Телугу теле: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up using AWB
ә →‎Тарих: clean up using AWB
3 юл:
 
== Тарих ==
Телугу — иҫке яҙыу теле; уның иң бороңғо һәйкәлдәре  беҙҙең быуатҡа тиклем V Iбыуат аҙағы —  VII быуат башында билдәләнә. Телугу телендә әҙәбиәт, башҡа дравидия телдәренә ҡарағанда, һуңыраҡ формалаша. Телугу әҙәбиәтенең йолаһының башын(джайни әҙәбиәтенең иң иртә һәйкәлдәре IX—XI быуатта Андхрала [[индуизм]] ҡабул иткәндән һуң бөтөрөлә) XI (Нанная Бхатта) һәм XIII быуатта (Тикканга, Ерапрагада) ижад итеүсе шағирҙар һала; улар телугу теленә классик боронғо һинди эпосы  [[Маһабһаратам|Махабхарата]]<nowiki/>ны әйләндерә (был эш һөҙөмтәһе Андхра Махабхарата исемен ала, бында Андхра — телугула һөйләшкән халыҡ  һәм улар йәшәгән ил исеме; ара- тирә был термин  телугу теленең тағы бер исеме булараҡ ҡулланыла.. Оригиналь әҫәрҙәре  XIV быутта барлыҡҡа килә, ә әҙәби теленең ҡәғиҙәләре [[санскрит]] и пракрит, санскританы мираҫ итеп алған,урта һинди әҙәби телдәре йоғонтоһонда XV—XVI быуаттарҙа формалаша.
 
Башҡа иҫке яҙыу дравидия телдәрендә һымаҡ уҡ, телугула классик әҙәби һәм һөйләү теле ныҡ айырыла. Ләкин бхати хәрәкәтенең дингә өндәүселәр шиғриәтендә (XII—XIII быуаттарында, ә һуңынан XV быуатында) һөйләү теле ҡулланылған, ә XIX быутта юлбашсыһы  яҙыусы Г. Аппарао булған хәрәкәт барлыҡҡа килә. Был хәрәкәт үҙенең маҡсаты итеп яңы, һөйләү теленә  яҡын булған, әҙәби тел булдырыруҙы ҡуйалар. XX быуатта яңы әҙәби тел нәфис әҙәбиәттә һәм киң мәғләмәт сараларында алдынғы позициялар ала. 1968 йылдан алып телугу академияһы эшләп килә, ул яңы әҙәби телдең грамматикаһын эшләү вазифаһын ала («вьявахарика»); иҫке әҙәби тел  («грантхика») тик сикләнгән өлкәләрҙә, атап әйткәндә- шиғриәттә һаҡлана
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Телугу_теле» битенән алынған