Әрмәндәрҙе юҡ итеү сәйәсәте: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
4 юл:
Әрмәндәр геноциды бер нисә стадияла: әрмән һалдаттарын ҡоралһыҙландырыу, сик буйында йәшәүсе әрмәндәрҙе депортациялау, көс ҡулланып күсереү законын ҡабул итеү, әрмәндәрҙе күпләп күсереү һәм үлтереү аша башҡарылған. Ҡайһы бер тарихсылар был яуызлыҡҡа 1890-сы йылдарҙағы үлтереүҙәрҙе, Смирналағы һуйышты һәм 1918 йылда төрөк ғәскәрҙәренең Кавказ аръяғындағы ҡанһыҙ эш итеүен дә индерә (1918—1923 йылдарҙа Ғосман империяһы һәм Әрмәнстан Республикаһы бүлеген ҡара).
 
Геноцидты төп ойоштороусылар [[Йәш төрөктәр]] йошмаһы лидерҙары: МәхмәтМәһмәт Талаат, Әхмәт ДжемальЖемаль һәм Энвер- паша, шулай уҡ «Айырым ойошма» етәксеһе Бехаэддин Шакир һанала. Ғосман империяһында әрмәндәр геноциды менән бер үк ваҡытта ассирийҙар геноциды һәм понтий гректары геноциды ла алып барылған. Әрмән диаспораһының күпселек өлөшө Ғосман империяһынан ҡасҡан әрмәндәрҙән барлыҡҡа килгән.
 
«Геноцид» терминын үҙ ваҡытында уның авторы Рафаэль Лемкин Ғосман империяһында [[Әрмәндәр|әрмәндәрҙе]] һәм [[Өсөнсө рейх|нацистик Германия]] оккупациялаған территорияларҙа йәһүдтәрҙе күпләп үлтереүҙе билдәләү өсөн тәҡдим итә. Әрмәндәрҙе күпләп юҡ итеү (геноцид) [[Холокост]]тан һуңғы тарихта өйрәнелеү буйынса икенсе акт булып тора. [[1915 йыл|1915 йылдың 24 майҙа]] [[Антанта|союздаш илдәрҙең]] ([[Бөйөк Британия]], [[Франция]] һәм [[Рәсәй Федерацияһы|Рәсәй]]) берлектәге Декларацияһында әрмәндәрҙе күпләп үлтереү тарихта тәүге тапҡыр кешелеклелеккә ҡаршы енәйәт{{Sfn|Dadrian|2005|p=75}} тип танылды.
26 юл:
== Ғосман империяһында әрмән мәсьәләһе ==
[[Файл:Turkey_in_Asia,_1909.jpg|слева|мини|278x278пкс|6 әрмән виләйәте күрһәтелгән Азия Төркиәһе. 1903 йылғы карта]]
[[Ғосман империяһы]] әрмәндәре, мосолман булмағанлыҡтан, икенсе дәрәжәле кеше — [[зимми]]<nowiki/> һаналған. Әрмәндәргә ҡорал йөрөтөү тыйылған, улар күберәк һалым түләргә тейеш булған. Христиан әрмәндәр судта шаһит булыу хоҡуғынан мәхрүм ителгән.
 
Әрмән халҡының 70%-ын ярлы крәҫтиәндәр тәшкил итеүгә ҡарамаҫтан, мосолман халҡы араһына ҙур коммерция талантына эйә хәйләкәр һәм уңышлы әрмән стереотибы таралған. Үҙ сиратында, байып киткән әрмәндәр мосолман халҡында даими асыулы ҡараш тыуҙырған<ref>{{Китап|автор=Н. А. Кузнецова|заглавие="Иран в первой половине XIX века"|ответственный=Ю.В.Ганковский|издание=|место=Москва|издательство=Наука|год=1983|страницы=173|страниц=265|isbn=}}</ref>. Әрмәндәргә ҡарата нәфрәт ҡалаларҙа хәл ителмәгән социаль мәсьәләләр һәм ауыл хужалығында ресурстар өсөн көрәш менән көсәйтелгән. Был процесс мөһәжирҙәр —[[Кавказ|Ҡавказдан]] (Кавказ һуғышы һәм 1877—1878 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышы) һәм яңы төҙөлгән балҡан дәүләттәренән, шулай уҡ ҡырым татарҙары, йәғни, ҡасаҡтар артыуы арҡаһында ҡатмарлашҡан. Христиандар ерҙәренән ҡыуып ебәргәнлектән, ҡасаҡтар үҙ нәфрәтен урындағы христиандарға күсергән. Әрмәндәрҙең шәхси һәм коллектив хәүефһеҙлек яҡлау мөмкинлеге дәғүәләре һәм шуның менән бергә Ғосман империяһында уларҙың хәленең насарайыуы көнсығыш проблемаһының бер өлөшөн тәшкил иткән "әрмән мәсьәләһе"н барлыҡҡа килтергән.
41 юл:
Әрмән проблемалары яйға һалынмауға ризаһыҙлыҡ белдереп, Гнчакян Социал-демократик партияһы [[1895 йыл]]дың сентябрендә ҙур демонстрация ойошторорға ҡарар итә, әммә уларҙың юлын полиция бүлә. Башланған атыштан тиҫтәләгән әрмән үлтерелә һәм йөҙәрләгәне яралана. Полиция әрмәндәрҙе тотоп ''софтар''ға — ислам уҡыу йорттары уҡыусыларына бирә, һәм улары таш бәреп туҡмап язалайҙар. Ҡырылыш 3 октябргә тиклем дауам итә<ref name="Bloxham-51-57" /><ref name="The Armenian People from Ancient to Modern Times 2-221-222" />. 8 октябрҙә Трабзонда мосолмандар меңләгән әрмәнде үлтерә һәм тереләй яндыра. Был ваҡиға ғосман властарының Көнсығыш Төркиәлә: Эрзинжан, Эрзурум, Гөмөшхан, Байбурт, Урфала, Битлиста әрмәндәрҙе күпләп юҡ итеү яуызлығы булып тарихҡа кергән<ref name="Кинросс" /><ref name="The Armenian People from Ancient to Modern Times 2-222-226" />.
 
