Башҡорт теленең орфографияһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Ук}}
'''Башҡорт теленең орфографияһы''' — башҡорт телендә телмәрҙе яҙма рәүештә биреү ысулының бер төрлөлөгөн билдәләгән, тарихи йәһәттән формалашҡан ҡағиҙәләр йыйылмаһы (системаһы); башҡорт теленең ҡағиҙәләр системаһын өйрәнеүсе һәм тикшереүсе тел ғилеме бүлеге.
 
Юл 7 ⟶ 8:
 
== Тарихы ==
Башҡорт теленең тәүге орфографик ҡағиҙәләре ХХ быуаттың 20-се йылдарында СССР Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Орфография комиссияһы тарафынан тикшерелә һәм төгәлләнә. Комиссияла Ф. Сәйфи-Өфөлө, Г. Шонаси, [[Рәмиев Сәғит Лотфулла улы|С. Л. Рәмиев]], [[Вилданов Ғәбделәхәт Фазлый улы|Ғ. Ф. Вилданов]], Х. Кәримов,  [[Манатов Шәриф Әхмәтйән улы|Ш.  Ә.Манатов]],  [[Хоҙайбирҙин Шәһит Әхмәт улы|Ш.  Ә.Хоҙайбирҙин]], [[Юлтыев Дауыт Исхаҡ улы|Дауыт Юлтый]] һәм башҡалар эшләй. Башҡорт орфографияһының тәүге ҡағиҙәләре фонетик принципҡа нигеҙләнә.
 
[[1924 йыл]]да З. С. Рәмиев ғәрәп алфавиты нигеҙендәге яҙма өсөн башҡорт орфографияһы проектын төҙөй һәм өндәрҙе яҙыуҙа биреү, аффикстарҙы, киҫәксәләрҙе, бәйләүестәрҙе, теркәүестәрҙе дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен тасуирлай.
 
Башҡорт орфографияһының башҡа варианттарын 1924 йылда Ғ.  Ф.  Вилданов, [[Ғәбитов Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы|Х. Ғ. Ғәбитов]], Н. Т. Таһиров; 1925 йылда Г. Х. Алпаров тәҡдим итә. Был ҡағиҙәләр беренсе башҡорт грамматикаһы дәреслектәрендә файҙаланыла.
 
[[1928 йыл]]да БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы [[Дәүләтшин Ғәббәс Йәғәфәр улы|Ғ. Й. Дәүләтшин]] һәм Х. Хәбиров эшкәрткән башҡорт орфографияһын раҫлай.
 
Латин алфавиты нигеҙендәге башҡорт орфографияһы Яңы башҡорт алфавиты комитеты тарафынан эшләнә. [[1930 йыл]]да БАССР Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы фонетик һәм морфологик принциптар нигеҙенә ҡоролған башҡорт орфографияһы ҡағиҙәләрен ҡабул итә.
Юл 27 ⟶ 28:
Орфографияны эшләгәндә хәрефтәрҙең фонетик системаға тап килмәү проблемаһына; башҡорт теле диалекттарына хас тел билдәләрен һайлауға; сингармонизм закондарының үтәлеүенә бәйле мәсьәләләр хәл ителә<ref>[http://wiki02.ru/encyclopedia/morfonologiya/t/9094 Морфонология<!-- Заголовок добавлен ботом -->]</ref>:
 
* һүҙ структураһында сиратлашҡан морфонемаларҙы берләштереүсе фонемаларҙың сиратлашыуы; һуҙынҡы морфонемаларҙың сиратлашыуы сингармонизм законы менән бәйләнгән; тартынҡыларҙың сиратлашыуы тамыр морфемаларҙың башында һәм аҙағында: [ҡ—м]: «ҡырын-мырын» [ҡ]ырын-[м]ырын, [п—б]: «яп» я[п] — «ябыу» я[б]ыу һ.б., аффикстар башында һәм аҙағында бара: [д—ҙ]: «замандаш» заман[д]аш — «яуҙаш» яу[ҙ]аш, [ҡ—к]: «ҡуйҙыҡ» ҡуйҙы[ҡ] — «кейҙек» кейҙе[к]; күпселек сиратлашыуҙар ассимиляция һөҙөмтәһе булып тора;
 
* һуҙынҡыларҙың һан һәм сифат яғынан үҙгәреүе менән һыҙатланған нигеҙҙең ҡыҫҡартылыуы: «халыҡ» ха[лыҡ] — «халҡым» ха[лҡ]ым, «алты» ал[ты] — «алтмыш» ал[тм]ыш, «һары» һа[ры] — «һарғылт» һа[рғ]ылт һ.б., редупликация осрағында — беренсе ижектең бер өлөшө: «туп-тулы» ту[п]-ту[лы], «йоп-йомро» йо[п]-йо[мро] һ.б.; алынма һүҙҙәрҙә аҙаҡҡы [д], [т] төшөп ҡала: «поезд» пое[зд] — «поезға» пое[зғ]а, «власть» вла[ст’] — «власҡа» вла[сҡ]а һ.б., [л], [н] — алмаштарҙа: «ул» у[л] ~ «уны» ( у[н]ы, «мин» ми[н] — «миңә» ми[ң]ә һ.б.;
 
* морфемалар төкәлгән урынға (асемантик — һан мәғәнәһе булмағандар) фонема килеп инеүенән ғибәрәт булған морфема үҫеүе: «икешәр» ике-[ш]-әр, «олоғай-» оло-[ғ]-ай, «кеҫәһе» кеҫә-[һ]-е, «әбей-һәбей» әбей-[һ]әбей һ.б.;
 
* ике бер иш фонема йәнәш килгәндә, уларҙың береһенең төшөп ҡалыуы күҙәтелә: «ҡапҡа артында»  — ҡапҡ[а]ртында, «ҡара» һәм «ағас»  — «ҡарағас» ҡар[а]ғас, «артист» һәм -тар (күплек күрһәткесе) — «артистар» артис[т]ар һ.б.
 
Хәҙерге ваҡытта башҡорт теленең орфографияһы проблемалары менән Өфөлә урынлашҡан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты шөғөлләнә.
Юл 47 ⟶ 48:
 
== Әҙәбиәт ==
Башҡорт теленең орфографияһына ғалимдар [[Әхмәров Ҡасим Закир улы|Ҡ. З. Әхмәров]], [[Байышев Таһир Ғәлләм улы|Т. Ғ. Байышев]], [[Бейешев Әкрәм Ғибат улы|Ә. Ғ. Бейешев]], [[Кейекбаев Жәлил Ғиниәт улы|Ж. Ғ. Кейекбаев]], [[Харисов Әхнәф Ибраһим улы|Ә. И. Харисов]], [[Юлдашев Әхнәф Әхмәт улы|Ә. Ә. Юлдашев]] һәм башҡаларҙың хеҙмәттәре бағышланған.
 
* Н. Ф. Суфьянова, З. К. Ишмухаметов, «Орфографический словарь башкирского языка» (на баш. яз.). Уфа: НИ «Башкирская энциклопедия», 2002. — 352 с.