Игуасу шарлауыҡтары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
38 юл:
[[Файл:Игуасу вертолет.JPG|мини|Игуасу шарлауыҡтары янында отель]]
Игуасу шарлауыҡтары - [[Көньяҡ Америка]]ла туристар күп килгән урындарҙың береһе. Йыл һайын бында 1,5-2 миллион кеше була. Туристар өсөн махсус рәүештә майҙансыҡтар йыһазландырылған. Шарлауыҡ эргәһендә йәйәүле һәм автомобиль маршруттары һалынған. Шулай уҡ туристарға һыу үтмәгән кейем тәҡдим ителә, сөнки маршруттар шарлауыҡтар аша үтә. Игуасу шарлауыҡтары эргәһендә халыҡ-ара аэропорт урынлашҡан, тиҫтәләрсә отель, кемпингтар төҙөлгән, инә торған юлдар, ял итеп йөрөү өсөн һуҡмаҡтар бар. Урындағы халыҡ шулай уҡ ошо туристик индустрия менән мәшғүл, улар махсус йыһазландырылған майҙансыҡтарҙа урындағы бейеүҙәрҙе һәм йырҙарҙы күрһәтәләр, шул уҡ ваҡытта урындағы костюмдарҙы кейеп йөрөйҙәр.
 
== Милли парктар ==
Игуасу шарлауыҡтары ике милли парк биләмәһендә урынлашҡан: Аргентинала 1909 йылда нигеҙ һалынған 67 мең гектар майҙанлы Игуасу милли паркы һәм Бразилияла 1939 йылда нигеҙ һалынған 185 мең гектар майҙанлы Игуасу милли паркы.
 
== Иҫкәрмәләр ==