Ҡырым походы (1675-1676): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{мөхәррирләү|1=Тутыйғош|2=25 февраль 2022}}
{{Ук}}'''Ҡырым походы (1675—1676)''' ('''''Иван Сирконың Ҡырым походы''''') — Рус армияһының [[Ҡырым ханлығы]]на ҡаршы походы. Походта Дон, Запорожье казактары, [[ҡалмыҡтар]] һәм стрелецтар менән бер рәттән [[Себер даруғаһы]] [[башҡорттар]]ы ҡатнаша<ref name="ВИБ">[Военная история башкир: энцикл./ [Науч.-ред. коллегия: А. З. Асфандияров (гл. ред.) и др.]. — Уфа: Башк. энцикл., 2013. — 431 с.: ил., карты, ноты; 27 см. — Библиогр.: С. 419-423. — Указ. имен. и ст.: С. 389-418, 424-428. — 2000 экз. — ISBN 978-5-88185-076-0 (в пер.).]</ref>.
 
== Ваҡиғалар барышы ==
1675 йылдың июлендә Иван Сирко, Уң яҡ яр гетманы Дмитрий Дорошенконан Запорожье Сечеһына әйләнеп ҡайтҡас, ҡырым татарҙарының бөтә эштәре өсөн үс алыу хаҡына Ҡырым ханлығына ҡаршы поход ойоштороу эштәрен башлай.
 
Ошо уҡ йылда воевода П. Т. Кондыревтың наказы буйынса дүрт даругаға ла [[Өфө]] ҡәлғәһенән А. М. Аничков, Д. В. Артемьев, И. В. Дерюшкин һәм М. И. Черкашенин башҡорттарға Ҡырым походында ҡатнашыуға өндәү менән йүнәлтелә. Себер даруғаһынан 57 башҡорт походҡа ҡушылырға теләк белдерә<ref name="ВИБ"></ref>. [[Нуғай даруғаһы|Нуғай]] һәм [[Ҡазан даруғаһы|Ҡазан даруғалары]] башҡорттары төрлө сәбәптәр арҡаһында (ҡорамалдар һатып алыу өсөн аҡса етмәүе; ҡалмыҡтарҙың һөжүм итеү хәүефе) походтан баш тарталар. Ҡырым походында ҡатнашҡан өсөн башҡорт тархандарына һәм служилый кешеләргә эш хаҡы вәғәҙә ителә<ref name="ВИБ"></ref>. Башҡорттар походҡа [[Царицын]] аша сығалар, унда фураж һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителгәс, башҡа ҡатнашыусылар (Дон казактары, 200 кеше, командующийы — ғәскәри атаман Ф. Минаев; ҡалмыҡтар, башлығы ҡалмыҡ мырҙаһы Мазан; стрелецтар, 2000 кеше, башлығы И. Ю. Леонтьев, артабан — Черкасский) менән осрашалар. Ошо уҡ йылдың көҙөндә егерме меңлек ғәскәр йыйып, Запорожье гетманы Иван Сирко өс аҙна матди һәм хәрби әҙерлектән һуң походҡа сыға<ref name="ВИБ"></ref>.
 
Перекоп ҡәлғәһе тирәһендә ғәскәр икегә бүленә: бер өлөшө Ҡырымды баҫып ала, икенсе ҡәлғә эргәһендә ҡала<ref name="ВИБ"></ref>. Ҡырым ханлығы территорияһына [[Сиваш]] аша сығып, Иван Сирко 3-4 меңлек казак корпусы менән ярымутрау уртаһына Серегән диңгеҙе территорияһы аша бер ниндәй хәрби хәрәкәттәр башламайынса үтеп инә, сөнки уның маҡсаты Ҡырым татар дәүләтенең баш ҡалаһы — [[Баҡсаһарай]], шулай уҡ әлеге ҡала илдең сәнәғәт үҙәге лә була.
 
Иван Сирко үҙенең ғәскәрен бер нисә корпусҡа бүлә, һәр береһендә командирҙар беркетә һәм Ҡырым ханлығын ҡыйратҡандан һуң Сиваш боғаҙына әйләнеп ҡайтырға ҡуша. Казак отрядтары Күҙле (хәҙер Евпатория) ҡәлғәһен, Ҡараһыубаҙар һәм Баҡсаһарай ҡалаларын ҡыйраталар, әммә Перекоп ҡәлғәһенә ҡайтыу юлында Ҡырым ханы Сәлим I Гирәй һөжүменә дусар булалар. Казактар дошманды ике яҡтан ҡамауға алалар һәм юҡ итәләр.
15 юл:
Казактарҙың бер өлөшө татар әләмдәре аҫтында хан башы артынан юлға сыға. Иҫән ҡалған татарҙарҙан ғәскәр йыйып, хан казактарға ҡаршы һуғышҡа ынтыла. әммә казактарҙың артында татар әләмдәрен күреп, алдана, уларҙың ярҙамына өмөтләнеп, ҡаты алышҡа барып инә. Һөҙөмтәлә алданған хан әсирлектән көскә ҡотола. ә бер нисә мең татар юҡ ителә йәки әсирлеккә төшә.
 
Еңгәндән һуң казактар бер төркөмгә берләшә һәм ял иткәндән һуң Каланчак, Ҡара үҙән, Качкари аша үтә һәм Ҡырымды ташлап сыға<ref name="ВИБ"></ref>.
 
== Поход һөҙөмтәләре ==
22 юл:
Иван Сирко [[христиандар]]ға [[Рәсәй империяһы|Рәсәйгә]] һәм [[Ҡырым]]ға барыу араһында һайлау мөмкинлеге бирә: дүрт мең кеше беренсеһен һайлай, өс меңе икенсеһен һайлай.
 
Ҡырым походында батырлыҡ күрһәткән өсөн 52 башҡорт [[Тархан (титул)|тархан]] титулдарына эйә була<ref name="ВИБ"></ref>.
 
== Иҫкәрмәләр ==