Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
31 юл:
1910 йылда медицина докторы дәрәжәһенә имтихандар тапшыра, әммә хеҙмәтен ваҡытында тамамлап өлгөрә алмай. 1913 йылда [[Варшава]] ҡалаһына эшкә күсерелә{{sfn|Рәшит Шәкүр|2005|c.=}}. 1914—1917 йылдарҙа [[Беренсе донъя һуғышы]]нда ҡатнаша, Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 275-се запас ялан госпиталенең баш табибы булып хеҙмәт итә. 1917 йылда Ҡазанға ҡайтып Шамовск ҡала дауаханаһының терапевт бүлегендә өлкән ординатор булып эшләй<ref name="Казанский медицинский журнал"/>.
 
[[Бикбов Юныс Юлбарыҫ улы|Юныс Бикбов]] саҡырыуы буйынса [[Ырымбур]]ға килә<ref name="Сибагатова Р., Ураксин З." />. 1918 йылдың авгусынан алып [[Башҡорт Хөкүмәте]]ндә эшләй һәм [[башҡорт милли хәрәкәте]]нә ҡушылып китә. 1919 йылдың 26 ғинуарында хөкүмәт рәйесе һәм [[Башҡортостан хәрби-революцион комитеты]] ағзаһы итеп һайлана<ref>{{книга|автор= [[Ҡасимов Салауат Фитрат улы|Касимов С. Ф.]]| заглавие= Автономия Башкортостана| ссылка=| ответственный = | место= Уфа| издательство = Китап| год= 1997| том= | страниц=| страницы= 113—114| isbn =}}</ref>. [[Мәскәү]]ҙә үҙәк совет власы вәкилдәре менән һөйләшеү алып барған башҡорт делегацияһын етәкләй һәм 1919 йылдың 20 мартындағы "«[[Үҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү]]"»гə ҡул ҡуйыуҙа ҡатнаша<ref name="Ғәләүетдинов И. Ғ., Ҡолшәрипов М. М."/>. Мәскәүҙән ҡайтышлай Ҡазанға ғаиләһенә бара, бында тиф менән ауырып дауаханаға эләгә һәм сәйәсәттән китергә мәжбүр була<ref>{{cite web |url=http://isaran.ru/?q=ru/fund&guid=375CA667-4E27-42E5-8883-1FE78D2F230A&ida=16|title=Кулаев Мухаметхан Сахипгареевич|date=|publisher=«Архивы Российской академии наук»|accessdate=2015-09-05}}</ref>.
 
1919 йылдың сентябренән алып Ҡазанда хәрби госпиталдең баш табибы булып хеҙмәт итә. 1921—1928 йылдарҙа ҡаланың Булаҡ аръяғы өлөшөндәге үҙе ойошторған дауаханаһының баш табибы була, шул уҡ ваҡытта Ҡазан туберкулёз диспансерында 1950-се йылдар аҙағына тиклем эшләй<ref name="Казанский медицинский журнал"/>. Медицина өлкәһендәге фиҙакәр хеҙмәте өсөн «Һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе һәм «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнә<ref name="Казанский медицинский журнал"/><ref name="Ниғмәтуллина З.">{{cite web |url=http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=2681|title=''Ниғмәтуллина З.'' Мөхәмәтхан Ҡулаев|date=2015-08-31|publisher=«[[Киске Өфө (гәзит)|Киске Өфө]]»|accessdate=2015-09-05}}</ref>.