1 ғинуар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
118 юл:
* [[Хәсәнов Ринат Шәймулла улы]] (1947), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, ғалим-балалар хирургы, йәмәғәтсе. 1984 йылдан Өфөләге 21-се дауахананың баш табипы, 2008 йылдан — Республика балалар клиник дауаханаһы директоры, 2013 йылдан Башҡортостан Республикаһы Милли медицина палатаһының вице президенты. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш [[БАССР Юғары Советы|Юғары Советы]], Башҡортостан Республикаһының 1-се, 2-се һәм 4-се саҡырылыш [[Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай]] депутаты. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡортостандың (1991) атҡаҙанған табибы. Сығышы менән хәҙерге [[Татарстан Республикаһы]]ның [[Баулы]] ҡалаһынан.
* [[Шафиҡов Рафаил Гәбдрәхим улы]] (1947), дәүләт хеҙмәте, мәҙәниәт һәм юғары мәктәп ветераны. 2000—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының [[Әлшәй районы]] [[Ибрай (Әлшәй районы)|Ибрай]] ауылынан.
* [[Ҡусмаева Мәрйәм Тимерхан ҡыҙы]] (1952), яҙыусы. Рәсәй һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ғзаһы.
* [[Ханмырҙин Мөнир Фаязғаян улы]] (1952), хеҙмәт ветераны, слесарь. 1973—2012 йылдарҙа Салауат нефть химияһы комбинаты һәм «Салауатнефтеоргсинтез» берекмәһе эшсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған [[Химия|химигы]] (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының [[Стәрлетамаҡ районы]] Аллағыуат ауылынан.
* [[Авзалов Рузил Хәкимйән улы]] (1957), ғалим-зооинженер. 1983 йылдан [[Башҡортостан ауыл хужалығы институты]] һәм [[Башҡорт дәүләт аграр университеты]] уҡытыусыһы, 1995—2004 йылдарҙа һәм 2010 йылдан уҡыу‑уҡытыу эштәре буйынса проректор, 2004—2010 йылдарҙа инновацион эш буйынса проректор. Биология фәндәре докторы (2004), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008).
«https://ba.wikipedia.org/wiki/1_ғинуар» битенән алынған