Никарагуа: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
73 юл:
* 1927—1934 йылдар — Аугусто Сесара Сандино етәкселегендә милли-азатлыҡ һуғышы;
[[Файл:Sandino.jpg|thumb|Аугусто Сесар Сандино]]
* 1934—1979 йылдар — Сомоса кланының хакимлек итеүе, АҠШ тарафынан яҡлап-хупланған уң авторитар олигархик диктатура. 1956 йылда революционер Ригоберто Лопес Перес етәкселек итеүсе династияның башында торған Анастасио Сомоса Гарсианы үлтерелә. 1957—1967 йылдарҙа уның оло улы Луис Сомоса Дебайле, артабан 1967—1979 йылдарҙа (ҡыҫҡа ғына өҙөклөк менән) — кесе улы Анастасио Сомоса Дебайле Никарагуа президенты була. 1961йылдан Сандинистик милли азатлыҡ фронты (СФНО) диктатураға ҡаршы көрәш йәйелдерә. 1978 йылда, консерватив сәйәсмән һәм журналист Виолетта Чаморро үлтерелгәндән һуң киң протестар ҡораллы восстаниеға әйләнә, ул иһә Никарагуаның Милли гвардияһы тарафынан аяуһыҙ баҫтырыла. СФНО режимға ҡаршы партизан һуғышын дауам итә.
 
=== Сандинистик революция һәм граждандар һуғышы ===
* 1979 йыл — Сандинистик революцияның еңеүе. 17 июлгә ҡаршы төндә Сомоса ғаиләһе илдән ҡаса. 18 июлдә Самосаның вәриҫе Франсиско Уркуйо отставкаға китә. 19 июлдә СФНО-ның баш күтәреүселәр армияһы баш ҡала [[Манагуа]]ға инә. Власть тулыһынса СФНО һәм башҡа демократик йүнәлешле оппозицион көстәрҙең Хөкүмәт милли азатлыҡ хунтаһы ҡулына күсә.
* 1980—1981 йылдар — либераль консерваторҙар (Виолетта Барриос де Чаморро), социал-демократтар (Альфонсо Робело) һәм демосоциалистар (Эден Пастора) хөкүмәттән ҡыҫырыҡлап сығарыла. Эшҡыуарлыҡ оппозицион хәрәкәт лидеры Хорхе Саласар үлтерелә. Үҙен марксистик ойошма тип иғлан иткән СФНО-ның бер партиялы хакимлеге башлана. Власть СФНО-ның башында[[Даниэль Ортега]] торған етәкселеге ҡулында туплана. СФНО илдең сәйәси режимын [[Куба]] һәм [[СССР]] өлгөһөндә үҙгәртеп ҡора башлай, Никарагуаның махсус хеҙмәте DGSE (Дәүләт именлеге генераль директораты) сәйәси репрессиялар йәйелдерә, иҡтисадта сәнәғәтте йәмәғәт милкенә алыуҙы һәм аграр коллективлашыу иғлан ителә. Бер үк ваҡытта ҡоралһыҙ сәйәси оппозиция һәм шәхси эшҡуарлыҡ тулыһынса юҡ ителмәй, икеһе лә сикләнгән кимәлдә булһа ла рөхсәт ителә.
* 1981—1988 йылдар — хакимлек итеүсе СФНО менән Контрас хәрәкәте араһында тоҡанған градандар һуғышының актив фазаһы. Ортега хөкүмәте тағы ла тығыҙыраҡ Советтар Союзы позицияларына яҡынайһа, контрас хәрәкәте Америка Ҡушма Штаттарының [[Рональд Рейган]] етәкләгән хакимиәтенең актив ярҙамы менән файҙалана. Шулай итеп Никарагуалағы ҡаршы торош глобаль [[Һалҡын һуғыш]]тың мөһим элементына әйләнә.
* 1984 йыл — СФНО ойошторған һайлауҙа Даниэль Ортега Никарагуа президенты итеп һайлана. Ҡораллы оппозиция тауыш биреүҙең ҡануни нигеҙҙәрҙә үтеүен танымай.
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Никарагуа» битенән алынған