Ҡылым: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
160 юл:
 
==Ҡылым рәүешлеге==
'''Ҡылым рәүешлеге категорияһы( ҡылым модаллеге) тип тел белемендә ысынбарлыҡта булып торған эш-хәрәкәтткә, төрлө хәл-ваҡиғаларға мәнәсәбәтен сағылдырусы лексик-грамматик категорияға әйтәләр.'''
 
рәүешлегә эшкә, хәрәкәткә, торошҡа, хәл-ваҡиғаларға кәмһетеп ҡарауҙы, инсафлыҡты, түбәнселекте, эш-хәрәкәттең ысынбарлыҡҡа тап килеү-килмәүен, башҡарылып ятҡан эш-хәрәкәткә ышанып етмәүҙе (икеләнеүҙе, шикләнеүҙе), теге йәки был эште башҡарыу мөмкин һәм мөмкин булмауҙы белдерә.
Хәҙерге башҡорт телендә ҡылымдарҙың түбәндәге рәүешлек формалары йыш осрай.
1. Ысынбарлыҡ рәүешлеген белдереүсе ҡылым формалары; был төп рәүешлек һанала:
а) хәбәр һөйкәлешенең үткән һәм хәҙерге заман формаларын -сы, -се, -со, -сө киҫәксәләре ҡушылған ҡылымдар эшмәкәрлекте, һөйләүсе әсән көтөлмәгән хәл булыуын аңлата: Мин, иҫәуән, һыр бирмәгән булып, Сәлмәндең уҙенә лә шул мәрәкә хаҡында һуҙ ҡуҙғатып торманымсы... (С. Шәрипов.) Һай, ҡалай киләләрсе! Тас алыҫ походтан ҡайтҡан-дағыса, ҡушарланған аттарын сығырлатып атлайҙар. (Ғ. Ибраһимов.)
б) теге йәки был эштең үтәлеүенә тулы ышаныс булыуын раҫлауҙы, һөҙөмтә яһауҙы аңлатыусы рәүешлек формаһы хәбәр һөйкәлеше ҡылымының үткән, хәҙерге, киләсәк заман формалары икән киҫәксәһенең йәнәш тороуынан яһалған аналитик ҡылымдан килә. Мәҫәлән: Ҡарауылсы һаман төпсөнә икән: «Ә был ҡауындарҙы кем өҙҙө һуң?» Бер көндө Хужа юлдан аҡса тапҡан икән. (Көләмәс.)
2. Ысынбарлыҡҡа тап килмәгән рәүешлекте белдергән ҡылым формалары:
а) үткән заман сифат ҡылымға булыу ярҙамсы ҡылымы йәнәш тороп яһалған форма: Мөхәррәм ишектән ингәндә шәкерттәр көйләп, дәрестәрен уҡып ултырган булалар ине. һеҙ әрәмтамаҡтарға ышанып, улдарым бар тигән булып йөрөгән булам. (Ж. Кейекбаев.) Ярым мыҫҡыл итеү, көлөү мәғәнәһе һалынған булһа, ул саҡта -ған, -гән аффикслы ҡылымдан һуң «кеше» һүҙе ҡуйылырға мөмкин: Ҡыңғырау шылтыратып йөрөнөләр: ҡыңғырау тауышына байтал кешнәп килеп сыҡмаҫмы тип уйлаған кеше булдылар. Ҫ/К. К ейекбаев.) Алтын еңгәм аптыраған кеше булды. (Һ. Дәүләтшина.)
3. Түбәнселек (инсафлыҡ, итәғәтлелек, күнеүсән лек, кәмһетеү) рәүешлеген белдереүсе формалар. Был төр ҡылым формаларының мәғәнәләре, уларҙың төрлө биҙәктәре бик күп: улар һөйләмдәге эйәнең йәки субъекттың эшенә һәм хәрәкәтенә, хәл-торошона кәмһетеп, түбәнһетеп, меҫкенләнеп ҡарауҙы; мыҫҡыллауҙы, көлөүҙе, йәлләүҙе, иркәләүҙе белдерәләр. Ундай ҡылым формаһы -ған, -гән, --ҡан, -кән аффикслы төп мәғәнәне белдереүсе ҡылымға булыу ярҙамсы ҡылымдың ҡушарлап килеүенән яһала: Байҙар уның менғн «баймын» тигән булып, кәртә тулы йылҡы аҫраган булалар. (Ж. Кейекбаев.) Атайым шулай тигәс, табаҡ-һауыттарымды, самауырымды йыйыштырған булдым. (Һ. Дәүләтшина.)
4. Мөмкинлек һәм мөмкин түгеллек рәүешлегә. Улар түбәндәгесә яһала:
а) -ып, -еп, -п ялғаулы хәл ҡылым + булыу; б) -а, -ә, -й ялғаулы хәл ҡылым + алыу; в) -ырға, -ергә, -рға, -ргә ялғаулы уртаҡ ҡылым + мөмкин, ярай һәм булыу ярҙамсы ҡылымдары ҡалыбы менән яһала.
5. Тейешлек-кәрәклек рәүешлеген белдереүсе ҡылым формалары а) -ырға, -ергә, -рға, -ргә ялғаулы уртаҡ ҡылым + кәрәк, кәрәкмәй, кәрәк тә түгел; 6)-ырға, -ергә, -рға, -ргәялтау-лы уртаҡ ҡылым + тейеш, тейеш тугел ҡалыбы менән яһала; в) уртаҡ ҡылым + -аһы, -әһе ялғаулы мәжбүрилек формаһына бар, юҡ мөнәсәбәт һүҙҙәре эйәреп яһала.
6. Аныҡһыҙлыҡ, самалау, ҡарар итеү, фараз итеү рәүешлеген белдереүсе ҡылым формалары. Улар а) -п ялғаулы хәл ҡылымынан һуң булһа кәрәк, булырға кәрәк һүҙҙәре килеп; б) -ған, -гән, -ҡан, -кән ялғаулы ҡылымға булырға тейеш һүҙбәйләнеше ҡушылып; в) -ыу, -еу, -оу, -өу, -у, -у ялғаулы исем ҡылымға бар, мөмкин мөнәсәбәт һүҙҙәре йәнәш ҡуйылып; г) -дыр, -дер, -ҙыр, -ҙер, -лыр, -лер ялғауҙары ҡушылған ҡылымдан; ғ) моғайын, ахырыһы, әйтерһең, бәлки, ихтимал мөнәсәбәт һүҙҙәр менән яһалалар.
 
== Ҡылымдарҙың яһалышы ==
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡылым» битенән алынған