Ферменттар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
19 юл:
 
Л. Пастер үлеп ике йыл үткәс, [[1897 йыл]]да Эдуард Бухнер «Сүпрә күҙәнәктәрһеҙ спиртлы әсеү» тигән хеҙмәтен баҫып сығара. Был хәҙмәтендә ул күҙәнәктәре булмаған сүпрә һутында, тарҡалмаған сүпрә күҙәнәктәрендәге кеүек үк, спирлы әсеү процессы бара тип күрһәтә. 1907 йылда был хеҙмәте өсөн [[Нобель премияһы]]на тәҡдим ителә. Юғары таҙалыҡтағы кристалл ферментын (уреаза) [[1926]] йылда Дж. Самнер алыуға ирешә. Аҙаҡҡы 10 йылда тағы бер нисә фермент алына, ферменттарҙың аҡһым булыуы иҫбатлана.
 
== Ферменттарҙың функциялары ==
'''Химик реакция тиҙлеген арттырыуҙың ике төп ысулы бар'''.
 
- Беренсе юл — температураны арттырыу, йәғни молекулаларҙың йылылыҡ хәрәкәтен тиҙләтеү, был күсеү хәленә өлгәшеү өсөн етерлек эске энергияға эйә булған молекулаларҙың пропорцияһын арттырыуға килтерә. Ғәҙәттә, температураның 10 °C күтәрелеүе химик реакцияның яҡынса 2 тапҡырға тиҙләнеүенә килтерә (ҡара: Ван'т Хофф хакимлығы).
 
- Химик реакцияны тиҙләтеүҙең икенсе ысулы — катализатор өҫтәү. Катализаторҙар, молекулаларға әүҙемләшеү кәртәһен түбәнерәк энергия кимәлендә үтергә мөмкинлек биргән «сиселештәр» табып, химик реакцияларҙы тиҙләтә.
 
Катализатор (К хәрефе менән билдәләнә ) аралыҡ стадияһында А реагенты менән үҙ-ара тәьҫир итешеп, КА ҡатмарлы берләшмәһен барлыҡҡа килтерә. Уның күсеү хәле катализланмаған реагент А реакцияһында күсеү хәле менән сағыштырғанда һиҙелерлек түбән әүҙемләшеү энергияһына тап килә.
 
Реактив-катализатор (КА) комплексы артабан П продуктына һәм ирекле катализаторға тарҡала. Ул А молекулаһы менән тағын берәшә һәм бөтә циклды ҡабатлай ала.
 
Катализаторҙар химик реакцияның әүҙемләшеү энергияһын тап шулай кәметә. Улар булғанда ваҡыт берәмегендә молекулаларҙың күберәк өлөшө реакцияға инә ала. Ферменттар, башҡа катализаторҙар кеүек үк, каталитик цикл ваҡытында субстраттары менән берләшә.
 
Ферменттар бөтә тере күҙәнәктәрҙә лә бар һәм бер матдәләрҙең икенсеһенә әүерелеүенә булышлыҡ итә. Ферменттар тере организмдарҙағы барлыҡ тиерлек биохимик реакцияларҙа катализатор ролен үтәй.
 
2013 йылға 5000-дән ашыу төрлө ферментасыҡланған. Улар бөтә тереклек процестарында ла ҡатнашып , организмдың матдәләр алмашыныуын көйләүҙә хәл иткес роль уйнайҙар.
 
Бөтә катализаторҙар кеүек үк, ферменттар ҙа тура һәм кире реакцияларҙы тиҙләтә, процестың әүҙемләшеү энергияһын кәметә. Химик тигеҙлек тураға ла, кире яҡҡа ла ауышмай.
 
Ферменттарҙың аҡһым булмаған тәбиғәтле катализаторҙар менән сағыштырғанда айырмаһы булып уларҙың юғары үҙенсәлеге (высокая специфичность) тора: ҡайһы бер субстраттарҙың аҡһымға бәйләүсе даимилығы 10<sup>−10</sup> моль/л-ға барып етергә йәки унан да кәмерәк булыуы мөмкин. Ферменттың һәр молекулаһы секундына бер нисә меңдән алып бер нисә миллионға тиклем "операция" яһарға һәләтле.
 
Мәҫәлән, быҙау ашҡаҙанында лайлалы тиресәһендәге реннин ферментының бер молекулаһы 37 °C температурала 10 минут эсендә яҡынса 106 молекула һөт казеинын әсетә.
 
Шул уҡ ваҡытта ферменттарҙың һөҙөмтәлелеге аҡһым тәбиғәтле булмаған катализаторҙарҙың һөҙөмтәлелегенән күпкә юғарыраҡ — ферменттар реакцияны миллиондарса һәм миллиард тапҡырға тиҙләтә, аҡһымһыҙ катализаторҙар — йөҙҙәрсә һәм мең тапҡыр ғына.
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ферменттар» битенән алынған