Өфө-Арена: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
26 юл:
Өфө-Арена — [[2007]] йылда [[Өфө]] архитекторҙарының проекты буйынса төҙөлә. Ул ҡала үҙәгендә, Ленин урамында урынлашкан. Бынан алда был ерҙә «Труд» стадионы урынлашҡан була. Өфө-Арена [[Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы]]на 450 йыллығына тапшырылып ҡуйыла. Өфө-Арена базаһында «[[Салауат Юлаев (хоккей клубы)|Салауат Юлаев]]» хоккей клубы, фигуралы шыуыу секцияһы эшләп килә. Йыл һайын [[Континенталь хоккей лигаһы]] чемпионаты уҙғарыла. Төп аренаның хоккей майҙаны, трибунаһы (8 070 урынлыҡ), спортсылар һәм тренерҙар өсөн ял бүлмәләре, судьялар өсөн айырым бокс, медицина кабинеты, 2 боҙ ҡойоу машинаһы өсөн гараж, конференц‑залы булған пресс‑үҙәк (100 урынлыҡ), аппарат‑студиялы комплекс, ресторан һәм башҡалар бар. 2012 йылдың йәйендә аренаның өҫтөндә «Уфа-Арена» тигән яҙыу килеп сыға.
 
«Өфө-Арена» беренсе тамашасыларҙы 2007 йылдың 27 авгусында аренаны асыш уйынында [[Рәсәй]] менән [[Канада]] йәштәр йыйылма командалары осрошҡанда ҡабул итә. Шулай уҡ аренала 2007 йылдың октябрендә көрәш буйынса донъя чемпионаты үтә. [[Салауат Юлаев хоккей клубы|«Салауат Юлаев»]] беренсе рәсми уйынды 2007 йылдың 19 декабрендә үткәрә. Шунда уҡ [[2008]] йылдың 11 апрелендә «Салауат Юлаев» үҙ тарихында беренсе тапҡыр Рәсәй чемпионы, ә 2011 йылдың 16 апрелендә КХЛ чемпионы (2010/2011) була. Өфө-Аренала чемпиондар лигаһы уйындары (2008—09), йәштәр командалары араһында донъя чемпионаты һәм Балалар халыҡ‑ара уйындары сиктәрендә турнир (икеһе лә — 2013); билбау көрәше буйынса донъя чемпионаты (2007), Рәсәй һәм [[Япония]] йыйылма командалары араһында Донъя волейбол лигаһы матчтары үтә (2011). Комплекс 8 070522 тамашасыға иҫәпләнгән төп боҙ майҙансығынан һәм әле асылған 650640 тамашасылыҡ бәләкәй аренанан тора. Арена дүрт ярустан тора: секторҙарға инеү икенсе, өсөнсө һәм дүртенсе ярустар аша мөмкин. Икенсе һәм дүртенсе ярустар араһында VIP-ложалар, коляскалы инвалидтар өсөн урындар, комментаторҙар кабинаһы, пресса өсөн ложа һәм ресторан урынлашҡан.
 
2016 йылдың декабрендә КХЛ бөтә йондоҙҙар уйынын алдынан аренала яңы куб ҡуялар, тауыш менән светты яҡшырталар, видеокамералар һәм металлодетектерҙар күбәйә, шулай уҡ бушлай интернет менән бөтә Өфө-Арена ҡунаҡтарын тәьмин итәләр. Был бөтә реконструкция хаҡы 102 миллион һумға тигеҙ<ref>[http://sport.business-gazeta.ru/article/180664/ Бюджет «Кузни» на обновление арены. Как Уфа готовится к Матчу звёзд]</ref>. 2017 йылдың аҙағында Өфө-Аренала иҫке борттарҙы яңыларға хоккейсылар өсөн хәүефһеҙерәк булғанға алмаштыралар<ref>[https://www.sports.ru/hockey/1058437908.html Новые борта на «Уфа-Арене»]</ref>.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Өфө-Арена» битенән алынған