалаларҙан заводтарҙы һәм фабрикаларҙы ҡыҫырыҡлап сығарған тағы бер күренеш - — джентрификация: эре мегаполистар үҙәгендә булған участкаларҙы һәм биналарҙы индустриаль булмаған файҙаланыу менән сағыштырғанда, традицион сәнәғәт производстволарының рентабеллелеге сағыштырмаса ҙур булмай. Өҫтәүенә, әгәр элек сәнәғәт тәғәйенләнешен юғалтҡан ҡоролма йыш ҡына һүтелһә,XX быуат аҙағында фабрика биналарын һаҡлау, уларҙы үҙгәртеп ҡороу, яңыртыу (реновациялау) һәм уларҙа офис-сауҙа һәм күргәҙмә үҙәктәре, [[ҡунаҡхана]]<nowiki/>лар, [[торлаҡ]] биналар төҙөү тенденцияһы барлыҡҡа килә, ошоға бәйле үҙенсәлекле архитектура стиле - — софт формалаша.{{Кратное изображение}}{{Кратное изображение|зона=center|направление=horizontal|изобр2=Khlebozavod 9 from Butyrskaya.jpeg|ширина2=300|подпись2=9-сы икмәк заводы - Мәскәүҙә цилиндр формаһындағы икмәк заводтары серияһының береһе, ул айырым етештереү схемаһы өсөн проектланған; шулай уҡ тәүге икмәк заводы-автомат булып иҫәпләнә (1934)|изобр1=Millville, New Jersey - Glass bottles. Whitall Tatum Co. Second shot of a worker taking a bottle of of an I. S.... - NARA - 518660.jpg|ширина1=320|подпись1=Нью-Джерсиҙағы быяла заводында шешә өрөү буйынса автоматик линияла (АҠШ, 1937)|изобр3=Sapporo Factory2.JPG|ширина3=305|подпись3=Саппоролағы элекке һыра заводы бинаһында Сауҙа-офис үҙәге}}
 
== Ҡоролошо ==
Завод һәм фабрикаларҙың ҡоролошо тармаҡҡа, төбәккә, һайланған етештереү схемаһына ҡарап һиҙелерлек айырыла, ләкин, ҡағиҙә булараҡ, производство предприятиеларының башҡа формалары араһында уларҙы айырып торған уртаҡ һыҙаттары бар. Цех төп сәнәғәт тармаҡтарының бер йәки бер нисә механизацияланған йәки автоматлаштырылған оҫтаханаларға бүленә. Уларҙа продукцияның төп өлөшө эшләнә, ярҙамсы цехтар һәм оҙатып йөрөүсе операциялар өсөн тәғәйенләнгән участкаларҙа магистраль производство машиналары ҡоралландырыла, ремонтлана һәм хеҙмәтләндерелә, [[энергия]], [[һыу]], [[газ]], пар менән тәьмин ителә. Бынан тыш, заводтарҙа өҫтәмә етештереү менән шөғөлләнгән, мәҫәлән, төп етештереү ҡалдыҡтарынан, цехтар булыуы ихтимал. Ғәҙәттә, завод һәм фабрикаларҙа цехтарға өҫтәмә рәүештә келәттәр, транспорт колонналары, инә торған юлдарҙы, санитар-техник инфраструктураны хеҙмәтләндереүсе бүлексәләрҙе үҙ эсенә алған дөйөм хужалыҡ блогы ла бар. Күп кенә тармаҡтарҙа завод һәм фабрикаларҙа сеймалға, продукцияға, ҡалдыҡтарға контроллек итеүсе лаборатория бүлексәләре лә мөһим роль уйнай. Ғәҙәттә, завод-фабрикаларҙа хеҙмәткәрҙәр өсөн ашханалар, көнкүреш биналары, ә эре предприятиеларҙа медсанчастар һәм поликлиникалар бар, ҡаланан алыҫ урынлашҡандарында территориаль-производство комплексы составына шулай уҡ дөйөм ятаҡтар һәм эшселәр өсөн йорттар, [[Балалар баҡсаһы|балалар баҡсалары]] һәм [[мәктәп]]<nowiki/>тәр, профилакторийҙар һәм ял итеү клубтары инә.
 
Фабрика ҡоролмаһын проектлау бурыстарының береһе - — биналарҙы, ҡоролмаларҙы, цехтарҙы һәм биналарҙы рациональ урынлаштырыу иҫәбенә һөҙөмтәле етештереү процесын тәьмин итеү. Шул уҡ ваҡытта бер бүлектән икенсеһенә бер-береһенә ҡаршы ағымһыҙ күскәндә хеҙмәт предметтарының тура бәйләнешен тәьмин итеү, энергетика коммуникациялары оҙонлоғон кәметеү, эшселәр маршруттарының транспорт һәм коммуникациялар менән киҫешмәүе, бер төрлө характерҙағы етештереү цехтарын (эҫе, һыуыҡ, энергетика) бүлеү кеүек факторҙар ҙа әһәмиәткә эйә<ref>{{книга|автор=Л. М. Синица|заглавие=Организация производства|место=Минск|издательство=ИВЦ Минфина|год=2003|том=|страницы=38—39|страниц=512|isbn=985-6648-24-6}}</ref>. Уның һөҙөмтәлелек күрһәткестәре - — ер участкаһы майҙаны, бүлмәләр майҙаны һәм күләме, коммуникациялар оҙонлоғо: предприятиеның ҡеүәтенә ҡарата был күрһәткестәр ни тиклем түбән булһа, фабрика йәки завод һөҙөмтәлерәк тупланған, тип иҫәпләнә.
 
Заводтың йәки фабриканың идара итеү аппараты урынлашҡан офис (элек - — контора) ғәҙәттә айырым бинала урынлаша, ҙур булмаған заводтарҙа цех ҡоролмаларының береһендә айырым бинала урынлашыуы мөмкин. Завод һәм фабрикалар биләмәһе ғәҙәттә кәртәләп алына, ә эш урындарына хеҙмәткәрҙәр үтеү юлдары йәки үтеү юлдары системаһы аша индерелә.{{Кратное изображение|зона=center|направление=horizontal|изобр2=American Viscose Plant Front Royal VA postcard.jpg|ширина2=299|подпись2=Виргиниялағы (АҠШ) вискоза фабрикаһының планы, XX быуат уртаһындағы почта открыткаһы )|изобр1=Former clinic of Borets factory.jpeg|ширина1=260|подпись1=«Борец» компрессор заводы территорияһында медсанчас бинаһы
(Мәскәү, 1956 йылда төҙөлә)|изобр3=Entrance Garment Factory Saipan.JPG|ширина3=250|подпись3=Сайпан тегеү фабрикаһында инеү урыны}}
 
Юл 34 ⟶ 33:
 
== Әҙәбиәт ==
 
* {{ВТ-ЭСБЕ|Фабрика|[[Покровский, Василий Иванович|Покровский В. И.]]}}
* {{БСЭ3|Фабрика}}
Юл 41 ⟶ 39:
 
== Һылтанмалар ==
 
* {{Мәҡәлә|заглавие=Work Spaces: From the Early–Modern Workshop to the Modern Factory|издание=European History Online|издательство=Leibniz Institute of European History (IEG)|место=Mainz|ссылка=http://www.ieg-ego.eu/uhlk-2015-en|язык=en|тип=journal|автор=Uhl, Karsten|год=2016}}
[[Категория:Предприятиелар]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Фабрика» битенән алынған