Йәдитселек: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
36 юл:
Хәрәкәт [[мәктәп]]тәр [[мәҙрәсә]]ләрҙә хәрефтәрҙе ҡысҡырып әйтеп, тауышланып өйрәнеү — «усул-йәдит» (йәдит ысулы) ҡулланыу хәрәкәте башланыу менән бәйле. Мәғариф өлкәһендә реформа башлана, уның инициаторы булып И. М. Гаспринский сығыш яһай. Уның нигеҙендә мәктәптәрҙә һәм мәҙрәсәләрҙә уҡырға өйрәтеүҙең яңы (фонетик) ысулын, донъяуи фәндәрҙе (урыҫ теле, арифметика, тәбиғәт белеме, география һәм тарих нигеҙҙәре һәм башҡалар), уҡыусыларҙы туған телендә уҡытыуҙы индереү; аныҡ уҡыу йылы һәм белем биреүҙең класс‑дәрес системаһын булдырыу;уҡыу-яҙыуға өйрәтеүҙе 3—5 йылдан бер йылға ҡалдырыу ята.
 
Йәдитиселектә дини фанатизм тәнҡитләнә, улар иҫкергән дини мәктәптәрҙе милли донъяуи мәктәптәр менән алмаштырыу, фән һәм мәҙәниәт үҫеше, туған телдә гәзит сығарыу, мәҙәни-ағартыу учреждениелары асыу өсөн сығыш яһай, тап шул йәмғиәттә демократик көстәрҙе тупларға булышлыҡ итә. [[Өфө губернаһы]]нда беренсе башлап уҡытҡан «[[Ғосмания (мәҙрәсә)|Ғосмания]]» ([[1890]]башында), [[Ырымбур губернаһы]]нда — «[[Хөсәйениә (мәҙрәсә)|Хөсәйениә]]» мәҙрәсәләрендә яңы ысул индерелә<ref>[http://encycl.bash-portal.ru/djadid.htm Статья в Башкортостан: Краткая энциклопедия]{{Недоступная ссылка|date=Июнь 2018 |bot=InternetArchiveBot }}</ref>.
 
1897 йылда Ырымбур ҡалаһында тәүге йәдит ҡатын‑ҡыҙҙар мәктәбе асыла. Өфө һәм Ырымбур губерналарында яңы ысуллы мәктәптәрҙең һәм мәҙрәсәләрҙең күбеһе хәйриә аҡсаһы иҫәбенә йәшәй; 1912—13 йылдарҙа Өфө губернаһындағы 6 өйәҙ земствоһынан Минзәлә һәм Бөрө генә мәктәптәрҙе тотоуға аҡса бүлә.
 
Беренсе башҡорт һәм ҡаҙаҡ уҡытыусылары Хөсәйеновтар мәҙрәсәһендә («[[Хөсәйениә (мәҙрәсә)|Хөсәйениә]]») мәҙрәсәһендә уҡып сыҡҡан була<ref>Гайнетдин М. Мәңге тоныкланмас көзгебез. — Казань: ТКН, 2006. — 335 б.</ref>, шулай уҡ йәдит уҡыу йорттарында [[Ҡаһирә]], [[Истанбул]]дың реформаланған мәҙрәсәләрен, Баҡсаһарай һәм Ҡасимов педагогик курстарын тамамлаусылар уҡытҡан.
 
[[1890]] йылдарҙың икенсе яртыһынан мәҙрәсәләрҙә: («[[Рәсүлиә]]», «[[Ғосмания (мәҙрәсә)|Ғосмания]]», «[[Ғәлиә (мәҙрәсә)|Ғәлиә]]», [[Стәрлебаш мәҙрәсәһе]]) профессиональ уҡытыусылар әҙерләнә башлай. [[XX быуат|ХХ быуат]] башына Башҡортостандың мәктәп һәм мәҙрәсәләрендә алдынғы ысуллы тауышлы уҡытыу ныҡлап урынлашҡан. Мәктәп уҡыусылары элгәре грамотаға 3-5 йыл уҡыһадауамында өйрәнһә, йәдиттәрҙәйәдит ысулы менән — бер йыл эсендә өйрәтеү мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Уҡыусылар туған телдә уҡыуға күсә; башҡа донъяуи дисциплиналарҙы өйрәнеү ҙә күпкә киңәйә. Уҡыу йылы аныҡ тәртипкә ҡуйыла, кластан-класҡа күсереү тормошҡа ашырыла һәм кластарҙа дәрестәр үткәреү, уҡыу-уҡытыу системаһы яйға һалына. Европа стандарт мәктәптәре уҡытыу ысулы индерелә. Бынан тыш — парта, эскәмйә, таҡталар, уҡытыу өсөн бүлмәләр, балаларҙы кластарға бүлеп уҡытыу индерелә.
 
== Шулай уҡ ҡара ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Йәдитселек» битенән алынған