[[Дашнак]]тарДашнактар күп халыҡ йыйылған акцияларҙан туҡталып тороуға ҡарамаҫтан, [[1895 йыл]]ғы ҡырыу Истанбулдағы Оттоман банкын баҫып алыу ҡарарына килтерә. [[1896 йыл]]дың 26 авгусында Оттоман банкына баҫып инә, шартлатыу менән ҡурҡытып, европа персоналын аманат итеп ала, төрөк хөкүмәтенән вәғәҙә иткән сәйәси реформалар талап итә. Һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә рәсәй илселеге вәкиле һәм банк директоры Эдгар Винсент һөжүм итеүселәрҙе шәхси хәүефһеҙлек гарантиялары менән бинанан китергә күндерәләр. Әммә властар, дашнактар төркөмө банктан китеп өлгөрмәҫ элек үк, әрмәндәргә һөжүмде рөхсәт итә. Ике көн эсендә властарҙың юл ҡуйыуы арҡаһында 6 меңдән ашыу кеше үлтерелә<ref name="Кинросс" /><ref name="The Armenian People from Ancient to Modern Times 2-224-226" />.
 
[[1894]]—[[1896 йыл]]дарҙағы ҡырыуҙың ҡорбандарын иҫәпләп бөтөү мөмкин түгел. Был осорҙа, көс ҡулланыу ваҡиғалары тамамланыуға тиклем, Төркиәлә булған лютеран миссионеры Иоһаннес Лепсиус, немец һ. б. сығанаҡтарҙы файҙаланып, түбәндәге статистика йыйған: үлтерелгәндәр — {{nobr|88 243}} кеше, бөлгөнлөккә төшөрөлгән — {{nobr|546 000}} кеше, таланған ауыл һәм ҡалалар — 2493, ислам диненә күсерелгән ауылдар — 456, мәсхәрәләнгән сиркәү һәм монастырҙар — 649, мәсетткә әйләндерелгән сиркәүҙәр — 328<ref name="The Armenian People from Ancient to Modern Times 2-224" />. Кинросс, үлтерелгәндәрҙең дөйөм һанын баһалап, 50—100 мең цифрын килтерә<ref name="Кинросс" />, Блоксхэм — 80—100 мең<ref name="Bloxham-51" />, Ованнисян — 100 меңгә яҡын<ref name="The Armenian People from Ancient to Modern Times 2-222" />, Адалян һәм Тоттен — 100 меңдән 300 меңгә тиклем<ref name="Charny 287" /><ref name="Totten 23" />, Дадрян — 250—300 мең тиҙәр<ref name="Shelton 71" />, Сюни — 300 тысяч человек<ref name="Looking toward Ararat 99" />.
47 юл:
== Йәш төрөктәрҙең власҡа килеүе. Киликий ҡырылышы ==
[[Файл:Adanabodies.JPG|thumb|Адана, 1909 йыл]]
1860-сы йылдарҙа [[Абдулхәмид II]] (1876—1909) солтан хакимлығы осоронда Ғосман империяһында таралыу алған буржуаз-либераль конституцион идеялар [[йәш төрөктәр]] хәрәкәтендә сағылыш тапты. 1894 йылда «Берләшеү һәм прогресс» (Иттихад, {{lang-tr|İttihat ve Terakki}}) йәшерен йәмғиәтенең, ниндәй дин тотоуға ҡарамай, «ҡанлы» солтан режимына, деспотизм һәм тиранияға ҡаршы көрәшергә саҡырған беренсе листовкаһы тарала. Йәш төрөктәрҙең әрмән милли партиялары һәм македон азатлыҡ көрәше лидерҙары ла ҡатнашҡан II конгресында (Париж, 1907) конституцияны тергеҙеү һәм парламент саҡырыу «Декларация»һы ҡабул ителә. Ул империяның бөтә халыҡтарын Абдулхәмид режимын ҡолатыуға йүнәлтелгән дөйөм ихтилалға саҡыра<ref name="осм">Барышников В. Н. (отв. ред.), АКАДЕМИЧЕСКИЙ СЛОВАРЬ ТЕОРИИ И ИСТОРИИ ИМПЕРИЙ — СПб.: Издательство Санкт-Петербургского государственного университета, 2012. — 728 с.</ref>.
 
1908 йылдың 24 июлендә Абдулхәмид ҡайһылыр юл ҡуйыуға барырға була, 24 июлдә конституцияны тергеҙеү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуя. Йәш төрөктәрҙең еңеүе империяның мосолман һәм әрмән халҡын дәртләндереп ебәрә. Әммә «Берләшеү һәм прогресс» партияһын сәйәси партияға әйләндергәндә (1908 йылдың октябре), империя өсөн мөһим булған милли мәсьәлә яңы партия программаһының панғосманизм идеологияһына (ниндәй дин тотоуҙарына ҡарамаҫтан, солтандың бөтә подданныйҙары — «ғосмандар») яраҡлашҡан булыуын күрһәтә<ref name="осм" />.