Төр (биология): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
1 юл:
== Төр тураһында төшөнсәнең формалашыуы ==
[[Рәсем:Biologic ierarh bash.png|thumb|right|100px|Биологик классификацияның төп һигеҙ таксономик рангтары. Тереклек домендарҙан тора, һуңғылары артабан группаларға бүленә. Аралаш төп булмаған рангтар бында күрһәтелмәгән.]]
 
=== Карл Линней — хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең хәҙерге биологик систематикаһына нигеҙ һалыусы ===
XVII быуат аҙағына хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең төрлөлөгө тураһында бик күп мәғлүмәт туплана.
 
Натуралистар үҫемлектәрҙең һәм хайуандарҙың яңынан-яңы формаларын тасуирләгәндәр. Был йәнле тәбиғәттең реаль төркөмдәр — төрҙәрҙән тороуы тураһында төшөнсә барлыҡҡа килтергән.
 
''Бер төргә кергән затта''р бер-береһенә бер ғәилә балалары һымаҡ оҡшаған. Шул уҡ ваҡытта, икенсе бер шундай уҡ үҙ-ара оҡшаш заттар йыйылмаһынан айырыла. Мәҫәлән, бүре, төлкө, ҡарға, ҡабыҡ, имән, ҡайын, бойҙай, һоло һәр береһе айырым төр тип һаналған.
 
'''Тасуирланған төрҙәр һанының артыуы''':
 
- тупланған мәғлүмәттәрҙе бер системаға һалыуҙы,
 
- уларҙың исемдәрен стандартлаштырыуҙы,
 
- иерархик система төҙөүҙе,
 
- бының өсөн ҙурыраҡ системалы берәмектәр төҙөүҙе талап иткән.
 
Шулай итеп, үҫемлектәр һәм хайуандар, донъяһының классификацияһын эшләү зарурлығы тыуған. Биологияның яңы тармағы — систематика барлыҡҡа килгән.
 
'''''Систематика'''''— үҫемлектәрҙе һем хайуандарҙы үҙҙәренең оҡшаш һәм бер-береһенән айырмалы яҡтарына ҡарап төркөмдәргә бүлеү менән шөғөлләнә торган фән.
 
Был йүнәлештә төп эш булып натуралист Карл Линнейҙың «Тәбиғәт системаһы» (1735) тора. Был хеҙмәттә хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең хәҙерге заман систематикаһына нигеҙ һалына.
 
Линией системаһының иң бәләкәй һәм төп берәмеге булып төр һанала.
 
Линней оҡшаш төрҙәрҙе ырыуға,, ә оҡшаш ырыуҙарҙы отрядҡа һәм кластарға берләштерә.
 
Һәм төрҙө билдәләү өсөн икеләтә латин номенклатураһын (бинар номенклатура) индерә.
 
'''''Төрҙөң исеме ике һүҙҙән төҙөлә''''':
 
-беренсе һүҙ итеп был төр ингән ырыу исеме алына (нимә ул тигән һорауға яуап бирә) ,
 
- икенсе һүҙ итеп ырыу атамаһына сифат һүҙе өҫтәлә (ниндәй тигән һорауға яуап бирә).
 
Шулай итеп, итөрҙөң исеменән үк уның ниндәй ырыуға ҡарағанын .белеп була. Мәҫәлән, Туғай клеверы, Тау клеверы, Аҡ айыу, Һоро айыу, Ғәҙәти шимпанзе, Кәрлә шимпанзе һәм башҡалар.
 
Линней, үҙенә тиклемге ғалимдар тәҡдим иткәнсә, үҫемлектәрҙең һом хайуандарҙың һәр бер төрөна латинса исем биргән:
 
- Canis familiaris— йорт эте,
 
- Canis lupus— ғәҙәти бүре,
 
-Felis dottiestiса— йорт бесәйе,
 
-''Felis silvestris —урман бесәйе,''
 
-''Felis lybica —дала бесәйе''
 
- Ribes rubrum — ҡыҙыл ҡарағат.
 
Латинса атамалар төрлө илдәрҙең ғалимдарына бер-береһе менән арала­шырға ярҙам итә. Ике исемле номенклатура арҡаһында бер ырыуға ингән төрҙәрҙең оҡшашлығын, дөйөмлөгөн, берҙәмлеген белеп була.
 
XVIII быуат аҙағында донъяның күпселек биологтары Линней системаһын ҡабул итә.[[Рәсем:Biologic ierarh bash.png|thumb|right|100px|Биологик классификацияның төп һигеҙ таксономик рангтары. Тереклек домендарҙан тора, һуңғылары артабан группаларға бүленә. Аралаш төп булмаған рангтар бында күрһәтелмәгән.]]
[[Рәсем:Species_plantarum_002.JPG|thumb|270px|left|<center>[[Карл Линней]] «Үҫемлек төрҙәре» ('''''Species Plantarum''''') хеҙмәтенең титул бите.<br />Хеҙмәтте нәшер итеү датаһы — [[1753]] йылдын [[1 май]]ы биологик систематиканы ҡабул итеү датаһы тип иҫәпләнә. ]]
 
'''Төр''' ({{lang-la|species}}) — морфологик, физиологик һәм биохимик үҙенсәлектәреүҙенсбирә)әлектәре нәҫелдән килеү буйынса оҡшаш булған, иркен ҡауышыусы һәм үрсемле тоҡом биреүсе, йәшәүҙең билдәле бер шарттарына яраҡлашҡан һәм тәбиғәттә билдәле бер өлкәлә — ареалда йәшәгән заттар йыйылмаһы.
 
'''Төр''' — тере организмдарҙың (хайуандар, үҫемлектәр һәм микроорганизмдар) систематикаһының төп берәмеге.