Усакина Татьяна Ивановна: өлгөләр араһындағы айырма

СССР ғалимы, филолог, филология фәндәре кандидаты, Һарытау дәүләт университетының рус әҙәбиәте кафедраһы доценты (1961—1966).
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Усакина, Татьяна Ивановна" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

16:05, 28 сентябрь 2021 өлгөһө

Усакина Татьяна Ивановна (24 август 19316 июнь 1966) ―СССР ғалимы, филолог, филология фәндәре кандидаты, Һарытау дәүләт университетының рус әҙәбиәте кафедраһы доценты (1961—1966).

Биографияһы

Усакина Татьяна Ивановна 1931 йылдың 24 авгусында Һамарҙа тыуған.

1950 йылдан 1955 йылға тиклем Һарытау дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. 1955 йылдан 1958 йылға тиклем рус әҙәбиәте кафедраһының филология факультетында аспирантурла уҡый[1]. 1959 йылда филология фәндәре кандидаты дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн «М. Е. Салтыков-Щедрин и общественно-литературное движение 40-х годов XIX века» темаһына диссертация яҡлай. Уның ғилми етәксеһе профессор Ю.Г. Оксман, ә рәсми оппоненты профессор П. Скафтымов була[2]

1958 йылдан алып рус әҙәбиәте кафедраһында ассистент вазифаһында, ә 1961 йылдан доцент вазифаһында эшләй. Усакина «Рус тәнҡите һәм журналистикаһы тарихы» дөйөм курсын, махсус курстар һәм «Герцен һәм уның дәүере», «Герцен-беллетрист», «Герцен һәм 1830—1840 йылдарҙағы әҙәби-ижтимағи хәрәкәт», «Белинский һәм уның заманы әҙәбиәте», «Белинский һәм натураль мәктәп», «Петрашевсылар һәм натураль мәктәп» семинарҙарын алып бара[3]. Татьяна Ивановна профессор Ю.Г.Оксман етәкселегендә «В.Г.Белинскийҙың тормошо һәм ижады йылъяҙмаларын» төҙөүҙә әүҙем ҡатнаша, шулай уҡ Н.Г. Чернышевский тураһында иҫтәлектәр һәм А.И.Герцендың, М.Е. Салтыков-Щедриндың әҫәрҙәренең тулы йыйынтыҡтары буйынса комментарийҙар һәм мәҡәләләр әҙерләй[4].

Усакинаның ғилми ҡыҙыҡһыныуҙары даирәһенә декабристар публицистикаһы, әҙәби-тәнҡит фекере, XIX быуаттың 40-60-сы йылдарҙың әҙәби прозаһы һәм эстетикаһы (петрашевсылар, В Г. Белинский, В Майков, А И. Герцен, М. Е. Салтыков-Щедрин, Н. Г. Чернышевский) ҡыҙыҡһындыра. Татьяна Ивановна «Әҙәбиәт яңылыҡтары» түңәрәген ойоштороу инициаторы була, ул студенттар ятағында үтә һәм унда совет әҙәбиәте буйынса фекерләшеүҙәр уҙа[5].

Т.И. Усакина 1966 йылдың 6 июнендә Һарытауҙа вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге

Хеҙмәттәре, монографиялары:

  • Усакина Т. И. Петрашевцы и литературно-общественное движение сороковых годов XIX века. Саратов: Изд-во СГУ, 1965.
  • История, философия, литература (середина XIX века) : [сб. ст.]; подгот. Г. Н. Антоновой и Г. В. Макаровской. Саратов: Приволж. книжн. изд-во, 1968.
  • [Комментарии] // Герцен А. И. Собр. соч.: в 30 т. / А. И. Герцен. М.: Изд-во АН СССР, 1958. Т. 14; Т. 15; 1959. Т. 18; М.: Наука, 1965. Т. 30, кн. 2.
  • [Вступ. ст., подг. текстов и коммент.] // Н. Г. Чернышевский в воспоминаниях современников. Саратов : Сарат. книжн. изд-во, 1958—1959. Т. 1. С. 191—211, 211—217, Т. 2. С. 52-116, 197—209.
  • [Статьи, примеч., подг. текстов] // Салтыков-Щедрин М. Е. Собр. соч. : в 20 т. М. :
  • Художественная литература, 1965. Т. 1. С. 399—449; 1966. Т. 4. С. 180—244, 537—564.
  • «Колокол» // КЛЭ. М. : Сов. энциклопедия, 1966. С. 662—665.
  • Письма Т. И. Усакиной (1964—1965) // предисл. Ю. В. Манна; подг. текста и примеч. Е. И. Лившиц // Известия РАН. Серия лит. и яз. 2002. № 1. С. 51-64.

Иҫкәрмәләр

  1. 1962-1978. www.bookposter.ruДата обращения: 19 сентября 2021.
  2. У, Ф - Свод персоналий (Игорь Абросимов) / Проза.ру. proza.ruДата обращения: 19 сентября 2021.
  3. Петрашевцы и литературно-общественное движение сороковых годов XIX века - Усакина Татьяна Ивановна. — 1965.
  4. Усакина // Краткая литературная энциклопедия. Т. 7. — 1972 (текст). feb-web.ruДата обращения: 19 сентября 2021.
  5. Т. И. Усакина | СГУ - Саратовский государственный университет.

Әҙәбиәт

  • Антонова Г. Н. Усакина Т. И. // КЛЭ. Т.7. Стб. 838;
  • Покусаев Е. О. Татьяне Усакиной // Усакина Т. И. История, философия, литература (середина XIX века) : [сб. ст.] . Саратов: Приволж. книжн. изд-во, 1968. С. 5-8 (Там же дана полная библиография научных трудов Т. И. Усакиной);
  • Чуприна И. Т. И. Усакина. История, философия, литература // Филологические науки. 1969. № 6;
  • Душина Л. Н. Татьяна Ивановна Усакина // Методология и методика изучения русской литературы и фольклора. Ученые-педагоги Саратовской филологической школы / под ред. проф. Е. П. Никитиной. Саратов: Изд-во Сарат. ун-та, 1984. С. 268—286;
  • Галаган Г. Исследование о петрашевцах // Вопросы литературы. 1966. № 12. С. 208—211; Манн Ю. [Рец.] // Новый мир. 1966. № 6. С. 280—281;
  • Егоров Б. История — философия — литература // Вопросы литературы. 1969. № 8.

Һылтанмалар