Нематодалар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
84 юл:
 
== Аскариданың үрсеүе һәм үҫеше. ==
[[Файл:Аскарида ластоногих.jpg|альт=Ишкәк тәпәйлеләрҙең аскаридаһы|мини]]
Аскаридалар — айырым енесле хайуандар.
 
Инә аскариданың ике йомортҡалығы, ата аскариданың бормалы оҙон нәҙек көпшәләргә оҡшаш бер орлоҡлоғо була. Аскарида ғәйәт үрсемле: инә селәүсен кек ҺайынкөнҺайын бик беше тиресә менән ҡапланған йөҙҙәрсә мең (200 000-гә тиклем) йомортҡа һала. Йомортҡалар кеше эсәклегенән тупраҡҡа барып эләгә, бында дымдың етерлек булыуы Һәм һауаның килеп тороуы уларҙың үҫеүенә булышлыҡ итә. 2—3 аҙнанан һуң йомортҡалар эсендә личинкалар барлыҡҡа килә.
 
Личинкалы йомортҡаларҙың насар йыуылған йәшелсәләр менән бергә, йәки ҡулдар таҙа булмаһа, кешенең ауыҙына, ә унан эсәкле­генә эләгеүе ихтимал. Бында личинкалар йомортҡаларҙан сыға, эсәк­лек стеналарын тишеп инеп, ҡан тамырҙарына эләгә. Ҡан ағымы менән бергә личинкалар үпкәләргә барып етә. Бында улар альвеола- ларҙың (үпкә ҡыуыҡсаларының) стеналары аша трахеяға, боғар­лаҡ та һәм ауыҙ ҡыуышлығына үтә. Унан һуң личинкалар, ҡаҡырыҡ ' йәки төкөрөк менән бергә йотолоп, яңынан эсәклеккә килеп эләгә, унда ҙур селәүсен булып үҫеп етә. Личинкаларҙың кеше тәне буйлап бындай сәйәхәте 1—2 аҙна дауам итә.