20 июль: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
31 юл:
<onlyinclude>{{#if: {{replace|{{{1|}}}|4|}} ||
* [[Дәүләтшин Әбделғәзиз Абдулла улы]] (1861—12.05.1920), [[Рәсәй империяһы]] һәм [[Совет Рәсәйе]]нең хәрби эшмәкәре, генерал-майор (1913). Дворяндарҙан. 1880 йылдан Рәсәй империяһы армияһында, шул иҫәптән 1907 йылдан Хәрби министрлыҡ Баш штабының Азия бүлеге хеҙмәткәре, 1917 йылдың июленән 1918 йылдың декабренәсә — начальнигы. 1918 йылдан [[РККА]]-ның Бөтә Рәсәй баш штабы хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта 1919 йылдан РККА-ның башҡорт частары кавалерияһы инспекторы, башҡорт милли ғәскәрҙәренең тарихын өйрәнеүсе. 3-сө дәрәжә Изге Владимир (1915), 2-се дәрәжә Изге Анна (1910), 2-се (1906) һәм 3-сө (1896) дәрәжә Изге Станислав ордендары кавалеры. Сығышы менән [[Ырымбур губернаһы]] [[Бөрө өйәҙе]]нән.
* [[Сухоруков Алексей Яковлевич]] (1916—20.02.1973), [[Совет-фин һуғыштары|1939–40 йылдарҙағы совет‑фин һуғышында]], Бессарабияла һәм Төньяҡ Буковинала 1940 йылдағы хәрби хәрәкәттәрҙә һәм [[Бөйөк Ватан һуғышы]]нда ҡатнашыусы яугир. [[Майор]]. [[Советтар Союзы Геройы]] (1943). Сығышы менән хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]]ның [[Стәрлетамаҡ районы]] [[Преображеновка (Стәрлетамаҡ районы)|Преображеновка]] ауылынан.
* [[Михалёв Борис Андреевич]] (1921—8.03.2005), хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1951 йылдан Красноусол быяла заводының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1957 йылдан — баш инженер, 1962 йылдан — директор, 1982—1991 йылдарҙа граждандар оборонаһы буйынса инженер. [[РСФСР]]-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1974). 1-се дәрәжә [[Ватан һуғышы ордены|Ватан һуғышы]] (1945), ике [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены|Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ]] (1966, 1968) һәм ике [[Ҡыҙыл Йондоҙ ордены|Ҡыҙыл Йондоҙ]] (1942, 1945) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының [[Көйөргәҙе районы]] [[Ермолаевка (Көйөргәҙе районы)|Ермолаевка]] ауылынан.
* [[Ҡотошов Наил Муллайән улы]] (1926—23.02.2007), хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы. 1953 йылдан Йәркәй МТС-ының баш инженеры һәм директоры; 1956—1961 һәм 1966—1970 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары; 1970—1987 йылдарҙа — республиканың халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү министры. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1981). Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү тармағының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1996).
* [[Бронштейн Ефим Михайлович]] (1946), ғалим-математик, юғары мәктәп ветераны. 1968 йылдан [[Өфө авиация институты]] һәм [[Өфө дәүләт авиация техник университеты]] уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1999), профессор (2001 Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007). Сығышы менән [[Өфө ҡалаһы]]нан.
* [[Ишбаев Ғиниәтулла Ғарифулла улы]] (1961), ғалим-тау инженеры. 2000 йылдан Өфөләге «Буринтех» ғилми-производство предприятиеһы директоры, 2008 йылдан — генереаль директоры. Техник фәндәр докторы (1997), профессор (2008). Рәсәй Федерацияһының (2014) һәм Башҡортостан Республикаһының (2003) атҡаҙанған нефтсеһе. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2000). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2016).
}}</onlyinclude>
«https://ba.wikipedia.org/wiki/20_июль» битенән алынған