Гормондар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
118 юл:
 
Бындай гормондарҙың гормон-рецептор комплексының эш итеү механизмында мотлаҡ күҙәнәктең реакцияһын тыуҙырыусы аралашсылар ҡатнаша. Был аралашсыларҙан иң мөһимдәре — цАМФ (циклик аденозин монофосфаты), инозитол трипфосфаты, кальций иондары.
 
Әйтәйек, кальций иондары булмаған мөхиттә йәки уларҙың һаны етмәгән күҙәнәктәрҙә күп гормондарҙың тәьҫире көсһөҙләнә; кальцийҙың күҙәнәк эсендәге концентрацияһын арттырыусы матдәләр ҡулланғанда ҡайһы бер гормондарҙың тәьҫиренә оҡшаш эффекттар барлыҡҡа килә.
 
Кальций иондарының аралашсы сифатында ҡатнашыуы вазопрессин һәм катехоламин кеүек гормондарҙың күҙәнәктәргә йоғонто яһауын тәьмин итә.
 
Бурысын үтәгәндән һуң гормондар йә сәп күҙәнәктәрендә, йә ҡанда тарҡатыла, йәиһә бауырға килтерелә һәм унда тарҡатыла. Йәки бөйөрҙәр аша бәүел менән (мәҫәлән, адреналин) организмдан сығарыла.
 
== Әҙәбиәт ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Гормондар» битенән алынған