1 ғинуар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
108 юл:
* [[Фәйзуллина Дариға Закир ҡыҙы]] (1932), театр актёры. 1952—1987 йылдарҙа хәҙерге [[Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры]], 1995—2004 йылдарҙа [[Өфө]] [[«Нур» театры|«Нур»]] татар театры актёры. [[Башҡорт АССР‑ы]]ның халыҡ артисы (1974).
* [[Мусина Римма Мөхтәр ҡыҙы]] (1937), йырсы, педагог. 1971—2014 йылдарҙа [[Өфө дәүләт сәнғәт институты]] уҡытыусыһы. Профессор (1996). [[Башҡорт АССР‑ы]]ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1986).
* Саттаров Мансур улы (1937), ауыл хужалығы ветераны. 1950—1997 йылдарҙа Благовар районы Фрунзе исемендәге колхоздың комбайнсы ярҙамсыһы, бригадиры, иҫәпсеһе, комплекслы бригада бригадиры (1964—1981), хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инженеры, келәт мөдире. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1966). Сығышы менән ошо райондың Өйҙөрәкбаш ауылынан.
* [[Сәлимов Шәйнур Миңлегәрәй улы]] (1937), хеҙмәт ветераны. 1958 йылдан «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының яуаплы хеҙмәткәре, махсуслашҡан Дүртөйлө технологик транспорт идаралығының баш инженеры һәм начальнигы; 1986 йылдан [[«Башнефть» берекмәһе]] Технологик транспорт һәм махсус техника идаралығының бүлек начальнигы, транспорт һәм автомобиль юлдары департаментының директор урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1997), [[Халыҡтар Дуҫлығы ордены|Халыҡтар Дуҫлығы]] (1989) һәм [[«Почёт Билдәһе» ордены|«Почёт Билдәһе»]] (1981) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының [[Саҡмағош районы]] [[Имәнлеҡул]] ауылынан
* [[Сәлихов Әмир Мөхәррәм улы]] (1937—2006), хеҙмәт алдынғыһы. 1962—1982 йылдарҙа [[Салауат нефть химияһы комбинаты]] һәм [[«Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе]] токаре. Октябрь Революцияһы (1975), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Ҡаланың почётлы гражданы (1978). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының [[Ишембай районы]] [[Йәнырыҫ (Ишембай районы)|Йәнырыҫ]] ауылынан.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/1_ғинуар» битенән алынған