Һарун Тажиев: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә →‎Биографияһы: clean up, replaced: табиб → табип (2) using AWB
Rescuing 1 sources and tagging 0 as dead.) #IABot (v2.0.8
27 юл:
Атаһы Сабир Дашкин тураһында мәғлүмәттәр бик аҙ була. Е. К. Мархинин яҙыуынса, уның атаһы рус армияһында табип булып хеҙмәт итә һәм [[Беренсе донъя һуғышы]]нда вафат була<ref>Из книги: [http://www.skitalets.ru/books/taziev/index4.htm Этна и вулканологи. Перевод с фр. Издательство «Мысль», Москва, 1976.]</ref><ref>[http://www.futura-sciences.com/fr/biographie/t/geologie-3/d/tazieff_617/ Haroun Tazieff]{{ref-fr}}</ref>. Икенсе бер фараз буйынса, атаһы ''Фәттәх Тажиев'' (1882—1976) хәҙерге [[Польша]] территорияһында немецтарҙа тотҡонлоҡта була һәм бер ҡатын-ҡыҙҙы осрата, уларҙың ике улдары тыуа. Һуғыштан һуң тыуған ауылы [[Исламбаҡты]]ға (хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]] [[Йәрмәкәй районы]]) ҡайта, бында кәләш ала, уларҙың ике улдары тыуа<ref>[http://www.agidel.ru/addcontent/214-2009shejere.htm Шежере: История села Исламбахты]</ref>. Инера Сафаргалиева буйынса атаһы ''Сабир Тажиев'' була, ул 1885 йылда [[Сәмәрҡәнд]]тә татар ғаиләһендә тыуған, һөнәре буйынса табип, белемен Европала алған, Польшала немецтар һөжүм иткәндә һәләк була<ref>[http://www.caravanarba.org/index.php/ru/ru-tatarstan/ru-personalites/99-ru-tazieff К 100-летию вулканолога Гаруна Тазиева]</ref>.
 
Әсәһе — ''Зенита Илъяс ҡыҙы Клупт'' хаҡында шулай уҡ мәғлүмәттәр аҙ. Ул хәҙерге Польшаның территорияһында хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Францияла икенсегә кейәүгә сыға. Уның тураһында Зинаида Шаховская 1937 йылғы Пушкинға арналған сараларға бәйле үҙенең иҫтәлектәрендә ошолай яҙа: «…шиғырҙар тәржемәһе өҫтөндә, Роберт Вивье һәм уның ҡатынынан (рәсәй татары, хәҙер инде билдәле Һарун Тажиевтың әсәһе) башҡа …»<ref>[http://nabokovandko.narod.ru/index.html «В поисках Набокова»] {{Webarchive|url=https://web.archive.org/web/20121112223616/http://nabokovandko.narod.ru/index.html |date=2012-11-12 }}</ref> .
 
Һарун Тажиев Польшала әсәһе менән ҡала. Октябрь инҡилабынан һуң эмиграцияға эләгә. 1917 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1921 йылда) Һарун Тажиев әсәһе менән [[Бельгия]]ға күсенә, бында ҡасаҡ статусында йәшәй һәм тик 1936 йылда бельгия гражданлығын алыуға ирешә. Был ваҡытта Льеж университетында геологҡа һәм бер үк ваҡытта Gembloux агрономға уҡый. 1938 йылда агроном дипломын ала. [[Икенсе донъя һуғышы]] барышында белем алыуын туҡтатырға мәжбүр була һәм тик 1944 йылда геолог дипломын ала. Һуғыш осорондә Француз Ҡаршылығы хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша.