Никарагуа: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up using AWB
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
яңыртыу (мәғлүмәттәрҙе)
44 юл:
}}
 
'''Никара́гуа''' ({{lang-es|Nicaragua}}), рәсми атамаһы — '''Никарагуа Республикаһы ''' ({{lang-es|República de Nicaragua}}) —[[Үҙәк Америка]]ла [[Коста-Рика]] (көньяҡтан) һәм [[Гондурас]] (төньяҡтан) араһында урынлашҡан дәүләт. Никарагуаның Атлантик океан буйҙарын Европа вәкилдәре [[1502 йыл]]да аса (Х. Колумбтың 4-се сәйәхәте). Илде испандарҙың баҫып алыуы [[1522 йыл]]да башлана. Үҙәк Америкалағы иң ҙур дәүләт – майҙаны 130,376 км².
'''Никарагуа Республикаһы''' — (ҡитға исеме) лағы дәүләт.
 
== Тарихы ==
=== Колония осоро ===
Никарагуаның Атлантик океан буйҙары Европала Христофор Колумбтың дүртенсе сәйхәтенән һуң (1502 йыл) билдәле була. Ике тиҫтә йылдан был биләмәләрҙе испандар баҫып ала башлай (Хиль Гонсалес Давила).
 
Испандар Никарагуа күле һәм Тымыҡ океан буйҙары араһында йәшәгән һәм ацтек ҡәбиләләренең береһенең вәкилдәре булған индейҙар менән килешеү төҙөй һәм уларҙың юлбашсыһы Никарао исеме менән артабан бөтә илде атай башлай. Ә төньяҡтағы биләмәләрҙә көн күргән башҡа индей ҡәбиләләре ерҙәрен баҫып алыусылар менән тағы ла бер нисә йыл ҡаты көрәш алып бара.
 
XVI быуатта испан конкистадорҙары ике ҡалаға нигеҙ һала: Гранада тип исемләнгәне Никарагуа күленең төньяҡ-көнбайыш ярында, Леон — Тымыҡ океан буйҙарында урынлаша. Урындағы индей халҡының күпселек өлөшө юҡ ителә йә испандар алып килгән төрлө ауырыуҙарҙан вафат була, ҡалғандары иһә күсеп килеүселәр менән ҡушыла башлай.
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Никарагуа» битенән алынған