Ишембай нефть ятҡылығын тикшереүҙең төп һөҙөмтәләре һәм бурыстары (1934): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
14 юл:
Тарихтан мәғлүм булыуынса, граждандар һуғышы аҙағында, 1919—1921 йылдар тирәһендә, Башҡортостан халыҡ комиссарҙары советы башланғысы буйынса, Ишембай ауылы тирәһендәге ерҙәрҙә 57 метрға тиклем тәрәнлектәге 25 скважина быраулана һәм уларҙа нефть эҙҙәре табыла.
 
[[1929 йыл]]дың майында тау эштәре бүлеге начальнигы Ф. Н. Курбатов башҡарылған эштәргә анализ яһап, Башҡортостан хөкүмәтенә мөрәжәғәт итә. Башҡортостан совнархозы ГИНИ (Государственный исследовательский нефтяной институт) һәм Геология комитетына Башҡортостанда нефть разведкалауҙы һорап хат яҙа<ref name="История геологоразведки в Башкортостане (ХХ – начало XXI вв.)">[http://www.dslib.net/istoria-otechestva/istorija-geologorazvedki-v-bashkortostane-s-1917-g-po-xxi-v.html История геологоразведки в Башкортостане (ХХ — начало XXI вв.)]</ref>.
 
1929 йылда [[Чусовая]] йылғаһы буйында көтөлмәгәндә нефть фонтан урғылғас, тип яҙа А. А. Блохин, академик [[Губкин Иван Михайлович|И. М. Губкин]] тәҡдиме буйынса ГИНИ Ишембай ятҡылығын тикшереү өсөн өс геологтар партияһын ебәрә. Уларҙың береһен инженер-геолог А. А. Блохин етәкләй.
24 юл:
«Уң яҡ ярҙа» тип аталған бүлектә Блохин тәүге нефть фонтанын биргән 702-се скважина тураһында ентекләп яҙа. Ул дүртәр сәғәт һайын 10 минут буйы 3-4 т нефть фонтаны бирә, эксплуатацияға тапшырылғас, был скважинан нефть насос менән һурҙырыла башлай. Мәҡәләлә башҡа скважиналарға ла характеристика бирелә, яҙмалар карталар, таблица, схемалар менән тулыландырыла.
 
Мәҡәләнең «Һул яҡ ярҙа» тигән өлөшөндә геолог башҡарылған эштәр тураһында төплө дәлилдәр килтереп яҙа, һәр бер скважинаға характеристика бирә. Аллағыуат, Ишембай, Көҫәпҡол, Бурансы, Покровский ауылдары араһындағы скважиналар бик өмөтлө булыуын күрһәтә. Был территорияны ентекле өйрәнеү кәрәк тип айырып яҙа. 1933 йылда барлығы 21 162 тонна Ишембай нефте табылһа, алдағы йылдарҙа был күрһәткес, артабан үҫәсәк тип белдерә (1934 йылда Ишембай-Өфө тимер юлы төҙөлөү нефть сығарыуҙы арттырыусы этәргес була)<ref name="История геологоразведки в Башкортостане (ХХ – начало XXI вв.)">[http://www.dslib.net/istoria-otechestva/istorija-geologorazvedki-v-bashkortostane-s-1917-g-po-xxi-v.html История геологоразведки в Башкортостане (ХХ — начало XXI вв.)]</ref>.
 
Бынан тыш, бырауланған скважиналар һул яҡ ярҙа газдың уң яҡ ярҙағынан күберәк булыуын күрһәтә (Ишембайҙа 1941 йылда 5 урамға газ үткәрелә, 1943 йылда ҡала янындағы ҡасабаларға электр тогы бирелә). А. А. Блохин мәҡәләһендә Ишембай нефте- парафин һәм асфальтен ҡатнаш ауыр нефть, уны эшкәртеү еңел булмаҫ,тип үҙ фекерен белдерә.