Башҡорт халҡына хушлашыу хаты (Әхмәтзәки Вәлиди): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
14 юл:
Хатта юлбашсы башҡорт халҡын хәҙерге ваҡытта баш күтәреү милләт өсөн зыянға ғына булыр тип иҫкәртә. Балаларҙы уҡытырға, уларҙан ғилем һәм техника белгестәрен әҙерләү кәрәклеген айырып яҙа. Кооперативтарға инеп, социализм аппаратында нығыныу, «милләткә шул юлда хеҙмәт итеүҙе вазифа итеп үҙ өҫтәренә алыу теләген эшлекле кешеләр күңеленә һеңдереү тураһында 1919 йылдың авгусында [[Стәрлетамаҡ]]тағы йыйылышта ла һөйләгәйнем», ти. Тел һәм динде һаҡлау өлкәһендә ғәйәт күп көс сарыф ителер, сөнки был өлкәләрҙә бер төрлө лә ойошма йәшәтеп булмаҫ, тип борсолоп иҫкәртә.
Өйҙә балаларға башҡорт халҡының үҙ хоҡуҡтары өсөн 1917—1921 йылдарҙағы көрәше тураһында һөйләргә өндәй<ref name=" З.Рахматуллина. Башкирская национальная идея начала XX века">[https://www.gramota.net/materials/3/2017/6-1/38.html З.Рахматуллина. Башкирская национальная идея начала XX века]</ref>. Беҙ «Башҡортостанда милли хәрәкәтте '''''законлы рәүештә''''' йәйелдерҙек, ҡоролтайҙарҙың ҡарары буйынса милли ғәскәр төҙөнөк, асыҡтан-асыҡ көрәштек, милли матбуғатта, мәктәптәрҙә фекеребеҙҙе асыҡ һөйләнек», тип хатында айырып әйтә.
Ул үҙе тураһында был эш бик хәүефле булһа ла, милләтебеҙҙең хоҡуҡтарын һәм хөрриәтен һаҡлау юлында хәлемдән килгән ҡәҙәр көрәштем, ти<ref name=" З.Рахматуллина. Башкирская национальная идея начала XX века">[https://www.gramota.net/materials/3/2017/6-1/38.html З.Рахматуллина. Башкирская национальная идея начала XX века]</ref>.
 
Вәлиди Башҡортостанда тулы хоҡуҡлы дәүләт булдыра алмағанға, [[Төркөстан]]дағы көрәштең дә әлегә тейешле маҡсатҡа ирештермәгәненә үкенес белдерә һәм көрәште дауам итер өсөн сит илгә сығып китергә мәжбүр булыуы тураһында яҙа.