Максимилиан I (Изге Рим империяһы императоры): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Вики-Һаҡлағыстағы Austria_50_Schilling_1969_Maximilian_I_Silver_Coin.jpg рәсеме Materialscientist ҡатнашыусыһы тарафынан юйылған. Ул яҙған сәбәп: per [[:c:Commons:Deletion requests/Files in Category:Schilling coins of Au
116 юл:
 
=== Австрия ерҙәренең берләштерелеүе ===
 
[[Файл:Austria 50 Schilling 1969 Maximilian I Silver Coin.jpg|thumb|250px|50 [[Шиллинг (Австрия)|шиллинг]] 1969 й. — Максимилиан I вафатының 450 йыллығына бағышланған Австрия иҫтәлекле тәңкәһе]]
1487 йылда Бавария һәм Мюнхен герцогы Альбрехт IV Максимилиандың һеңлеһе Кунигундаға өйләнә. Өйләнер алдынан ул Алғы Австрияның герцогына һәм Тироль графы Максимилиандың ике туған ағаһы Сигизмундҡа мөһим стратегик әһәмиәтле Тиролде һатып алырға теләүен белдерә. Сигизмундты был килешеү күп һанлы бурыстарынан ҡотҡарыр ине. Император ҡыҙы менән никахты Альбрехт үҙенсәлекле һаҡлыҡ төрө тип һанай — Сигизмундтың балалары булмай һәм уның биләмәләрен император мираҫҡа алырға тейеш була, ә уның ҡыҙының ире булһа, Альбрехт ҡатыны исеменән мираҫтың бер өлөшөнә дәғүә итә алыр ине. Кейәүенең пландары хаҡында белеп ярһыған император Фридрих Альбрехтҡа ҡаршы һуғыш башлай. Швабия ҡалалар союзы ла Альбрехтҡа ҡаршы сыға. Бәрелеш Максимилиандың ҡыҫылышы менән генә яйға һалына, ул Сигизмундты пландарынан баш тартырға күндерә. Өҫтәүенә 1490 йылда Сигизмунд Максимианға үҙенең биләмәләрен дә бирә. Альбрехт Баварский ризалашырға мәжбүр була, сөнки уға компенсация рәүешендә вариҫтары булмаған герцог Георгтың вафатынан һуң Лансгут-Бавария герцоглығын вәғәҙә итәләр. Шул уҡ ваҡытта Максимилианға Альбрехт менән Фридрихты яраштырыр өсөн үҙенең бар дипломатик һәләтен егергә тура килә<ref name="Gressing94">{{Книга:Грёссинг З.: Максимилиан I|94—97}}</ref>.